Смородин Василий Кузьмич
Смородин Василий Кузьмич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1924 (100 йәш) |
Тыуған урыны | Өҫән-Ивановка, Бәләбәй районы |
Һөнәр төрө | сапёр |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Смородин Василий Кузьмич (1 ғинуар 1924 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, III дәрәжә Дан ордены кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Смородин Василий Кузьмич 1924 йылдың 1 ғинуарында хәҙерге Башҡортостандың Бәләбәй районының Өҫән-Ивановка ауылында тыуа. 1943 йылда Бәләбәй район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 14-се айырым сапер эскадроны саперы булып хеҙмәт итә[1].
Гвардия рядовойы Смородин Пилица йылғаһы аша Томашувҡа бара торған күперҙе ҡороу буйынса ныҡ көсөргәнеш һәм урыны менән һыу эсендә тороп эшләүҙе талап иткән командованиеның заданиеларын теүәл үтәй һәм дивизия частарына ваҡытында кисеүҙе үтергә мөмкинлек бирә, Варта йылғаһы аша күперҙе нығытыу буйынса ла Смородин эште еренә еткереп башҡара. Подразделениеның 1945 йылдың 21 февралендәге 8/н һанлы бойороғо менән Смородин Василий Кузьмич Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителә[2].
Гвардия рядовойы Смородин Василий Кузьмич дивизияның бөтә юлы буйына эскадрондың һөжүме итеү һуғыштарында кисеү эштәрен башҡара, ә 1945 йылдың 25 апрелендә күпергә, Хавель каналы аша Бранденбург ҡалаһына барыусы кисеүгә разведкаға задание ала. Маршрут буйлап барып, дошмандың траншеяһына бәреп инә, граната менән пулеметты шартлата һәм дүрт фрицты юҡ итә. Күпер разведкаһын үтәй. Смородин Василий был батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- III дәрәжә Дан ордены
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. Смородин Василий Кузьмич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Смородин Василий Кузьмич. Картотека награждений (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- 1 ғинуарҙа тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- Бәләбәй районында тыуғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар