Чандрагупта Маурья
Чандрагупта Маурья | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Тормош иптәше | |
Чандрагупта Маурья Викимилектә | |
Чандрагу́пта Мау́рья (һинди- चन्द्रगुप्त मौर्य; грекса- Сандрокотт (грек. Σανδροκόττος), латниса- Андрокотт) Һиндостанды тарихта тәүге берләштереүсе була, ул Маурья империяһына нигеҙ һалған (беҙҙең эраға тиклем 322 йылдан 298 йылға тиклем идара итә). Уның идара иткән ваҡиғалары һинд, Цейлон, грек һәм хатта Рим сығанаҡтарында телгә алына.
Чандрагупта Магадха кшатрийҙар варнаһынан тәүге батша тип һанала. Күп кенә тарихсылар Чандрагуптаның кшатрийҙар варнаһына ҡарауында шикләнәләр.
Йәш сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чандрагупта Маурья беҙҙең эраға тиклем яҡынса 340 йылда тыуған. Уның сығышы тураһында ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр бар. Ҡайһы бер тарихсылар уны принц Нанданың һәм уның хеҙмәтсеһе Мурҙың никахһыҙ тыуған балаһы тип иҫәпләй. Әммә башҡа сығанаҡтар (шул иҫәптән Артхашастра һәм Пураналар) Чандрагупта кшатрийҙарҙан, мәҫәлән, боронғо Пиппаливан Республикаһы Мория нәҫеленән булған, тип раҫлай.
Батша булыр өсөн Чандрагуптаға Нандалар династияһы, шулай уҡ Һиндостанда Александр Македонский ҡалдырған грек гарнизондары менән ныҡышмалы көрәш алып барырға тура килә. Һинд һәм антик сығанаҡтарҙа Чандрагуптаның власть өсөн көрәшенең төрлө осоро тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт һаҡланып ҡалған, әммә тикшеренеүселәр араһында был көрәштең ниндәй тәртиптә барыуы тураһында ҡыҙыу бәхәстәр бара.
Йола буйынса, йәш сағында Чандрагуптаның Таксилала уҡый, унда остазы Чанакья менән таныша. Улар Таксилала Магадха тәхетен тартып алыу планын уйлап сығарған. Чанакья менән Чандрагупта бергәләшеп ғәскәр туплай башлай. Яугирҙар төрлө райондарҙан йыйыла, тиҙҙән Чандрагупта етәкселегендә ғәйәт ҙур армия булдырыла.
Плутархтың (46—126) йәш Чандрагупта менән Александр Македонскийҙың осрашыуы тураһында яҙмаһы һаҡланған. Улар ысынлап та осрашҡан булһа, Чандрагуптаның Нанда династияһы батшаһы менән тәүге һуғышынан һуң осрашыр ине. Чандрагупта, Плутарх һүҙҙәре буйынса, Нанда батшаһы Аграмес тураһында бик насар фекерҙә була һәм Александрҙы көнсығышҡа, бөтәһе лә күрә алмаған һинд батшаһына ҡаршы ғәскәр ебәрергә өндәй. Әммә Александр, билдәле булыуынса, Һиндостанға тәрәнгә үтеп инмәй һәм кире көнбайышҡа борола.
Нандалар менән көрәше һәм тәхеткә ултырыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чандрагуптаның Нандаларҙы ҡолатырға тырышыуы башта уңышһыҙ тамамлана, сөнки ул тылын һаҡлай алмай. Был осорҙа Чандрагупта, әлбиттә, бик көслө грек-македон армияһына ҡаршы сыға алмай. Һуңынан, Александрҙың төп армияһы Һиндостанды ташлап киткәс, Чандрагупта өсөн отошло шарттар тыуа.
Александр үҙе яулаған территорияны сатрапияларға бүлә, ерҙәрҙең бер өлөшөн һинд хакимдарына бирә. Тиҙҙән македондарға ҡаршы фетнәләр, сатраптар араһында власть өсөн бәрелештәр башлана, бигерәк тә б.э.т. 323 йылда Александр вафат булғандан һуң хәл киҫкенләшә.
Был осорҙа Чандрагупта Пәнжәбтә македон гарнизондары ҡалдыҡтары менән көрәш башларға әҙер була. Б. э. т. 317 йылда һуңғы сатрап Эвдам Һиндостанды ташлап китергә мәжбүр булғас, Чандрагупта Пәнжәбтең ғәмәлдәге хакимына әйләнә. Шул уҡ ваҡытта уның төп конкуренттарының береһе — ҡеүәтле һинд батшаһы Пор үлтерелә, ул заманында уға Александр биргән ҙур биләмәнең хакимы була. Хәҙер төп иғтибар Магадха тәхетен баҫып алыуға йүнәлтелә, ә Чандрагупта Төньяҡ-Көнбайыш Һиндостандың ҡайһы бер республика берләшмәләре ярҙамы менән ғәскәрҙәрен Нандаларрға ҡаршы йүнәлтә.
Нанда династияһы менән көрәш бик ауыр була. Нанда батшаларының ғәйәт ҙур ғәскәре була, хәл иткес алышта буддистарҙың «Милинда Панха» тигән әҫәрендә (ныҡ арттырып күрһәтелгән) 1 миллион һалдат, 10 000 фил, 100 000 ат һәм 5000 һуғыш арбаһы яугиры һәләк була.
Чандрагуптаның тәхеткә ултырыуы б.э.т. 317 йылдан һуң була. Был дата һинд (буддист, джайнистар) һәм антик сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәргә тап килә, әммә күп кенә тикшеренеүселәр Маурья династияһы бынан алдараҡ башланған тип иҫәпләй.
Яңы ерҙәрҙе баҫып алыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Власты үҙ ҡулына алғас, Чандрагупта элекке батшаларҙан ҡалған ғәскәрҙәргә баш була, 40000 фил менән 400 мең яугир йыя. Был көстәр менән ул, Бенгалия ҡултығынан Ғәрәбстан диңгеҙенә тиклем империя төҙөп, бөтә Төньяҡ Һиндостанды баҫып ала. Һуңынан Һинд йылғаһына күсә, шулай уҡ Үҙәк Һиндостандың ҙур майҙанын биләй.
Антик сығанаҡтарҙан Чандрагуптаның Александрҙың элекке арҡаҙашы Селевк Никатор, ә һуңынан Сүриә батшаһы менән бәрелеше һәм улар араһында тыныслыҡ урынлаштырыу тураһында билдәле. Солох килешеүе буйынса Чандрагупта Селевкҡа 500 хәрби фил бирә, ә Пароламис, Арахосия һәм Гедросия (элекке Александр дәүләте сатрапиялары) Маурьяға бирелә.
Селевк үҙенең илсеһе Мегасфенсты Чандрагупта һарайына ебәрә, ул үҙенең Чандрагуптаның баш ҡалаһында булыуы тураһында дүрт китаптан торған «Индика» тигән әҫәрен яҙа. Чандрагуптаның даны бөтә эллин донъяһына тарала, уға Птолемейҙар Мысырынан һәм Сүриәнән ебәрелә.
Чандрагупта үҙенең баш кәңәшсеһе Чанакья ( боронғо сәйәси һәм иҡтисади трактат Артхашастра авторы Каутилья ул булған,имеш, тиҙәр) менән бергә иҡтисади һәм сәйәси реформалар үткәрә, көслө үҙәкләштерелгән идаралыҡ — Мантрипаришад булдыра. Ул ил менән идара иткән осорҙа сәнғәт һәм архитектура үҫешенә ҙур өлөш индерелә, был буддизм һәм джайнизм үҙ позицияларын нығытҡан мөһим ижтимағи һәм дини реформалар осоро була.
Үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джайндың күп кенә һуңғы сығанаҡтарына ярашлы, Чандрагупта ғүмеренең аҙағында тәхеттән баш тарта. [3][4][5] һәм джайнизм тәғлимәтен таратыусы остаз Ачарья Бхадрабаху өйрәтеүенсә тәҡүәселек (аскеза) юлына баҫа,Карнатака провинцияһының Шраванабелагола тигән урынында үҙ теләге менән аслыҡтан үлә, ул вафат булған мәмерйә янында әле лә ҡорам тора. Уның тәхете улы Биндусараға күсә, ә улы Ашока боронғо Һиндостандағы иң билдәле батша була.
Алда килгән: Нанда династияһы |
Маурья династияһы (б.э.т.322 — б.э.т.298) |
Вариҫы: Биндусара |
Кинематографта һәм телевидениела
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Chanakya Chandragupta» (1977) — Чандрагупта һәм уның иптәше Чанакья тарихына арналған телугу телендәге фильм.
- «Chandragupta Maurya» (2011—2012) — Ашшиш Шарманың тарихи телесериалы. «Imamaine TV» телеканалында трансляция
- «Chandra Nandni» (2016—2017) — режиссер Экты Капурҙың тарихи сериалы, төп ролде Раджат Токас уйнай. Star Plus каналында күрһәтелде.
- «Chandragupta Maurya» (2018—2019) — режиссёр Сиддхартха Тевариҙың тарихи сериалы, Һиндостандың Sony каналында күрһәтелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://muse.jhu.edu/journals/women_in_german_yearbook/v018/18.uerlings.html
- ↑ https://books.google.co.in/books?id=i-y6ZUheQH8C&pg=PA234&dq=chandragupta+durdhara&hl=en&sa=X&ved=0ahUKEwjl4d-Ij-vTAhUGtY8KHV28A_4Q6AEIGzAA#v=onepage&q=chandragupta%20durdhara&f=false
- ↑ Kulke, Hermann; Rothermund, Dietmar. A History of India (билдәһеҙ). — Third. — London: Routledge, 1998. — С. 59—64. — ISBN 0-415-15481-2.
- ↑ Boesche, Roger Kautilya's Arthaśāstra on War and Diplomacy in Ancient India (инг.) // The Journal of Military History (инг.)баш. : journal. — 2003. — Т. 67. — № 1. — С. 9—37. — ISSN 0899-3718. — DOI:10.1353/jmh.2003.0006
- ↑ William Smith (ed), Dictionary of Greek and Roman Biography and Mythology, 1870, Vol 3 p. 705-6 2007 йыл 18 октябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бонгард-Левин Г. М. Аграмес-Уграсена-Нанда и воцарение Чандрагупты // Вестник древней истории. — 1962. — № 4. — С. 1-21.
- Апте Х. Н. Чандрагупта. Роман / Пер. с маратхи Н. Краснодембской и Б. Кузнецова. — Л.: Худож. лит. Ленингр. отд-ние, 1969. — 254 с.
- Krom N.J. Seleucos and Chandragupta // Hermes. — 1909. — В. 44. — С. 154—157.
- Shastri, K. A. Nilakantha. The Age of Nandas and Mauryas. — Banaras, 1952.
- Mookerji R.K. Chandragupta Maurya and His Time. — Delhi, 1953.
- Kosambi D.D. An Introduction to the Study of Indian History. — Bombay: Popular Prakashan, 1985.
- Bhargava P.L. Chandragupta Maurya. — New Delhi: D.K. Printworld, 2002. — 160 с.
- Habib, Irfan and Jha, Vivekanand. Mauryan India: A People’s History of India. — New Delhi: Tulika Books, 2004. — 189 с.
- Vishakadatta, R.S. Pandit. Mudraraksasa (The Signet Ring of Rakshasa) / edited by Ramesh Chandra. — New Delhi: Global Vision Publishing House, 2004. — ISBN 81-8220-009-1.