Электрон почта
Электрон почта (ингл. email, e-mail) – һанлы хәбәрҙәрҙе (рус. цифровые сообщения) авторҙан бер йәки күберәк алыусыға ебәреү ысулы. Хәҙерге электрон почта Интернет йәки башҡа компьютерҙар селтәре аша эш итә.
Башта электрон почта термины документты төрлө электрон тапшырыу ысулдарына ҡағылышлы ҡулланалар. Мәҫәлән, 1970 йылдарҙың авторҙары был терминды документтарҙы факс аша тапшырыуҙы тасуирлау өсөн дә ҡуллана.
Электрон почта (ингл. email, e-mail [iˈmeɪl]?, ингл. electronic mail) — компьютер селтәрен файҙаланыусылар араһында (шул иҫәптән — Интернет аша) электрон хәбәрҙәрҙе («хат», «электрон хат» йәки «хәбәрҙәр») ебәреү һәм ҡабул итеп алыу буйынса технология һәм хеҙмәт[1].
Электрон почта үҙенең элементтарының составы һәм эшләү принциптары буйынса ғәмәлдә ғәҙәти (ҡағыҙ) почта системаһын ҡабатлай: шул уҡ ваҡытта уның терминдарын (почта, хат, конверт, һалыу, йәшник, ташыу һәм башҡалар), шулай уҡ уға ғына хас булған үҙенсәлектәрҙе — ҡулланғанда ябайлығы, хәбәр тапшырғандағы тотҡарлыҡтар, етерлек дәрәжәлә ышаныслы булыуы һәм шул уҡ ваҡытта алып барып тапшырыуҙы гарантияламауын үҙләштерә.
Электрон почтаның яҡшы яҡтары түбәндәгеләр: төрҙөң адресы, ҡулланыусының исеме@домендың_атамаһы (мәҫәлән, somebody@example.com) бик еңел кеше хәтерендә ҡала; ябай тексты ла, шулай уҡ ниндәйҙер бер формаға һалынған тексты, ирекле файлды ла (текстға һалынған документтар, медиафайлдар, программалар, архивтар һәм башҡаларҙы[1]) тапшырыу мөмкинлеге; серверҙарҙың бойондороҡһоҙ булыуы (талап ителгәндә улар бер-береһенә туранан-тура мөрәжәғәт итә); хәбәрҙәрҙе тейешле адресҡа тапшырыуҙағы юғары ышаныслылыҡ; кеше һәм программалар өсөн ҡулланыуҙағы ябайлыҡ, хәбәрҙәрҙе юғары тиҙлектә тапшырыу.
Электрон почтаның етешһеҙлектәре: шундай күренеш булды, спам (реклама һәм вирустар) ебәреү; хәбәрҙе тапшырыуҙың тотҡарланыу мөмкинлеге (бер нисә тәүлеккә тиклем); почта йәшниктәренең күләмдәренең сикләнеүе (шәхси ҡулланыусылар өсөн).
Хәҙерге ваҡытта һәр ҡулланыусы бушлай үҙенең электрон почта йәшниктәрен булдыра ала, бының өсөн интернет-порталдарҙың береһендә теркәлеү генә лә етә.
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европала, Америкала һәм башҡа төбәктәрҙә электрон почтаның исемен яҙғанда ике генә вариант ҡулланыла — «email» һәм, һирәгерәк, «e-mail» (2011 йылдың мартынан инглиз телле киң мәғлүмәт сараларында «электрон почта» тигән исемде «e-mail» тип түгел, ә «email» тип яҙырға тәҡдим ителә[2]), рус телендә иһә варианттар байтаҡ. Кириллица ҡулланылғанда йышыраҡ «e-mail» атамаһы осрай. Әммә башҡаса яҙыуҙы ла осратырға мөмкин:
электрон почта, эл. почта;
интернет-почта[3];
имейл, мейл (инглиз теленән транскрипция)[4];
е-мейл, емейл, емайл (транслитерацияның төрлө варианттары).
Әлегә һүҙлектәрҙә уның дөрөҫ яҙылышы теркәлмәгән. Грамота.ру белешмә бюроһы, Е. Ваулиндың «Минең компьютерым» һүҙлегендә е-майл һәм е-мэйл тип яҙырға тәҡдим итә, тип билдәләй, әммә бындай яҙылыштың әҙәби нормаларға тап килмәүенә лә күрһәтеп үтә, шул уҡ ваҡытта, башҡа яуапта латип хәрефтәре менән e-mail тип яҙырға ла кәңәш итә[4][5]. Шул уҡ Грамота.ру Рәсәй Фәндәр Академияһының Урыҫ орфографик һүҙлегендә «электрон адрестың» имейл, тип аталыуын да билдәләй[6].
Урыҫ телле рәсми документтарҙа түбәндәгесә:
текста («бәйләнеш ысулдары» мәғәнәһендә) «электрон почта» һүҙе ҡулланыла;
бәйләнештәр исемлегендә «e-mail» префиксы ҡулланыла (E-mail: user@example.com).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1965 йылда Массачусет технология институты (MIT) хеҙмәткәрҙәре Ноэль Моррис һәм Том Ван Влек IBM 7090/7094 компьютерҙарына урынлаштырылған CTSS (Compatible Time-Sharing System) операция системаһы өсөн mail программаһын яҙа. Шул датаны электрон почтаның барлыҡҡа килеү ваҡыты тип иҫәпләргә була.
Электрон почта ҡулланыусыларҙың күп кеше ҡулланған системаларҙа бәйләнешкә инеүе аша үҫешә. Ҡулланыусылар, mail программаһын (йәки уның эквивалентын) ҡулланып, бер мейнфрейм (ҙур компьютер) сиктәрендә бер-береһенә хәбәр ебәреү мөмкинлеген ала. Артабанғы аҙым — ҡулланыусыға хәбәрҙе икенсе машина аша ебәреү мөмкинлеге. Бының өсөн машинаның исеме һәм ҡулланыусының исеме күрһәтелә. Адрес foo!joe (ҡулланыусы joe foo компьютерында) рәүешендә яҙылырға мөмкин . Электрон почтаны булдырыуҙағы өсөнсө аҙым — хатты өсөнсө компьютер аша тапшырыу. UUCP ҡулланылған осраҡта ҡулланыусының адресы бер нисә аралашсы машина (мәҫәлән, gate1!gate2!foo!joe — joe-ға хат gate1, gate2 машинаһы аша foo машинаһына) аша ҡулланыусыға тиклемге маршрутты үҙ эсенә ала. Бындай адрестың етешһеҙлеге — хат яҙыусы (йәки ҡулланыусы эшләгән машина администраторы) адресаттың машинаһына тиклемге теүәл юлды белергә тейеш.
Бүлгеләнгән глобаль DNS исемдәр системаһы барлыҡҡа килгәндән һуң, адресты күрһәтеү өсөн домен исемдәре — user@example.com — ҡулланыла, ҡулланыусы user example.com машинаһында. «Машинала эшләү» төшөнсәһенә ҡайтанан төшөнөү менән бергә бара ул: почта өсөн бүленеп ҡуйылған серверҙар ҡулланыла башлай, ғәҙәти ҡулланыусылар уларға инә алмай, ә тик хакимдар ғына (администратор ғына) инеү мөмкинлегенә эйә, ә ҡулланыусы, йәғни файҙаланыусы үҙ машиналарында эшләй, почта ҡулланыусыларҙың машинаһына түгел, ә почта серверына килеп инә, шунан ҡулланыусылар үҙ почтаһындағы хәбәрҙе төрлө селтәр протоколдары аша (әлеге мәлдә киң таралғандары — POP3, IMAP, MAPI, веб-интерфейс) ала . DNS менән бер үк ваҡытта почта ташыу маршруттарын биләү системаһы уйлап табыла, ә почта адресындағы домен исеме, аныҡ компьютер исеме булыуҙан туҡтап, почта адресының бер фрагментына ғына әйләнә. Доменды хеҙмәтләндереү өсөн бик күп серверҙарҙың яуаплы булыуы (уларҙың төрлө ҡитғаларға һәм төрлө ойошмаларҙа урынлашыуы) ихтимал, шул уҡ ваҡытта бер үк домендың ҡулланыусыларының үҙ-ара бер ниндәй уртаҡлығы ла булмауы ихтимал, был бигерәк тә электрон почтаның бушлай тотонолған серверҙарына хас.
Бынан тыш электрон почтаның башҡа системалары ла (уларҙың ҡайһы берҙәре әле лә бар) була, мәҫәлән: Фидонет селтәрендә Netmail. Интернет селтәренән уларға инеү һәм унан кире сығыу почта шлюз аша башҡарыла.
Хронологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1996 йыл, 4 июль (АҠШ-тың Бойондороҡһоҙлоҡ көнө) — Hotmail почта серверының коммерция нигеҙендә эшмәкәрлеге башлана. Серверҙың эшләй башлауы интернет-провайдерҙан азат булыуҙы аңлата.
1997 йыл, 8 март — Yahoo! компанияһы RocketMail порталын һатып ала, ул — бушлай почта сервистарының береһе. Yahoo! Email сервисы барлыҡҡа килә.
1998 йыл, 15 октябрь — Mail.Ru-нан бушлай электрон почта эшләй башлай.
2000 йыл, 26 июнь — Яндекс. Почта — Яндекс компанияһынан бушлай почта сервисы эшләй башлай.
2004 йыл, 1 апрель — Google компанияһынан бушлай почта сервисы эшләй башлай.
MxA-классификацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Электрон почта терминологияһында түбәндәге компоненттар бар:
MTA (ингл. Mail Transfer Agent - почтаны ебәреү агенты) — почта серверҙары араһында почта йөрөтөү өсөн яуап бирә; ҡағиҙә булараҡ, беренсе MTA селтәр буйынса VAU-нан хәбәр ала, ул үҙ сиратында хәбәрҙе MDA-ға тапшыра; smart host аша почтаны ебәрергә мөмкин. (ингл. Agent Transfer Mail — почтаны ебәреү агеты)
MDA (ингл. Mail Delivery Agent — почта ташыусы агент) — файҙаланыусыға почтаны тапшырыу өсөн яуап бирә.
MUA (ингл. Mail user agent — файҙаланыусының почта агенты; урыҫ телендә почта клиенты тигән термин ҡулланыла) — ҡулланыусы интерфейсын тәьмин итеү, килгән хаттарҙы экранға сығарыу һәм яуап биреү, хат яҙыу, хаттарҙы икенсе адресҡа ебәреү мөмкинлеген биргән программа.
MRA (ингл. Mail retrieve agent) — почта серверы, икенсе серверҙан MDA өсөн тәғәйенләнгән протоколдар буйынса почтаны алыу менән шөғөлләнә[7].
Ҡулланыусылар почтаһын һаҡлау өсөн бүленгән серверҙарҙы файҙаланған осраҡта ҡулланыусының сервер менән эш итеүе был схемаға тура килмәгән протоколдар буйынса алып барылыуы ихтимал.
Почта серверҙары ғәҙәттә MTA һәм MDA ролен үтәй. Ҡайһы бер почта серверҙары (программалары) MTA ролен дә, шулай MDA ролен дә үтәй.
Хәҙерге заман архитектураһы (SMTP)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъяла SMTP (ингл. simple mail transfer protocol — почта тапшырыуҙың ябай протоколы) электрон почта менән дөйөм ҡабул ителгән алмашыу протоколы булып тора. Улар дөйөм ҡулланыуҙа булған ашырыу DNS логтарҙы почта ҡағиҙәләрен билдәләү өсөн (был система шәхси ла, кеүек Microsoft Exchange, SMTP башҡа сығанаҡтарҙан килгән мәғлүмәтттын сығып эш итә ала).
Төрлө домендарҙа үҙенең, бер-береһенән бойондороҡһоҙ почта системаһы көйләнгән. Һәр почта доменының бер нисә файҙаланыусыһы булырға мөмкин. (Ләкин ғәмәлдә бер ойошма йәки шәхес бер почта системаһы хеҙмәтләндергән бик күп доменға хужа булыуы ихтимал). Почта узелдан узелға почта ташыу программаһын (ингл. mail transfer agent, MTA; мәҫәлән: sendmail, exim4, postfix, Microsoft Exchange Server, Lotus Domino һәм башҡалар) файҙаланып тапшырыла. Бер-береһе менән бәйләнештә булғанда системалар стандарттар буйынса эш итә, бының өсөн SMTP протоколы ҡулланыла. Асыҡ һәм ябыҡ протоколдар булыуға ҡарамаҫтан, почта системаһы һәм ҡулланыусының үҙ-ара бәйләнеше дөйөм алғанда бер ниндәй ҡағиҙә менән дә сикләнелмәй. Поста системаһында эшләгән һәм ҡулланыусыны хеҙмәтләндергән программа MDA (ингл. mail delivery agent, почта ташыусы агент) тип атала. Ҡайһы бер почта системаларында MDA һәм MTA-ның бер программаға берләштерелеүе ихтимал, ә башҡаларҙа төрлө программалар булараҡ айырып ҡуйылыу мөмкинлеге лә бар. Ниндәйҙер почта системаһына инеү өсөн MUA (ингл. mail user agent) программаһы ҡулланыла.
Бирелгән почта системаһы эсендә (ғәҙәттә бер ойошмала булған) ойошма эсендәге хәбәрҙәрҙе тапшырыу, шулай уҡ электрон почтаға бәйле бурыстарҙы атҡарыу менән шөғөлләнеүсе бик күп почта серверҙарының булыуы ихтимал.
Релейҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]DNS ҡабул итеүсе сервер сифатында (MX-яҙыу) интернеттың теләһә ниндәй узелын күрһәтә ала, хатта ул узел ҡулланыусы доменының домен зонаһы өлөшө булмауы ла ихтимал. Шулай итеп уны почта релеингын (ебәреүҙе) өсөнсө серверҙар аша көйләү өсөн ҡулланырға мөмкин. Сит сервер (мәҫәлән, ҡулланыусының серверена ҡарағанда ышаныслыраҡ) почтаны ҡулланыусы домены өсөн ҡабул итеп ала һәм уны мөмкинлек тыуыу менән ҡулланыусының почта серверҙарына ебәрә. Бындай серверҙар асыҡ релейҙар тип атала.
Почтаны мартшрутлаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Почта серверы, почтаны алғас (локаль сығанаҡтан йәки икенсе бер серверҙан), почтаны эшкәртеү өсөн үҙенсәлекле ҡағиҙәләрҙең барлығын-юҡлығын тикшерә, әгәр ҙә үҙенсәлекле ҡағиҙәләрҙең булмауы асыҡланһа, почта доменының сервер өсөн локаль булыу-булмауы тикшерелә. Әгәр булһа, хат эшкәртеү өсөн ҡабул ителә. Әгәр ҙә домендың локаль булмауы асыҡланһа, почтаны маршрутлаштырыу процедуралары ҡулланыла).
Почта алыу протоколдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Почта ебәрелгән адрес серверына килеп еткәндән һуң килгән почтаны ваҡытлыса йәки даими һаҡлау ойошторола. Почта менән эшләүҙе ике төрлө модель ҡулланыла: почта һаҡлағыс (йәшник)) концепцияһы йәки почта терминалы.
POP3
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Почта һаҡлағыс концепцияһында килгән почта сикләнгән күләмдә серверҙа ваҡытлыса һаҡлана (ҡағыҙ почта өсөн ҡулланылған почта йәшниктәренә оҡшаш), ә ҡулланыусы ваҡыт-ваҡыт почтаны асып ҡарай һәм хаттарҙы «ала» (йәғни клиент хаттың күсермәһен үҙенә күсереп ҡуя ла почта йәшнигенән оригиналды юйҙыра). Ошо концепция нигеҙендә POP3 протоколы эшләй.
IMAP
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Почта терминалы концепцияһы почта йәшниге менән бәйле, бөтә корреспонденциялар (ебәрелгән хаттарҙың күсермәләрен дә индереп), серверҙа һаҡлана, ә ҡулланыусы корреспонденцияларҙы ҡарау һәм яңы хат яҙыу өсөн (шул иҫәптән башҡа яуап хатын да) һаҡлағысҡа мөрәжәғәт итә. IMAP протоколы һәм түләүһеҙ почта хеҙмәттәренең күпселек веб-интерфейстары ошо принцип нигеҙендә эшләй. Почта аша килгән хаттарҙы ошолай һаҡлау өсөн почта серверҙарынынан ҙур ҡеүәттәр талапт итә, һөҙөмтәлә, күп кенә осраҡта почта ебәргән почта серверҙары менән хаттарҙы һаҡлау серверҙары араһында бүленеш барлыҡҡа килә.
Айырмалылыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Протокол эшенә нигеҙләнеп, уларҙы ике төп критерий буйынса бүлергә мөмкин:
серверҙың хеҙмәт етештереүсәнлеге — был йәһәттән IMAP, РОРЗ-ҡа ҡарағанда, ресурстарға талапсаныраҡ, сөнки почта эшкәртеү буйынса бөтә эш (эҙләнеү кеүек) сервер елкәһенә төшә, ә РОРЗ тик почтаны клиентҡа ғына тапшырыу менән шөғөлләнә; каналдың үткәреү һәләтлеге — был йәһәттән IMAP «ота»: РОРЗ бөтә хаттарҙы ла тулыһынса тапшыра, ә IMAP хаттарҙың айырым өлөштәрен генә, әйтәйек, текст өлөшөн генә, тапшыра ала, ә ҡалған өлөштәрен — үтенес (запрос) буйынса ғына.
Хат структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]SMTP протоколдары буйынса тапшырылғанда электрон хат түбәндәге өлөштәрҙән тора.
1 SMTP-конверттың сервер тарафынан алынған мәғлүмәттәре. Был мәғлүмәттәрҙең бер өлөшө хаттың үҙендә булмауы ихтимал. Мәҫәлән, RCPT TO (envelope to)-ла хатты алыусылар исемлеге бирелә, шул уҡ ваҡытта хатта уны алыусының күрһәтелмәүе мөмкин. Был хәбәр серверҙан ситкә SMTP протоколы сиктәрендә генә тапшырыла, һәм протоколды алмаштырыу арҡаһында (мәҫәлән, алыусы узелда эске маршрутлаштырыу барышында) был хәбәрҙең юғалыуы ихтимал. Күпселек осраҡта хатты алыусы был мәғлүмәтте белмәй, сөнки ул почта йәшнигенә инеү өсөн SMTP-протоколдарын (POP3, IMAP) ҡулланмай. Системаның эшкә һәләтлеген контролдә тотоу өсөн был инфоормация почта серверҙары журналдарында һаҡлана.
2 Хәбәр үҙе (SMTP протоколы терминологияһында — 'DATA'), буш юл менән бүленгән түбәндәге өлөштәрҙән тора: хат исеме (ингл. headers) — уларҙа ярҙамсы информация һәм хат улар аша үткән почта серверҙары билдәләре, өҫтөнлөктәр тураһында билдәләр, хат яҙыусының һәм хат алыусының адрестары һәм исемдәре һәм башҡа мәғлүмәттәр күрһәтелә; хат үҙе (ингл. body) — уның эсендә хәбәр.
3 SMTP-конверт мәғлүмәттәре
4 SMTP-конверт мәғлүмәттәрендә параметрҙарҙы үҙ эсенә ала, улар түбәндәге командалар менән бирелә:
5 HELO/EHLO параметры — хатты ебәреүсе узелдың исеме (FQDN), йәки хатты ебәреүсе узелдың адрес-литералы,
6 FROM MAIL параметры — хат яҙыусының e-mail-н үҙ эсенә ала. Адрестың ирекле булыуы ихтимал (шул иҫәптән ғәмәлдә булмауы, SMTP быны рөхсәтитә; әммә RFC 5321 ҡулланыу тәҡдимдәрен үҙ эсенә ала, йәки махсус хәбәрҙәр өсөн Null Reverse-Path;, йәки ғәмәлдә ҡулланылған e-mail-ды[8]), әммә тап ошо мәғәнә хәбәр ташфыуҙағы хаталар тураһында белдереүҙәр яҙыу өсөн файҙаланыла. Спамға[9] тәүге тикшереү ваҡытында ла һәм башҡа осраҡтарҙа ла был адрестың тикшерелеүе мөмкин[ниндәй?]. Хәбәр ебәргәндә клиент MAIL FROM-ғаFrom яланынан йөкмәтке төҙөй.
7 RCPT TO параметры — конвертта почта ташыу өсөн иң мөһим йөкмәтке, унда бер йәки бер нисә ҡулланыусының электрон адрестары була. SMTP-конвертты тултырғанда RCPT TO-ны бер нисә тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Хәбәр ебәргәндә ғәҙәти почта клиенты RCPT TO өсөн To, Cc һәм BccПяландарынан йөкмәтике туплай.
Хат исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хаттың исеме RFC стандарттары менән тасуирлана:
[RFC:2076 2076 RFC] — Common Message Headers Internet (хәбәрҙәр исемдәренең дөйөм ҡулланылышҡа ҡабул ителгән стандарттары), мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә башҡа RFC-ҙан ала: [rfc:822 822 RFC], [rfc:1036 1036 RFC], [rfc:1123 1123 RFC], [rfc:1327 1327 RFC], [rfc:1496 1496 RFC], [rfc:1521 1521 RFC], [rfc:1766 1766 RFC], [rfc:1806 1806 RFC], [rfc:1864 1864 RFC], RFC 1911).
[rfc:4021 4021 RFC] — MIME-ТӨР of Карла Registration and email Header (MIME исемдәре өсөн почтаһыны һәм исемдәрҙе теркәү).
Хаттың исеме хаттың йөкмәткеһенән буш юл менән айырыла.
Исемдәр хаттарҙы һәм ярҙамсы билдәләрҙе журналға теркәү өсөн файҙаланыла (ҡайһы берҙә уларҙы кладждар тип атайҙар). Microsoft Outlook-та улар «Интернеттағы исеме» тип атала.
Ғәҙәттә исемдәр аҫтан өҫкә ҡуйыла.
Йыш ҡулланылған исемдәр
Коммерцияла файҙаланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта почта системаларын коммерцияла файҙаланыуҙың түбәндәге модельдәре бар:
Йорт һәм корпоратив системалар — почта системаһы хужаһының үҙ йәки ҡуртымға алаған йыһазында эшләй (ғәҙәттә ул почта серверы эшләй торған домен хужаһы ла булып тора).
1 почта ҡабул итеү/ебәреү хеҙмәте ситтән тороп башҡарыла. Ойошма (шәхес) домен менән идара итә һәм үҙалла яҙышыу архивын һаҡлай.
2 Почта ҡабул итеү/ебәреү һәм һаҡлау хеҙмәтен сит ойошма үҙе йыһаздарында башҡара. Заказ биреүсе хаттар ебәреү һәм архивҡа кереү өсөн башҡарыу системаһына кереү мөмкинлеген ала. Шул уҡ ваҡытта почто домены заказсы милендә ҡала.
3 Хаттарҙы ҡабул итеү, ебәреү, саҡлау эшен башҡарыусы үтәй, почто домены башҡарыусыла була. Был сервистарҙың күпселеге бушлай һәм реклама күрһәтеү иҫәбенә эшләй, йәки башҡа серверҙаға бушлай ҡушымта булып тора.
Проблемалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡушымта күләмен сикләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Электрон почта хәбәрҙәре бер йәки бер нисә өҫтәмә файҙалы документтарҙы, PDF-файлдарҙы һәм ҡағыҙ документарҙың сканерланған рәсемдәрен үҙ эсенә ала[8]. Төптә, ҡушымталар күләменә йәки һанына техник сикләүҙәр юҡ[9]. Әммә ғәмәлдә почта клиенттары, серверҙар һәм интернет-провайдерҙар файлдың йәки бөтә электрон хаттың күләмен сикләй - ғәҙәттә 25 МБ йәки унан аҙыраҡ[10].
Йыш тапшырыла торған зарарлы программа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Электрон хаттар күп осраҡта зарарлы программалар таратыу сығанағы булып тора[11]. Был еш кеше ағартылғансы уйланып, программаларҙы хатҡа беркетеп ебәреү һәм адресатты файлды асырға ышандырыу аша башҡарыла. Электрон почта аша таратылған зарарлы программаларҙың төрҙәре компьютер яндары һәм программа-шефшан эсенә ала[12].
Электрон почта бомбалауы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Электрон почтаны бомбалау - маҡсатлы адресҡа бик күп хаттар ебәреү. Маҡсатлы адресҡа күпләп хат ебәреү уның ҡулланыуға яраҡһыҙ һәм хат серверенең сафтан сығыуына килтереү ихтималлығын арттыра.
Хосусиллыҡ мәсьәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөнгө көндә интернеттағы һәм эске почта системаларын айырыу важны. Интернеттағы электрон почта ебәреүсе йәки ҡабул итеүсе контроле булмаған селтәрҙәрҙә һәм компьютерҙарҙа тапшырыла һәм һаҡланырға мөмкин. Тапшырыу осоронда өсөнсө яҡтар контентты уҡыуы йәки хатта үҙгәртергә мөмкин[13]. Эске почта системалары, мәғлүмәт берәй ваҡытта ойошма селтәренән сыҡмағанлыҡтан, хәүефһеҙерәк булыуы мөмкин, әммә мәғлүмәт технологиялары хеҙмәткәрҙәре һәм контроль йәки идара итеүгә яуаплы башҡа кешеләрҙең башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең электрон почтаһына инеү мөмкинлеге бар[14].
Рәсәйҙә закондар ярҙамында көйләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Федераль закон № 152-ФЗ «Персональ мәғлүмәттәр тураһында».
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- @
- Веб-почта
- Сравнение серверов электронной почты (инг.)баш.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Электронная почта — Словарь — SeoPult.Ru .
- ↑ Email потерял дефис 2014 йыл 1 март архивланған.
- ↑ Журнал «КомпьютерПресс» | Интернет-почта
- ↑ 4,0 4,1 Вопрос № 220471 Грамота.ру
- ↑ Вопрос № 195511 Грамота.ру
- ↑ Поиск ответа . new.gramota.ru. Дата обращения: 14 март 2019.
- ↑ MuttWiki: MailConcept 2008 йыл 16 декабрь архивланған.
- ↑ Email Attachments . it.mst.edu. Дата обращения: 4 декабрь 2024.
- ↑ The Ultimate Guide to Email Attachment Types – What You Need to Know . chatableapps.com. Дата обращения: 4 декабрь 2024.
- ↑ Set Message Size Limits in Exchange 2010 and Exchange 2007 . exchangepedia.com. Дата обращения: 4 декабрь 2024.
- ↑ Security Bite: iCloud Mail, Gmail, others shockingly bad at detecting malware, study finds . 9to5mac.com. Дата обращения: 4 декабрь 2024.
- ↑ LockBit ransomware spread in millions of emails via Phorpiex botnet . www.scworld.com. Дата обращения: 4 декабрь 2024.
- ↑ Why Email Is Not Secure . www.filemail.com. Дата обращения: 4 декабрь 2024.
- ↑ Email Security Tips For Employees: How to Keep Your Organization Protected . blog.rsisecurity.com. Дата обращения: 4 декабрь 2024.