Эстәлеккә күсергә

Сароникос

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сароникос
грек Σαρωνικός κόλπος
Сароникос ҡултығы космостан күренеш
Сароникос ҡултығы космостан күренеш
Координаты: пропущена долгота
Юғарылағы акваторияЭгей диңгеҙе
Ил
Майҙаны740 км²
 Сароникос Викимилектә

Саронико́с[1][2], Сароник ҡултығы[3], Афина ҡултығы[4] (грек. Σαρωνικός κόλπος) — Греция ҡултығы, Эгей диңгеҙенең иң ҙур ҡултығы. Ҡултыҡҡа инеү көнсығыштағы Сунион морононан көньяҡ-көнбайыштағы Скилеон (Скиллей) моронона тиклем йәйелгән. Коринф муйынының көнсығышында, Аттика һәм Пелопоннес араһында урынлашҡан. Аттика, Мегарида, Коринфия, Арголида, Тризиния (Επαρχία Τροιζηνίας) һәм Эпидаврия (Επιδαυρία) ярҙарын йыуа.[5] Коринф каналы аша Ион диңгеҙенең Коринф ҡултығын тоташтыра. Ҡултыҡ ярында Грецияла иң ҙур Пирей порты, шулай уҡ Грецияның Мегара, Элефсис, Палеа-Эпидаврас кеүек мөһим ҡалалары урынлашҡан. Ҡултыҡта суднолар әүҙем йөрөй, ҡултыҡ ярында туризм үҫешкән. 740 квадрат километр майҙанды биләй, инеү урынының киңлеге 10-11 саҡрым, ә һуңынан, төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә — 13 саҡрым. Ҡултыҡ акваторияһында Сароник: Айос-Еорьос (Άγιος Γεώργιος Σαλαμίνας), Ангистрион, Арсида (Αρσίδα), Докос, Идра, Кира (Κυρά Αγκιστρίου), Лерос (Λέρος Σαλαμίνας), Мони (Μονή Αίγινας), Патроклос, Порос, Пситалея, Саламин, Спеце, Флевес һәм шулай уҡ Эгина утрауҙары Диапория (Трагониси, Айос-Томас (Agios Thomas Diaporion), Айос-Иоанис (Άγιος Ιωάννης Αίγινας), Леду (Λεδού Αίγινας), Ипсили (Υψηλή Αίγινας) утрауҙары һәм Лаусес утрауҙары. Ҡултыҡтың төньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә Саламин тарафынан ябылған Элефсис бухтаһы, төньяҡ-көнбайышта — Коринф янында шул уҡ атамалы бухтаһы булған Кехрие (Órmos Kekhreón); Порос утрауына ҡаршы, Арголида ярында, Погон (Πώγων) бухтаһы, боронғо сауҙа ҡалаһының Трезен гаваны, ә яҡында — шунан бөтә ҡултыҡҡа исем бирелгән Трезвен Саронисы (Σαρωνίδα Τροιζηνίας). Аттика яры буйында Фалирон, Вари, Анависос бухтаһы урынлашҡан. Эгинала алыҫтан күренгән Афайя ҡорамы һәм Панэллин Зевсы (Ναός του Ελλάνιου Δία) ҡорамы емереклектәре, ә Пороста — билдәле Посейдон ҡорамы, Калаврий амфиктионияһы (Αμφικτυονία της Καλαυρίας) ғибәҙәтханаһы. Был бухтанан көнбайышҡа диңгеҙгә ике яҡтан әһәмиәтле бухталы Метан ярымутрауы сығып тора. Утрауҙарҙың күплеге боронғо заманда диңгеҙҙәр буйлап сәйәхәт итеү өсөн иң уңайлы шарттарҙың береһе булған. Страбон биргән мәғлүмәткә ярашлы, «берәүҙәр уны — диңгеҙ, икенселәр боғаҙ тип атай, шуға күрә ул Сарон диңгеҙе тип тә атала. Сароник ҡултығы — Гермион диңгеҙенән (Ερμιονικός κόλπος) Миртой һәм Крит диңгеҙҙәре[6] менән тоташҡан Истма янынан башланған диңгеҙҙән бөтә боғаҙға бирелгән атама ул». Диңгеҙселеккә нигеҙ, күрәһең, легендаларҙа үҙҙәренең батшаһы Сарон тураһында иҫтәлек һаҡлаған Трезен ҡалаһы кешеләре тарафынан һалынған. Сарон Псифей күле (нем. Psifäischer See) ярында Артемида ғибәҙәтханаһын төҙөгән һәм диңгеҙ үҙәнендә болан артынан ҡыуып һәләк булған тигән риүәйәт йәшәй. Артемида сауҡалығында ҡултыҡ исемен йөрөткән батшаның һөйәктәре ерләнгән[7]. Яҡында ғына Артемидаға табыныусы Ипполит[8] һәләк булған зәйтүн ағасын да күрһәтәләр ине. Икенсе фараз буйынса, исеме (бор. грек σαρωνίς) «иҫке ҡыуышлы имән»[5][9] мәғәнәһенән килеп сыҡҡан.

Б. э. т. 480 йылда ҡултыҡ акваторияһында Саламин эргәһендә һуғыш була, ул грек-фарсы һуғыштарының иң мөһим мәле була.

Антик географияла Сарон ҡултығы булараҡ билдәле. Эсхилдың «Агамемнон» трагедияһында телгә алына[10].

Сарон ҡултығы вулкандары Көньяҡ Эгей диңгеҙенең Киклады массивы сите буйлап үткән янартауҙар дуғаһының төньяҡ осона ҡарай. Вулкан дуғаһы Коринф янындағы Сусакиҙың (Sousaki volcano), Эгиндың, Метандың (б. э. т. 282 йылдан бирле «йоҡлай») һәм Поростың янартауҙарын үҙ эсенә ала[11][12].

Порос утрауынан Сароникос күренеше
  1. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 323.
  2. Балканские страны, юг // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 1999 г. ; отв. ред.: Т. Г. Новикова, Т. М. Воробьёва. — 3-е изд., стер., отпеч. в 2002 г. с диапоз. 1999 г. — М. : Роскартография, 2002. — С. 104—105. — ISBN 5-85120-055-3.
  3. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 323.
  4. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 30.
  5. 5,0 5,1 Saronicus sinus // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885. — С. 1188.
  6. Страбон. География. VIII, 6, 4
  7. Павсаний. Описание Эллады. II, 30, 7
  8. Саронический залив // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Канселье, Эжен. Алхимия: сборник. — Энигма, 2002. — (Алый Лев). — ISBN 5-94698-002-5.
  10. Эсхил. Агамемнон. 306
  11. Кусто, Жак-Ив. В поисках Атлантиды = A la recherche de l'Atlantide / [Пер. с фр.] / Жак-Ив Кусто, Ив Паккале. — М.: Мысль, 1986. — 318 с.
  12. The South Aegean active volcanic arc: present knowledge and future perspectives / M. Fytikas, G. E. Vougioukalakis (eds). — Elsevier, 2005. — 398 p. — (Developments in Volcanology, v.7). — ISBN 978-0-444-52046-3.