Яппаров Хажғәле Муллағәле улы
Хажғәле Муллағәле улы Яппаров | |
Тыуған көнө |
28 февраль 1929 (95 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Рәжәп улусы, Иҫке Дөмәй ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
ауыл хужалығы |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
иҡтисад фәндәре кандидаты |
Награда һәм премиялары |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы |
Яппаров Хажғәле Муллағәле улы (28 февраль 1929 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1967), доцент (1969). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, РСФСР юғары мәктәбе отличнигы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хажғәле Муллағәле улы Яппаров Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны Рәжәп улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы) Иҫке Дөмәй ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт[1].
1947 йылда Иҫке Дөмәй урта мәктәбен тамамлай. «Биш партизан» колхозында хисапсы булып эшләй.
1954 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зоотехния факультетын ҡыҙыл диплом менән тамамлай.
1954 йылдан Подгорное машина-трактор станцияһында участок зоотехнигы, баш зоотехник булып эшләй.
1958 йылдан — Йомағужа район ауыл хужалығы инспекцияһының баш зоотехнигы. 1959 йылдан Салауат исемендәге колхоз рәйесе вазифаһын башҡара[2].
1962 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының Ауыл хужалығы преприятиеларын ойоштороу кафедраһы эргәһендәге көндөҙгө аспирантураға (уҡырға керә. 1967 йылда диссертация яҡлай һәм иҡтисад фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала.
1965 йылдан «Птицепром» тресында баш зоотехник — директор урынбаҫары булып эшләй[2].
1969—1991 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡыта.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡошсолоҡ иҡтисады, эске хужалыҡ хисабы һәм ауыл хужалығы производствоһы идаралығы буйынса 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].
Башҡорттарҙың йылан ҡәбиләһе, Иҫке Дөмәй ауылы тарихына арналған «Беҙҙең шәжәрә: Йылан башҡорттары тарихы» («Наше шежере: История еланских башкир», 1999) монографияһын баҫтырып сығара.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Птицеводство — на промышленную основу / Х. М. Яппаров, И. К. Ульянов, В. И. Жарков и др. — Уфа : Башкнигоиздат, 1968. — 105 с.
- Яппаров, Хазгали Муллагалеевич. Наше шежере : История еланских башкир. — Уфа : Китап, 1999. — 270 с. — ISBN 5-295-02630-2
- Яппаров, Хазгали Муллагалеевич. Сквозь годы : автобиографические очерки. — Уфа : Китап, 2006 (Уфа : Башкортостан). — 173 с. — ISBN 5-295-03737-1
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР юғары мәктәбе отличнигы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Яппаров Х. М. Наше шежере : История еланских башкир. — Уфа: Китап, 1999. — С. 2. — 270 с. — ISBN 5-295-02630-2.
- ↑ 2,0 2,1 Ринат Камал. Крепкий орешек . Республика Башкортостан (1 декабрь 2004). Дата обращения: 5 март 2018.(недоступная ссылка)
- 28 февралдә тыуғандар
- 1929 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Илеш районында тыуғандар
- Иҡтисад фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса иҡтисадсылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсылары
- Колхоз рәйестәре
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары
- КПСС ағзалары