Сыбар ҡурҙай
Сыбар ҡурҙай | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Acrocephalus schoenobaenus (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 148384 |
Сыбар ҡурҙай, ҡамыш турғайы, ҡамыш сыпсығы[1]. (рус. Камышевка-барсучок, лат. Acrocephalus schoenobaenus) — турғайҙар отрядындағы ҙур булмаған ҡошсоҡ.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Турғайҙан бәләкәйерәк. Үлән һәм ҡамыш араларында осоп йөрөүсе бәләкәй генә ҡошсоҡ, һырты ерәнһыу сыбар. Ҡанат ҡауырһындарының ситтәре аҡһыл һары, уртаһы ҡара. Түбәһенән өс -буй ҡара һыҙыҡ үтә, ҡашы аҡ. Ҡорһағы һәм түше аҡһыл-ерән. Башҡа ҡурҙайҙарҙан ҡара һыҙыҡлы түбәһе менән айырыла.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы көслө генә: «шиҡ-шиҡ».
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сырылдап һайрай, башҡа ҡоштарҙың да тауышын сығара, һыуға яҡын ҡамышлыҡ, бейек үлән, тал араларында йәшәй. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ҡамыш йәки үлән һабаҡтарында була. Ҡара һәм көрән таптар менән сыбарланған 4—5 бөртөк аҡ йомортҡа һала.
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ул бөтә Европала тиерлек апрелдән октябргә тиклем осрай. Уның ҡышлау урындары Сахаранан көньяҡта. Осош ваҡыты һәм йүнәлеше тыумыштан булған һәләттәр менән билдәләнә. 6000 км самаһы төнгө осоу өсөн ҡош май запасы туплай.
Туҡланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сыбар ҡурҙай бөжәктәр, үрмәкселәр, ваҡ моллюскылар һәм еләктәр менән туҡлана.
Үрсеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Енси яҡтан бер йылдан өлгөрә. Инкубацияның төп осоро май айынан июлгә тиклем. Ояһын ҡуйы үҫемлектәр араһында ҡора. Инә ҡош 4 — 6 йомортҡа һала. Йомортҡаларҙы икеһе лә алмашлап — 12-нән 14 көнгә тиклем баҫа. Йәш ҡоштар 10 — 12 көндән һуң үҙ аллы булып китә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 330. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Позвоночные животные России: Камышовка-барсучок 2014 йыл 16 ғинуар архивланған.