Эстәлеккә күсергә

Сүәйс (Суэц) каналы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әс-Сүәйс каналы
ғәр. قناة السويس
Ер юлдашынан төшөрөлгән һүрәт
Ер юлдашынан төшөрөлгән һүрәт
Урынлашыуы
Ил
Характеристика
Оҙонлоғо160 км
Һыу ағымы
ИнешеУрта диңгеҙ 
ТамағыҠыҙыл диңгеҙ 
 Сүәйс Викимилектә

Әс-Сүәйс каналы (рус. Суэ́цкий кана́л, ғәр. قناة السويس,Qanā al-Suways) — Мысырҙағы Урта диңгеҙҙе Ҡыҙыл диңгеҙ менән тоташтырған канал.

The canal in 2015

Суэ́ц кана́лы (ғәр. قناة السويس‎, Канат эс-Сувайс[1]) — Мысырҙағы Урта диңгеҙ менән Ҡыҙыл диңгеҙҙе тоташтырған шлюзһыҙ караптар йөрөрлөк канал . Канал зонаһы- ике ҡитға арһындағы шартлы сик (Африка менән Евразия араһында). Һинд океаны менән Атлантик океандың Урта диңгеҙ акваторияһы араһында иң ҡыҫҡа һыу юлы (икенсе юл- Африканы урап, 8 мең км). Суэц каналы караптар йөрөү өсөн 1869 йылдың 17 ноябрендә асыла. Төп порттар: Порт-Саид һәм Суэц[2].

Синай ярымутрауынан көнбайыштараҡ урынлашҡан, оҙонлоғо 160 км, һыу өҫтө киңлеге 350 м,һыу аҫтында киңлеге— 45—60 м, тәрәнлеге 20 м[3]. Канал Мысырҙа, Урта диңгеҙҙәге Порт-Саид менән Ҡыҙыл диңгеҙҙәге Суэц араһында урынлашҡан. Көнсығыш яҡта Порт-Саидҡа ҡаршы Порт-Фуадта Суэц каналы администрацияһы эшләй. Каналдың көнсығыш яғында Суэц ҡаршыһында — Порт-Тауфиҡ. Канал буйында, Тимсах күле янында ҙур сәнғәт үҙәге — Исмаилия ҡалаһы.

Канал караптарға Европа менән Азия араһында, Африканы урап тормай, ике яҡҡа ла йөрөгә мөмкинлек бирә. Канал асылғансы караптарҙағы йөктәрҙе Урта диңгеҙ менән Ҡыҙыл диңгеҙ ярҙарында бушатып, ҡоро ерҙән бер диңгеҙҙән икенсеһенә ташырға тура килгән.

Канал ике өлөштән тора: төньяҡҡа һәм көньяҡҡа табан Ҙур тоҙло күлдән башланып, Урта диңгеҙҙе Ҡыҙыл диңгеҙҙәге Суэц ҡултығына тиклем.

Ҡышҡы айҙарҙа һыу тоҙло күлдәрҙән төньяҡҡа табан аға, ә йәйен кирегә, Урта диңгеҙҙән көньяҡҡа. Күлдәрҙән көньяҡҡа табан һыу ағышы һыу ҡалҡыу менән һыу ҡайтыуға ҡарап үҙгәрә.

Суэц каналы администрацияһы мәғлүмәттәре буйынса 2010 йылда ул 4,5 млрд дол. (АҠШ) килем килтергән[4], был Мысырҙа туризмдан ҡала бюджеты тулыландырыусы икенсе ҙур сығанаҡ, туризм 13 млрд доллар (АҠШ) килтергән[5]. 2011 йылда килем 5,22 млрд доллар (АҠШ) тәшкил итә. ул йылда канал аша 17799 карап үтә, был алдағы йылдан 1,1 процентҡа әҙерәк[6].

Фирғәүендәр каналы б.э.т 2 меңйыллыҡта Нил йылғаһын Ҡыҙыл диңгеҙ менән тоташтырыу өсөн ҡаҙылған булған[7]. Ул Ун икенсе династия дәүерендә фирғәүен Сенусерт III (б.э.т.1888—1878 й.й.) ваҡытында төҙөлгән булырға тейеш. Канал көнбайыштан көнсығышҡа вади Тумилат үҙәне (уйһыу ер) аша үтә, Пунт менән туҡтауһыҙ сауҙа итеү өсөн төҙөлә. Аристотель[8] тәүге каналды Сесострис төҙөгән тип яҙа; Сесострис — Мысыр фирғәүендәренең йыйылма образы, уны Рамсес II (б.э.т. XIII быуат) йәки Сенусерт III (б.э.т. XIX быуат) тип уйлайҙар.

Һуңыраҡ каналды төҙөү һәм тәртиптә тотоу менән фирғәүендәр Рамзес II менән Нехо II шөғөлләнә.

Геродот Нехо II (б.э.т. 610—595 й.й.) Нилдан Ҡыҙыл диңгеҙгә тиклем канал төҙөй башлаған, тик уны эшләп бөтөрмәгән, тип яҙа[9].

Каналды б.э.т.500 йылда Мысырҙы яулап алған фарсы батшаһы Дарий I Гистасп эшләп бөтөртә. Был ваҡиға иҫтәлегенә ул Нил буйында гранит стелалар ҡуйырға бойора, береһен Карбет янында ҡуялар.

Б.э.т. III быуатта Птолемей II Филадельф (285—247) уны караптар йөрөлөк хәлгә килтертә[7]. Уны Диодор Сицилиялы[10] һәм Страбон иҫкә ала[11], уның тураһында Пифомдағы стелалағы яҙыу һөйләй (Птолемей хаким иткән осорҙоң 16 -сы йылы). Ул Нилдың элеккеһенән юғарыраҡ ағымында, Факусса янында башлана. Птолемей осоронда бәлки иҫке канал да таҙартылып, тәрәнәйтелеп, диңгеҙгә тиклем еткерелгәндер, ул бәлки вади Тумилатты эсәр һыу менән тәьмин иткәндер. Фарватер киң була — унда ике трирема (триера, хәрби карап) иркен йөрөй алған.

Рим императоры Траян (98—117) дәүерендә каналды тәрәнәйтәләр, унда караптар күпләп йөрөй башлай. Канал « Траян йылғаһы» исеме аҫтында билдәле, унан караптар йөрөй, ләкин һуңыраҡ уны ташлап ҡуялар.

Мысырҙы ғәрәптәр яулап алғандан һуң (б.э.642 й.), каналды яңынан тәртипкә килтерәләр. Ләкин 776 йылда хәлифә Абу Джафар әл-Мансур бойороғо буйынса, хәлифәттең үҙәк райондарынан сауҙа юлдары бында күсеп ҡуймаһын өсөн, уны күмеп ҡуялар[7].

1569 йылда Ғосман империяһы солтаны Мәхмәда Соколлу бойороғо буйынса каналды тергеҙеү планы эшләнә, тик ул тормошҡа ашырылмай ҡала.

Каналды яңынан тергеҙеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Строительство Суэцкого канала
Рисунок Суэцкого канала (1881)

Яңынан канал төҙөй башлағансы бер мең йыл үтә. 1798 йылда Наполеон Бонапарт Мысырҙа сағында Урта диңгеҙ менән Ҡыҙыл диңгеҙҙе тоташтырған канал төҙөү тураһында уйлана башлаған. Инженер Жан Батист Лепер етәкселегендәге комиссия Ҡыҙыл диңгеҙ һыуы Урта диңгеҙҙекенән 9,9 м юғарыраҡ ята, шуға шлюзһыҙ канал төҙөү мөмкин түгел тигән һығымта яһай. Лепер проекты буйынса канал иҫке канал юлы буйлап һалынып, Ҡаһирә менән Александрия янынан үтергә тейеш була. Канал бик тәрән булмағас, ҙур караптар унан аша йөрөй алмаясаҡ, тип иҫәпләйҙәр, ә уны төҙөр өсөн 30—40 миллион француз франкы кәрәк була. Франциялағы сәйәси ваҡиғалар, иҡтисади ҡыйынлыҡтар был проекты тормошҡа ашырырға бирмәй[12].

1841 Бөйөк Британия офицерҙары француздарҙың хатаһын таба. 1846 йылда халыҡ-ара «Société d’etudes du canal de Suez» булдырыла. Луиджи Негрелли яңы проект тәҡдим итә (канал яңы «яһалма Босфор» булырға тейеш)[12]. Француз дипломаты Фердинанд де Лессепс Негрелли проектын хуплай[13].

1855 йылда Фердинанд де Лессепс Мысырҙағы төрөк солтаны вәкиле (вице-король) Саид-пашанан концессия ала. Төркиә хөкүмәтенән рөхсәт алып, 1859 йылда ул Парижда компания аса. Шул уҡ йылда төҙөлөш башлана. Мысыр хөкүмәте акцияларҙың 44 % , Франция — 53 % һәм 3 % башҡа илдәр ала[14].

Англия хөкүмәте, Мысырҙа төрөк солтанының власы ҡолауҙан, Һиндостанда инглиздәрҙең хакимлығы ҡаҡшауҙан ҡурҡып, канал төҙөүсе компанияға ҡаршы эшмәкәрлек алып бара.

Канал төҙөүселәр алдында бик күп ауыр техник мәсьәләләр тора. Төҙөлөштә Мысыр һәм Европа эшселәре эшләй (20 — 40 мең кеше). Эҫе ҡояш аҫтында, һыуһыҙ интеккән эшселәр һәм буласаҡ канал буйында төҙөләсәк ҡасабалар өсөн иҫке каналды соҡоп, эсәр һыу сүллеккә килтерелә. Башта йыйылған 200 миллион франк бик тиҙ бөтә, яңы облигациялар сығарырға тура килә. Алдан планлаштырылғанса алты йылда каналды эшләп бөтөрә алмайҙар, бының өсөн 11 йыл кәрәк була.

Каналдың дөйөм оҙонлоғо 173 км, ҡоро ерҙән 161 км, Урта диңгеҙ төбөнән— 9,2 км һәм Суэц ҡултығында — 3 км яҡын . Һыу өҫтө киңлеге 120—150 м,һыу төбөндә—45—60 м. Тәрәнлеге 20 м еткерелә[2][15].

Канал 1869 йылдың 17 ноябрендә асыла. Байрам өсөн Мысыр ҡаҙнаһынан 28 миллион алтын франк аҡса тотонола. Тантанаға Европа илдәренән монархтар, бик күп юғары ҡатлам кешеләре килә . Тик Италия композиторы Джузеппе Верди был тантана өсөн яҙған «Аида» операһы тамамлап өлгөрмәй[13].

Ике ярҙы тоташтырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Суэц каналы аша «Мөбәрәк» күпере

1981 йылдан Суэц ҡалаһы янында автомобилдәр өсөн туннель асылған, ул Суэц каналы аҫтынан үтә, Синай ярымутрауын Африка континенты менән тоташтыра. Техник яҡтан камил булыуы менән генә түгел, үҙенең ҙурлығы, стратегик әһәмиәте менән ҡыҙыҡһыныу уята , Мысырҙың иң күренекле урындарың береһе тип иҫәпләнә .

1998 йылда Суэцта Суэц каналы өҫтөнән электр сымдары үткәрелә. Линияның ике яҡ ярҙа ҡуйылған бағаналары 221 метр бейеклектә һәм бер-береһенән 152 метр алыҫлыҡта урынлашҡан.

2001 йылдың 9 октябрендә Мысырҙа Суэц каналы аша Хөсни Мөбәрәк исемендәге күпер асыла, ул Порт-Саид менән Исмаилия. Араһындағы автострадала урынлашҡан. Мийо виадугын асҡанға тикем ул донъялаға иң ҙур вант күпере була . Күперҙең бейеклеге 70 метр[16]. Күперҙе төҙөүҙә япондар ҡатнаша, ул 4 йыл эсендә төҙөлөп бөтә. Был күпер аша сығыу өсөн айырым рөхсәт кәрәк, уны тик хәрбиҙәргә, махсус хеҙмәт хеҙмәткәрҙәренә һәм дәүләт чиновниктарына ғына бирәләр. Күпер аша күп машиналар йөрөһә, ул тиҙ емерлеү ҡурҡынысы бар, ә күперҙе яңынан төҙөү бик күп сығымдар талап итәсәк тип аңлаталар.

Эль-Фердан тимер юл күпере

2001 йылда Эль-Фердан тимер юл күпере аша хәрәкәт асыла, ул Исмаилия ҡалаһынан 20 км төньяҡтараҡ урынлашҡан. Был донъялағы иң ҙур борола торған күпер. Уның ике боролоп йөрөй торған секцияһының дөйөм оҙонлоғо 340 метр[17].Элекке күпер 1967 йылда ғәрәптәрҙең Израиль менән һуғышы ваҡытында емертелгән.

  1. Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 27.
  2. 2,0 2,1 Суэцкий канал / И. А. Дементьев // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Лабурдетт Ж.-П., Озиас Д. Египет. С.168. books.google.ru. Дата обращения: 5 август 2019.
  4. Морское страхование. Дата обращения: 1 август 2012. Архивировано из оригинала 30 июль 2013 года. 2013 йыл 30 июль архивланған.
  5. Доход от эксплуатации Суэцкого канала в 2009-2010 ФГ составил $4,5 млрд. tbu.com.ua (28 июль 2010). Дата обращения: 17 март 2012. Архивировано 2 июнь 2012 года.
  6. Египет заработал на Суэцком канале более пяти миллиардов долларов. Lenta.ru (15 ғинуар 2012). Дата обращения: 17 март 2012.
  7. 7,0 7,1 7,2 Суэцкий канал // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  8. Аристотель. Метеорологика, I, 14, 58.
  9. Геродот. История, II, 158—159 и IV, 42.
  10. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека, I. 33. 11−12
  11. Страбон. География, XVII. 1. 25.
  12. 12,0 12,1 В. В. Водовозов. Суэцкий канал // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  13. 13,0 13,1 Гальский Дезигер. Великие авантюры.— М.: Прогресс, 1986.— С.231-234.
  14. Суэцкому каналу 140 лет: история создания легенды XIX века. РИА Новости. Дата обращения: 17 март 2012. Архивировано 2 июнь 2012 года.
  15. Режим важнейших морских каналов. www.randewy.ru. Дата обращения: 5 август 2019.
  16. Уникальный мост через Суэцкий канал. www.travel.ru. Дата обращения: 5 август 2019.
  17. El Ferdan Swing Bridge. structurae.net. Дата обращения: 5 август 2019.
  • Дементьев И. А. Суэцкий канал / Под ред. акад. Л. Н. Иванова. — Изд. 2-е. — М.: Географгиз, 1954. — 72 с. — (У карты мира). — 50 000 экз. (обл.) (1-е изд. — М.: Географгиз, 1952. 40 с.)