Сулавеси диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сулавеси
Майҙаны453 мең км²
Иң ҙур тәрәнлек6220 м
Индонезия
Точка
Сулавеси диңгеҙе
 Сулавеси диңгеҙе Викимилектә

Сулавеси (индон. Laut Sulawesi, ингл. Celebes Sea), Целебес диңгеҙе) — Тымыҡ океандың көнбайыш өлөшөндәге диңгеҙ.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сулавеси, Калимантан, Минданао, Сангихе утрауҙары һәм Сулу архипелагы араһында урынлашҡан. Майҙаны яҡынса 453 мең км², максималь тәрәнлеге 6220 м, һыу температураһы йыл әйләнәһенә 27-28 °С, тоҙлолоғо яҡынса 34,5.

Сулу архипелагында бихисап мәрйен рифтары урынлашҡан, ә Калимантандың яр буйҙарын башлыса мангр урмандары менән ҡаплаған.

Сулавеси диңгеҙенең ағымдары Минданао ағымының тәьҫире арҡаһында барлыҡҡа килә. Диңгеҙ аша Тымыҡ океан һыуҙары Һинд океаны яғына йүнәлә.

Төп порттары — Венанг (Сулавеси утрауы) һәм Таракан (Таракан утрауы).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]