Фекерләшеү:Мәғәсүмова Бәғиә Мәғәсүм ҡыҙы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Исеме Бәһиә була торғайны, БДУ-ла беҙҙе уҡытты. Башҡортостан энциклопедияһында мин тәржемә иткәнмен, Бәһиә тип яҙғанымды хатаға төҙәткәндәр. Бәлки, паспортында Бәғиә тиелгән булғандыр ҙа шуға нигеҙләнеп Бәғиә тигәндәрҙер?

Стәрлетамаҡ гәзитенең элекке мөхәррире Һаҙый Арыҫлановтың исемен дә Ғаҙый-Ғәҙей тип башҡортсаға боҙоп тәржемәләйҙәр.

Һәр хәлдә былар хата, текста, йәйә эсендә булһа ла, дөрөҫөн ҡуйырға кәрәк түгелме икән? Alfiya55 (әңгәмә) 10:05, 14 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]

  • Бәһиә исеме тексҡа ҡуйылған (икенсе абзац), мәҡәлә исемендә йәйә эсенә ҡуйыу кәрәкме ул? Бәһиә исеменә йүнәлтмә бар. Паспортында русса «Багия» булғандыр ҙа «Бәғиә» тип тәржемәләгәндәр инде. --Айсар (әңгәмә) 10:10, 14 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]