Яёй осоро
Япония тарихы |
---|
|
Яёй осоро (яп. 弥生時代 яёй дзидай) — Японияның (б.э.т. 300 (900) йылдар. — б.э.т. 250 (300) йылдарҙағы тарихи осоро. Көнбайыш илдәрен археологик осорҙарға бүлеү буйынса был осор бронза һәм тимер быуаттарға тура килә. Был осорҙоң үҙенсәлеге-халыҡ һанының байтаҡ үҫеүе һәм Японияла һыу баҫҡан урындарҙа дөгө сәсеү барлыҡҡа килгәндән һуң ауыл хужалығындағы революция, металдан эшләнгән ҡоралдар етештерә башлау, социаль төркөмдәрҙең һәм шулай уҡ тәүге дәүләт башланғыстарының барлыҡҡа килеүе.
Исеменең барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Яёй» — Токио янындағы (хәҙерге Токио префектураһының Бункё махсус районы) халыҡ йәшәгән урындың исеме. Унда 1884 йылда археологик ҡаҙыуҙар ваҡытында дзёмон осорондағынан айырылып торған, бөтөнләй икенсе стилдә эшләнгән керамика әйберҙәре табылған. XX быуат башында бындай стилдәге керамика әйберҙәре барлыҡ Япония территорияһында ла табыла. Уларҙы даталау ғалимдарға Япон архипелагының Дзёмон осоронан яңы тарихи осорға күсеүен раҫларға мөмкинлек биргән. Был осорҙо тәүге артефакт булған керамика әйбер табылған урындың исеме менән Яёй осоро тип атағандар. Осорҙоң археологик мәҙәниәтен дә «Яёй мәҙәниәте» тип атағандар.
Осорҙарға буленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Традицион историография Яёй дәүере б.э.т. III быуатта башланған һәм б.э.т. III быуатында тамамланған тип иҫәпләй. Уның шулай бүленеше керамика әйберҙәрҙең эшләнеү датаһы һәм уларҙың классификацияланыуына нигеҙләнгән. Был осор өс стадияға бүленгән: башланғыс (б.э.т. III—I быуаттар), уртансы (б.э.т. I быуат- б.э.т. I быуат), һуңғы (б.э.т. I—III быуаттары).
Ләкин Япония милли тарих һәм этнография музейы тикшеренеүселәре Яёй осорон 500 йыл тирәһе алданыраҡ башланып, б.э.т. IX быуатына тиклем дауам иткән тип фаразлай. Үҙҙәренең фаразлауын улар «Яёй мәҙәниәте» осоронда табылған керамик әйберҙәрҙе иҫкесә радиоуглерод методы менән тикшереүҙәр һәм яңы АСМ (масс-спектрометрия тиҙләткес) методы менән тикшереүҙәр нигеҙенсә уларҙы яңыса даталау менән иҫбатлайҙар.
Дөйөм һыҙаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яёй осороноң иң тәүге археологик ҡомартҡылары Кюсю утрауының төньяғында табыла[1]. Һуңғараҡ Яёй мәҙәниәтенә ҡараған әйберҙәр Хонсю утрауында ла табыла башлай.
Яёй осороноң башланыуына япон утрауҙарына яңы континенталь сығышлы мәҙәниәттең килеүе ҙур йоғонто яһаған тип фаразлайҙар. Был йоғонтоноң үҙенсәлеге булып һыу баҫар ерҙәрҙә дөгө сәсеп үҫтереү, көршәксе әйләнәһенең (әүернәһенең) һәм туҡыу станогының барлыҡҡа килеүе, металл (баҡыр, бронза, тимер) эшкәртеү һәм нығытылған ҡаласыҡ стеналары торған.
Бер теория буйынса, Хань империяһы менән Кочосон дәүләте араһындағы конфликттың килеп сығыуы һәм был конфликтта Кочосандың еңелеп, б.э.т. 108 йылда бөтөнләйгә юҡ ителеүе арҡаһында Японияға материктағы халыҡтың һәм Хань власын танырға теләмәгән сигенеүсе ғәскәрҙәрҙең күмәкләшеп күсеүе арҡаһында килеп сыҡҡан.
Хань власы ваҡытында Хонсю утрауының көньяҡ өлөштәре континенттағы Хань власы менән риза булмаған кешеләрҙең ҡасып ятҡан һәм Хангә ҡаршылыҡ күрһәткән хәрәкәттең үҙәге булып тора. Был корея дәүләте тип аталған өс дәүләтте барлыҡҡа килтергән, тик был ваҡытта кореялылар йәки япондар тигән этнос буулмаған. Шул уҡ ваҡытта Хонсю утрауында Дзёмон мәҙәниәтенә ҡараған аборигендарҙың эмиси дәүләте лә булған.
Яёй осорондағы боронғо кешеләрҙең торған урындары Көнбайыш Японияның Кюсю һәм Хонсю утрауҙарында табылған. Бының классик миҫалы — Сага префектураһындағы Ёсиногари ҡаласығы. Археологтар бында бик күп төрлө бай археологик материалдар-керамик һауыт-һабалар, бронзанан яһалған ритуал әйберҙәр(ҡыңғырауҙар, биҙәүестәр) һәм металдан эшләнгән ҡоралдар(ҡылыстар, уҡ баштары, гэ ҡоралының һәм һөңгөләрҙең баштарын)тапҡандар. Тарихсыларҙың фекере буйынса боронғо заманда дөгө һатыу Япон архипелагын социаль стратификациялауға килтергән һәм өҫтәмә продукттың һанын арттырған. Халыҡтар берләшмәһендә бай шамандар һәм хәрбиҙәр ҡатламы, шул уҡ ваҡытта хоҡуҡһыҙ тәүге ҡолдар ҙа барлыҡҡа килгән.
Яңыса хужалыҡ итә башлау Яей мәҙәниәте осоронда Япон утрауҙарының көнсығышына (хәҙерге Аомори префектураһы) тиклем таралған. Шуның арҡаһында Кюсю, Хонсю һәм Сикоку утрауҙарында кешеләр һаны артып киткән. Өҫтәмә продукттың артыуы һәм идара итеүсе ҡатламдың барлыҡҡа килеүе хәрби конфликттар килтереп сығарған. Был осорҙоң икесе яртыһында кешеләрҙең ҡәберҙәрендә иректән көсләп мәхрүм ителгән кешеләрҙең ҡалдыҡтары табылған, был социаль көсөргәнештең был ваҡытта бейек булыуын иҫбатлаған[2].
Һуғыштар берләшмәләрҙең «коалицияға» килеүенә һәм башланғыс хөкүмәт элементтарнының килеп сығыуына килтерә. "Яматай иленең " башында ван-ҡатын -батша-шаман Химико тора.
Окинава һәм Хоккайдо Яматай иленән алыҫ торғанлыҡтан бөтөнләй тейерлек Яёй мәҙәниәте йоғонтоһона эләкмәгән. Унда рюкюслылар һәм айндар нигеҙләгән һуңғы дзёмон традициялары хөкөм һөргән. Шулай итеп ике утрау төбәктәрендәге тарихи осорҙарға бүленеш Японияның үҙәк ерҙәрендәге бүленешкә туры килеп бөтмәй.
Яёй халҡының килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яёй халҡының килеп сығыуы тураһында ике төрлө ҡапма-ҡаршы ҡараш бар Беренсеһе буйынса "Яёй мәҙәниәте" тип аталған мәҙәниәт Японияға Корея ярымутрауынан һәм хәҙерге Ҡытай территорияһынан мигация яһаған халыҡтар тарафынан килтерелгән тип фаразлана. Ә икенсе ҡараш буйынса япон утрауҙарында йәшәгән халыҡтың үҙаллы үҫеше һәм Азия континентынан төрлө "ноу-хауҙарҙы " импортҡа эләктереп, күсергәнлектән барлыҡҡа килгән тип иҫбатлай. Көнбайыш тарихсылары был бәхәстә миграция теорияһы яҡлы, ә япон ғалимдары «автохтонлыҡ» концепциялары яҡлы.
Ҡайһы бер япон ғалимдары ла шулай уҡ"миграция теорияһы" яҡлы. Уларҙың иҫәпләүҙәре буйынса Яёй осоронда Японияға күсеп килеүселәрҙең һаны (б.э.т. III быуат—б.э. III быуаттарҙан) алып VIII быуатҡа тиклем 1 200 000 кеше булған, ә был Яей осороноң башында урындағы халыҡтың һаны 1 миллион самаһын тәшкил иткән. VIII быуатта Япония халҡының дөйөм һаны 5 600 000 кешенән торған
Дзёмон һәм Яёй осорондағы ҡәберлектәрҙе тикшергәндә был осорҙа йәшәгән халыҡтарҙың бер береһенә оҡшаш булмауы асыҡлана. Сағыштырған саҡта,Дзёмон халыҡтарының буйы тәбәшәгерәк, оҙон иңбашлы, ә бот һөйәктәре ҡыҫҡа, ҙур күҙле, киң битле, бит сырайҙары, бигерәк тә танауҙары ҙур булған[3]. Яёй халыҡ вәкилдәренең буйҙары оҙонораҡ, күҙҙәре бер -береһенә яҡын урынлашҡан, тар битлеһәм йәмшек танаулы булғандар. Кофун осоронда археологтар тапҡан һөлдәләр, айну һәм Окинава халыҡтарының һөлдәләренән башҡалары, хәҙерге заман япондарының һөлдәләренә оҡшаш булған[4].Ошо күҙәтеүҙәр япондарҙың азия иммигранттары тоҡомдарынан сыҡҡан һәм улар урындағы халыҡ менән популяцияға ингән ҡатнаш халыҡтар тип һөҙөмтәләр эшләргә мөмкинлек бирә. Ә айну халҡы -Дзёмон осоронда йәшәгән, үҙенең сафлығын һаҡлап ҡалған халыҡ тоҡомонан ғибәрәт[5].
Һуңғы йылдарҙағы археологик ҡаҙаныуҙар Көнбайыш Япония халҡы ҡытай халҡы менән генетик бәйле тип иҫбатлауҙарға юл ҡуялар. 1996 — 1999 йылдарҙа Япония Милли фәнни музейының фән хеҙмәткәре Сатоси Ямагути етәкләгән команда Японияның көнбайыш префектуралары Ямагутиҙа һәм Фукуокала табылған Яей кеше һөлдәләрен Ҡытай яр буйындағы Цзянсу провинцияһындағы кешеләрҙең ҡалдыҡтары менән ДНК-тестар ярҙамында тикщергән һәм улар араһында бик күп оҡшашлыҡтар тапҡан[6]. 1999 йылда үткәрелгән ДНК-тестар Яёй халҡы Янцзынан көньяҡтағы халыҡтарҙың сыҡҡанлығын иҫбатлай[7].
Шул уҡ ваҡытта байтаҡ ғалимдар корея халыҡтары ла, үҙәрендәге дөгө сәсеү, шымартылып таштан эшләнгән эш ҡоралдарын, ағастан эшләнгән ауыл хужалығы ҡоралдарын, тимер инструменттарҙы туҡыу технологияларын, ашамлыҡтарҙы һаҡлау өсөн ҡулланылған керамик көршәктәрҙе, ҡулға өйрәтелгән сусҡаларҙы ,һ б. үҙҙәре менән Японияға алып килгәндәр, тип Хадсондың археологик тикшеренеүҙәре нигеҙендә иҫбатлайҙар[8]. Корея ярымутрауынан күскән халыҡтарҙың иҫәбе лә күп булған, ә Яей мәҙәниәте Кореяға яҡын торған Кюсю утрауында барлыҡҡа килгән. Археологик тикшеренеүҙәр ваҡытында табылған Яей керамикаһы, ҡурғандар һәм аҙыҡ һаҡлау технологиялары шул осорҙағы көньяҡ Кореялағы кеүек була һәм шул уҡ ваҡыттағы Дземон керамикаһынан айырылып тора[9].
Ғалимдарҙың байтағы Япония халҡының бик ныҡ артып китеү сәбәбен бары тик миграцияға ғына ябып ҡалдырмайҙар. Улар быны кешеләрҙең һунар һәм емеш-еләк йыйыуҙан тәү сиратта ауыл хужалығында дөгө сәсеүгә күскәнлек менән дә аңлаталар. Шулай ҙа Япония ерҙәренә континенттан фермерҙар күсеп килеп ултырғанды иҫбатлаусы бик күп археологик ҡомартҡылар бар.
Яей һәм Дзёмон осоронда бөтә кешеләр ҙә бер төрҙәге ер өйҙәрҙә һәм түңәрәк өйҙәрҙә йәшәгән. Уларҙың барыһы ла таштан эшләнгән һунар ҡоралдарын, балыҡ тотоу өсөн һөйәктән эшләнгән ҡоралдар менән, ҡабырсаҡтан яһалған беләҙектәр менә файҙаланған, һауыт-һабаны, ҡоралдарҙы һәм һәр төрлө тормош әйберҙәрен бер үк төрлө лак менән биҙәгәндәр.
Ҡытай сығанаҡтарының күрһәтеүҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Япон архипелагында йәшәүселәр тураһында б.э.т. 57 йылында «Истории династии Поздняя Хань» (後漢書) тигән китабында телгә алына. Унда На япон иленең әмире императорҙан алтын мисәт алған тип әйтелә. 275 йылда япондар икенсе тапҡыр "Вэй хроникаһындағы" (魏志) "Предание о людях ва" тигән өлөшөндә иҫкә алына. Унда Япон архипелагының 30 иле һәм Химико етәкләгән "Яматай иленең " Ҡытайҙың вассалы булыуы тураһында яҙылған. Ҡытайҙар үҙҙәрен япондарҙан өҫтөн торған тип иҫәпләп, уларҙы түбәнһеткән исем менән « ва кешеләре» (倭人 — "карликтар "тип мең йылдар буйы атап йөрөткәндәр.
Ҡытай тарихсылары Ва илен бик күп бер-береһе менән аралашмаған тарҡау ойошмаларҙан торған,һәр саҡ һуғыш конфликттарында булған ил тип һанағандар, Ысынлап та күп утыраҡтарҙың һыу менән уратып алыныуы йә булмаһа тау башында тороуы бының төп дәлиле булып тора. Археологик ҡаҙыныуҙар барышында ҡәберҙәрҙәге кеше ҡалдыҡтарының баш һөйәге булмауы һәм уларҙа уҡтарҙың башағы табылыуы тап ошо турала һөйләй. Илдә булған тарҡаулыҡ һәм һуғыштар тураһында япондарҙың тарихи сығанағы булған «Нихонги» ҙа быны иҫбатлап тора.
Ҡытай сығанаҡтарында күрһәтелеүенсә III быуатта Ва кешеләре сей балыҡ, йәшелсә, дөгө менән туҡланған, аҙыҡ бамбуктан эшләнгән батмустарға һалып ашарға килтерелгән, дини йолалар ваҡытында кешеләр ҡулдарын сәбәкәйләгәндәр, торған ерҙәрен һыу менән тултырылған валдар менән уратҡандар. Йәмғиәттә Ва кешеләре вассал-сюзерен мөнәсәбәтендә булып, төрлө һалымдар түләгәндәр, уларҙа дөгө һаҡлағыс төҙөлмәләр һәм баҙарҙар булған. Үлгән кешеләр өсөн мәтам тотҡандар[10].
Әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был осорҙоң социаль һәм мәҙәни һөҙөмтәләре бик ҙур әһәмиәткә эйә., сөнки япон йәмғиәте "хужалыҡ революцияһын " татыған, емеш-еләк йыйыуҙан үҫемселек менән булышҡан, таш ҡоралдарҙан металл ҡулланыуға күскән ил. Унда өҫтәлмә продукттың күбәйеүе арҡаһында халыҡ һаны 3-4 тапҡырға артҡан, шунлыҡтан социаль ҡатламдарҙың барлыҡҡа килеүе һәм дәүләттең тәүге формалары барлыҡҡа килгән[2].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Воробьев М. В. Япония в III—VII веках: этнос, общество, культура и окружающий мир. М.: Наука, 1980. — 344 с.
- Суровень Д. А. Древние государства южного Китая и этногенез народа вожэнь // Китай: история и современность. Материалы научно-практической конференции, 11-12 ноября 2009 г. Екатеринбург: Уральский государственный университет, 2010. С.116-123.[1] 2015 йыл 29 март архивланған.
- Суровень Д. А. Возникновение раннерабовладельческого государства в Японии (I век до н. э. — III век н. э.) // Проблемы истории, филологии, культуры. Москва — Магнитогорск: Ин-т археологии РАН — МГПИ, 1995. Вып.2. С.150-175. [2] 2014 йыл 14 июль архивланған.
- Суровень Д. А. Правовой статус лиц без гражданства в древнеяпонском праве: сэйкō в I—III веках // Право. Законодательство. Личность. 2012, № 1 (14). С. 14-22 [3](недоступная ссылка)
- Рубель В. А. Японская цивилизация: традиционное общество и государственность. — Киев: «Аквилон-Пресс», 1997. — 256с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 縄文後期~弥生6期土器形式併行関係一覧表, National Museum of Japanese History
- ↑ 2,0 2,1 О Японии /История Японии и ее эпохи /Яёй — Бронзово-железный век Японии
- ↑ 縄文人の顔と骨格-骨格の比較, Information-technology Promotion Agency
- ↑ Jared Diamond (June 1998).
- ↑ 03) Яёй дзидай: зарождение японской государственности — Периоды японской истории — Статьи о Японии — Fushigi Nippon — Загадочная Япония
- ↑ Long Journey to Prehistorical Japan 2015 йыл 21 апрель архивланған. (яп.
- ↑ Yayoi linked to Yangtze area: DNA tests reveal similarities to early wet-rice farmers.
- ↑ Mark J. Hudson.
- ↑ Jared Diamond (June 1, 1998).
- ↑ 03) Яёй дзидай: зарождение японской государственности — Периоды японской истории — Статьи о Японии — Fushigi Nippon — Загадочная Япония
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЯЁЙ // Япония от А до Я. Популярная иллюстрированная энциклопедия. (CD-ROM). — М.: Directmedia Publishing, «Япония сегодня», 2008. — ISBN 978-5-94865-190-3.
- (рус.) Яёй — Бронзово-железный век (копия 2015 йыл 4 июль архивланған.)
- (рус.) Яёй — Словарь изобразительного искусства 2013 йыл 15 май архивланған.(недоступная ссылка с 14-06-2016 (157 дней))
- (рус.) Музей периода Яёй
- (яп.) Доисторическая Япония 2006 йыл 19 ноябрь архивланған.
- (англ.) Культура Яёй