Торт
Уҡыу көйләүҙәре
Торт | |
Ашамлыҡтар | |
Авторы | |
---|---|
Тыуған иле | |
Компоненттар | |
Төп |
Он, аҡ май, ҡамыр йомшартҡыс, йомортҡа, шоҡолад, һөт, сәтләүек, ҡара емеш |
Булыуы мөмкин |
сода, һеркә |
Оҡшаш аҙыҡтар | |
Викимилектә медиафайлдар Торт |
Торт (итал. torta, ранее от лат. tōrta, йоморо икмәк) — крем йәки джем һеңдерелгән бер нисә ҡамыр йәймәһенән торған десерт; һөт, май, шәкәр, йомортҡаға баҫылған сөсө ҡамырға крем, еләк-емеш һ. б. ҡушып бешергән татлы ашамлыҡ[1].
Ҡатнашмалар өлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Торт бешереү өсөн: он, аҡ май, шәкәр, ҡамыр йомшартҡыс, йомортҡа, шоколад, ҡуйыртылған һөт, сәтләүек, ҡара емеш, ҡурай һәм ер еләктәре, шыйыҡ сыр кәрәк буласаҡ.
Биҙәү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байрамса торт, туйҙа, тыуған көндә аштан һуң бирелә торған тәм-том.
- Торт эшләй башлағанда, йомшарған аҡ май менән шәкәрҙе ҡушып бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашмаға он, ҡамыр йомшартҡыс, ике-өс йомортҡа өҫтәп, шыйыҡ ҡамыр туҡыйбыҙ. 160- 170 градуслы мейескә йәки духовкаға ҡуйып 40-45 минутта бешереп алабыҙ. Араһына крем яғыр өсөн йәймәне ҡатлы- ҡатлы итеп теләбеҙ.
- Шыйыҡ сырға ҡуйыртылған һөт ҡушып крем яһайбыҙ. Йәймәләрҙең араһына мул итеп һылайбыҙ, ҡурай, ер еләге лә ҡушабыҙ. Торттың өҫтөн онталған сәтләүек, ҡара емеш, эретелгән шоколад менән биҙәйбеҙ.
Төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ҡош һөтө»;
- «Коcмос»;
- «Полет»;
- «Бисквет»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]20 июль көнө - Халыҡ-ара Торт байрамы - Донъя кимәлендә билдәләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)