Эткүл (күл)
Эткүл | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Эткүл күле — Силәбе өлкәһенең Этҡол районындағы шул уҡ исемле ауылдың эргәһендәге күл. Өҫкө майҙаны — 4,6 км², уртаса тәрәнлеге — 2,2 м, максималь тәрәнлеге — 3,4 метр.
Фараздарҙың береһе буйынса күлдең исеме башҡорт телендәге эт — «собака» һәм күл — «озеро» һүҙҙәренән килеп сыҡҡан, йәғни «эт күле». Шулай уҡ атаманың нигеҙендә башҡорттарҙа[2] билдәле булған шәхси төрки ир-ат исеме Иткол (Этҡол) ятыуы мөмкин.
Эткүл күле 1742 йылда уҡ картаға төшөрөлгән булған. Күлдең һыҙаттары хәҙерге ваҡыттағы күлдекенә яҡын.
Ҡасандыр был күлгә Севастьянка йылғаһы ҡоя. Хәҙер ул ябылған, йылға һайыҡҡан һәм аҡмай. Әммә Эткүлдән көнбайыштағы — Геранькино, Моховое, Ершово, Шахматово һаҙлыҡтары ҡасандыр үҙ-ара тоташҡан һәм артыҡ һыуҙарын Севастьянка аша Эткүлгә ташлап торған булыуы мөмкин.
Күлдән Печенкино ауылы яғына ҡылымыҡ ағып сыға, ул Хохловатое күленә ҡоя.
Күлдә табан балыҡ һәм майма бар. Йыш ҡына ротан осрай.
Күлдә ҡамыш, күрән, һыу үләне, мөгөҙьяпраҡ, хара һымаҡтар (йәшел ылымыҡтар төркөмө) һәм башҡа ылымыҡтар үҫә.
Көнбайыш һәм төньяҡ яры буйлап Этҡол ауылы урынлашҡан. Көнсығыш ярында реликт ҡарағай урманы бар.
Күл төбөндә сапропель табылған — 14,3 млн куб.м.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Топонимика Челябинской области . Архивировано 28 май 2011 года. 2011 йыл 28 май архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сапропели Еткуля (неопр.) (недоступная ссылка — история ).
- Озеро Еткуль (рус.). www.cheltravel.ru. Дата обращения: 14 декабря 2019.