Сикоку

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ошибка: блок «Халыҡ тығыҙлығы» отсутствует в шаблоне Геокар.

Сикоку
япон. 四国
Japan shikoku map small.png
33°45′00″ с. ш. 133°30′00″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице
Ил Япония Япония
Сикоку (Япония)
Brown 804000 pog.svg
Сикоку
Майҙаны 18,800 км²
Иң бейек нөктәһе 1982 м
Халҡы (2005 йыл) 4 141 955 кеше
Commons-logo.svg Сикоку Викимилекта Викимилектә

Сико́ку[1] (япон. 四国?, «дүрт өлкә») — Япон утрауҙары составындағы утрау, Японияның регионы. Япон утрауҙары араһында майҙаны һәм халыҡ һаны буйынса дүртенсе урында[2].

«Сикоку» һүҙе ике төрлө мәғәнәгә эйә. Тар мәғәнәлә ул тик Сикоку утрауын, ә киң мәғәнәлә — Сикоку регионын (四国地方 (япон. しこくちほうɕi̥koku̥ t͡ɕihoː?)) аңлата. Был регионға Сикоку утрауынан тыш бәләкәй күрше утрауҙар керә. Борон был утрау Көньяҡ диңгеҙ регионына (Нанкайдо) ингән.

Хонсю утрауы менән өс күпер системалары менән тоташҡан.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҙурлығы буйынса донъяла илленсе утрау будып тора.

Утрауҙың рельефы башлыса таулы. Көнбайыштан көнсығышҡа һуҙылған тауҙар Сикокуны ике субрегионға бүлә. Төньяҡ субрегионы Эске Япон диңгеҙе һыуҙары менән, ә көньяҡ субрегионы — Тымыҡ океан һыуҙары менән йыуыла. Утрауҙың иң бейек нөктәһе — Исидзути тауы (бейеклеге — 1982 м), ул Эхиме префектураһында урынлашҡан. Яр буйҙары тирәһендә тигеҙлектәр өҫтөнлөк итә, уларҙың иң ҙуры — Токусима тигеҙлеге. Сикокуның йылға селтәре ҡуйы. Эсино йылғаһы утрауҙың иң ҙур һыу артерияһы һанала, уның оҙонлоғо 194 км тәшкил итә.

Сикокуның төньяҡ өлөшөндә урта диңгеҙ климаты, ә көньяҡ өлөшөндә — субтропик муссон климаты өҫтөнлөк итә.

Яуым-төшөмдәр, бигерәк тә йәйен тайфундар осоронда, йыш була була.

Карта Сикоку.png

Ува
диңгеҙе
Харима
диңгеҙе
Хиути
диңгеҙе
Иё диңгеҙе
Бунго
боғаҙы
Наруто
боғаҙы
Кии
боғаҙы
Black triangle2.svg
Black triangle2.svg
Black triangle2.svg
Black triangle2.svg
Black triangle2.svg
Black triangle2.svg
Коти
тигеҙлеге
Red pog.svg
Red pog.svg
Red pog.svg
Red pog.svg
Red pog.svg
Red pog.svg
Сикоку утрауының физик картаһы

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо осорҙа утрау Иё-но-футана-сима (япон. 伊予之二名島?), Иё-сима (япон. 伊予島?) һәм Футана-сима (япон. 二名島?) атамаларын йөрөткән. Хәҙерге атамаһы Сико́ку (япон. 四国?, «дүрт өлкә») утрауҙа Японияның дүрт тарихи өлкәһе — Ава, Иё, Сануки һәм Тоса булыуын һүрәтләй.

1871—1876 йылдарҙағы административ реформа һөҙөмтәһендә Ава, Иё, Сануки һәм Тоса провинциялары Коти, Токусима, Кагава һәм Эхимэ префектуралары тип үҙгәртелә.

Электән Сикоку утрауы легендар буддист монахы Кукай эшмәкәрлегенә ҡараған 88 ғибәҙәтханаһы менән билдәле.

Демография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сикоку утрауында 3 981 517 кеше (2010) йәшәй, уларҙың күп өлөшө төньяҡ райондарҙа көн итә. Утрауҙың иң эре ҡалалары рәтенә префектуралар үҙәктәре — Мацуяма, Такамацу, Токусима, Коти инә. Сикоку халыҡ ҡартайыуы мәсьәләһенән йонсой. Йәштәрҙең күп өлөшө утрауҙан Токио йәки Осака ҡалаларына китә.

Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сикоку регионына дүрт префектура керә:

Префектура Административ үҙәк Халҡы,
кеше (2010)
Майҙан,
км²
Тығыҙлыҡ,
кеше/км²
1 Токусима Токусима 784 493 4 146,59 189,19
2 Кагава Такамацу 995 465 1 876,52 530,48
3 Эхимэ Мацуяма 1 430 086 5 677,95 251,87
4 Коти Коти 771 473 7 105,15 108,58
Бөтәһе 3 981 517 18 806,21 211,71

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Япония иҡтисадында Сикокуның өлөшө 3%-тан артмай. Утрау иҡтисади интеграцияланмаған. Эхиме префектураһы — Хиросима, Токусима преектураһы — Осака, ә Кагава префектураһы — Окаяма менән тығыҙ бәйләнеш тота. Утрауҙың төньяҡ өлөшө, башлыса Эске Япон диңгеҙе яр буйҙары — ауыр сәнәғәттең һәм караптар төҙөүҙең үҙәге. Сикокуның көньяғында ауыл хужалығы өҫтөнлөк итә. Үҫтерелгән культуралар араһында мөһим урынды мандарин һәм йөҙөм биләй. Утрауҙың көньяҡ райондарҙағы уңайлы климат дөгө уңышын йылына ике тапҡыр йыйырға мөмкинлек бирә.

1988 йылда Сикокуны Хонсю утрауы менән тоташтырыусы Сэто күперҙәр системаһы төҙөлә, был үҙ сиратында утрауҙың үҙәк япон префектуралары менән иҡтисади бәйләнеште урынлаштырыуҙы тиҙләтә. Артабан Сикокуның башҡа өлөштәрендә тағы ике күперҙәр системаһы төҙөлә. Әлегә Кюсю утрауы менән тоташтырыусы күпер юҡ. Сикокуның рельефы таулы булғанға күрә, юлдар селтәре ныҡ үҫешмәгән.

Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Утрауҙа даими рәүештә электромобилдә йөрөүселәр өсөн Shikoku EV Rallye раллиһы уҙғарыла[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — Б. 435. — 210000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
  2. Сикоко // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (урыҫ.)
  3. Ампер-часы против литров

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Логотип Викисклада Викимилектә Сикоку темаһы буйынса медиафайлдар бар.
  • СИКОКУ // Япония от А до Я. Популярная иллюстрированная энциклопедия. (CD-ROM) — М.: Directmedia Publishing, «Япония сегодня», 2008. — ISBN 978-5-94865-190-3.
  • [ Сикоку] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Статья Japan на сайте Library of Congress Country Studies (инг.)