Кочосон
Кочосон | |
кор. 고조선 | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 2333 |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Административ үҙәк | Asadal[d], Пхеньян һәм Wanggeom-seong[d] |
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан | Корея Халыҡ-Демокритик Республикаһы һәм Ҡытай |
Идара итеү формаһы | монархия |
Алмаштырылған | династия Западная Хань[d] |
Ҡулланылған тел | Когурё[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | б. э. т. 108 |
Майҙан | 80 000 км² |
Кочосон Викимилектә |
Ҡалып:Корейское имя Боронғо Чосо́н (Кочосо́н, кор. 고조선 [kodʑosʌn], «боронғо» Чосон, уны Чосон династияһы менән бутарға ярамай) — беренсе Корея короллеге. «Самгук Юса» һәм башҡа урта быуаттар корея тарихи әҫәрҙәре буйынса б. э. т. 2333 йылда Тангун тарафынан Ляохэ һәм Тэдонган йылғалары ярҙарында барлыҡҡа килгән һәм төньяҡтан Корея ярымутрауын һәм көньяҡ Маньчжурияның территорияһын үҙенең б. э. т. 108 йылда юҡҡа сыҡҡанына тиклем биләп торған тип иҫәпләнә. Хәҙерге ғалимдар тарафынан шул тиклем иртә барлыҡҡа килеүе шиккә алына, сөнки бер ниндәй ҙә яҙма иҫтәлектәрҙә был дәүләт б. э. т. I мең йыллыҡҡа ҡәҙәр иҫкә алынмай.[1]
Боронғо Чосон осоро йыш ҡына ҡытай һәм корея сығанаҡтарында, төрлө батшаларҙың ил башында тороуына ҡарап, уларҙың исеме менән аталып бүленә. Был бүленеш Тангун Чосоны, Виман Чосоны һәм Кидж Чосоны тип атала, ә ҡайһы саҡ боронғо Чосон даими рәүештә үҫешкән монолит дәүләт итеп ҡарала. Бындай бүленеште көнбайыш тарихсылары дөрөҫ түгел, сөнки улар тарих буйынса түгел, ә мифологиялар буйынса шулай бүленгән, тип һанай.
Халыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо Чосон тунгус телдәре ғаиләһенә ҡарай һәм алтай телдәренә инә . Бындай телдәр Маньчжурияла, көнсығың Ҡытайҙа, Янцзы йылғаһынан төньяҡта һәм Корея ярымутрауында таралған. Кочосон иле түбәнге Маньчжурияла һәм Корея ярымутрауының төньяғында торған.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө археологик ҡаҙыныуҙар нигеҙендә аңлатыуҙар буйынса, Кочосандың үҙәге хәҙерге Пхеньян йә булмаһа хәҙерге Төньяҡ Корея һәм Ҡытай сиктәренән әҙ генә төньяҡтараҡ Ляохэ йылғаһы ярында булған.
Күп ғалимдар, Кочосон Ляохэ һәм Тэдонган йылғалары ярҙарында, хәҙерге Маньчжуриянан көньяҡ-көнсығышта торған, ләкин б. э. т. IV быуатта Янь баҫып сабыусылары (барымтаһы) арҡаһында баш ҡала Пхеньянға күсерелгән, тип иҫбатлай.[2][3]
Нигеҙләнеү тураһында риүәйәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кореяға нигеҙ һалыусы-Тангун, тип әйтелә риүәйәттәрҙә. Был туралағы иң боронғо яҙма иҫтәлек - Самгук Юса, XIII быуаттың хроникаһы. Шундай уҡ тарихты Чеван Унги яҙмаһында ла табырға мөмкин.
Күк йөҙө хакимы Хваниндың (환인; 桓因, был исем шулай уҡ Һиндостандың буддистар текстарында бар), Хванун исемле улы була, Хванун Ерҙә, кешеләр араһында йәшәргә теләй, шунлыҡтан, атаһының ризалығын алып, Пэктусан тауына өс мең ярҙамсыһы менән килә һәм унда Синси (신시; 神市, «хоҙай ҡалаһы» йәки «изге ҡала») ҡалаһына нигеҙ һала. Үҙ ярҙамсылары менән бергә хоҡуҡ нормалары һәм әхләҡ ҡанундарын уйлап сығара, кешеләрҙе төрлө һөнәрҙәргә: ауыл хужалығы, медицинаға-өйрәтә.
Был ваҡытта мәмерйәлә юлбарыҫ менән инә айыу йәшәгән, улар Хванунға килеп, үҙҙәрен кешегә әүерелдереүҙе һораған. Уларҙың доға ҡылыуҙарын иҫәпкә алып, Хванун уларға егерме бөртөк һарымһаҡ һәм бер ус ҡара әрем ботағын биргән һәм, ҡояш нуры төшмәгән урында бары тик ошо аҙыҡты ғына ашап, йөҙ көн буйына йәшәргә ҡушҡан. Юлбарыҫ быны үтәй алмаған, ә инә айыу, шул рәүешсә туҡланып, 21 көн эсендә ҡатын кешегә әүерелгән.
Был ҡатын(уннё, 웅녀, 熊女) Хванунға рәхмәт йөҙөнән һәр саҡ бүләктәр килтергән. Уның иргә сығып балалы булғыһы килгән , шунлыҡтан ул сандал ағасы аҫтында көнө-төнө ғибәҙәт ҡылған. Хванун уның доғаһын ишеткән һәм үҙенә ҡатынлыҡҡа алған, уларҙың Вангом Тангун (단군 왕검; 檀君王儉) тигән улдары тыуған.
Тангун император Яо батша булғандың 50-се йылында тәхеткә ултырған. Баш ҡаланы ул Пэгак тауындағы Асадаль ҡалаһына күсергән. Үҙенә 1500 йәш тулғас, Тангун баш ҡаланы Чандангёнға күсерә. Ниһайәт, 1908 йәшендә Тангун Асадалгә кире ҡайта һәм тау хоҙайына әйләнә.
Тонгук Тхоннам әйтеүенә ҡарағанда (1485), Кочосон б. э. т. 2333 йылда нигеҙләнгән. Төрлө тарихи сығанаҡтарҙа ҡалаға нигеҙ һалыу датаһы төрлөсә булһа ла, уға нигеҙ Яо батша булған саҡта (диапазон дат: 2357-2256 б. э. т.) һалынған тип фаразлана.
Киджа тураһындағы бәхәс
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытай хәрби начальниктары тарафынан Кочосондың баҫып алыныуы менән корея ғалимдары ризалашмаһа ла, б. э. т. III быуатта ҡытай яҙыуҙарында (Ҡытай һәм Кочосон һуғышҡан саҡта) Киджа, Инь (шулай уҡ Шан тип тә атала) династияһының һуңғы императорының уҡытыусыһы һәм олатаһы, б. э. т. 1100 йылда Кочосон тәхетен баҫып ала. Тарихтың был осоро Чосон Киджа осоро тип атала, ләкин был тарихи хәл булмайынса, мифтарҙа ғына һөйләнелеп ҡалған хәл.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б. э. т. 2000 йыл менән Боронғо Чосон ерендә табылған төрлө көршәктәр даталана. Улар төрлө инструменттар ярҙамында эшләнгән һәм буялған. Ул заман кешеләре ауыл хужалығы менән булышҡан. Барлыҡ ярымутрау ерендә тура мөйөшлө ҡыуыштар һәм киң ҡәберлектәр бар, уларҙа аш-һыу әйберҙәре, йорт кәрәк-яраҡтары, бронза көҙгөләр һәм төрлө ҡоралдар табыла. Шулай уҡ археологик ҡаҙыуҙарҙа утраҡтарҙың бейек ҡәлғәләр менән уратылыуы асыҡлана[4][5]
Мумундарҙың көршәк яһау сәнғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мумун осоронда (б. э. т. 1500—300 йылдар), ябай тупаҫ эшләнгән көршәктәр Себерҙән һәм Маньчжуриянан килгән дизайн буйынса эшләнелгән әтәс кикереге кеүек биҙәкле ҡатмарлы көршәктәр эшләнелә. Улаҙың стеналары ҡалын, ә формалары төрлөсә булған[3]. Был осор шулай уҡ «корея бронза быуаты» тип тә аталған, тик бронзанан эшләнгән әйберҙәр ул саҡта бик аҙ булған һәм төбәктең айырым райондарында ғына уларҙың таралған булыуы билдәле.
Дөгө үҫтереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б. э. т. 1200—900 йылдарҙа Корея Ҡытайҙан дөгө үҫтерергә өйрәнә. Боронғо кореялылар дөгөнән башҡа тары, арпа үҫтереү менән һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән[6].
Бронза ҡоралдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Корея ярымутрауында бронза быуаты яҡынса б. э. т. 1000 йылда башланған. Корея бронза мәҙәниәте Ляониндан башланыуға ҡарамаҫтан, уның үҙенең уникаль элементтары булған, был бигерәк тә йолалар үткәргәндәге әйберҙәргә ҡағылышлы[7].
Б. э. т. 7 быуатта Корея ярымутрауындағы бронза быуатына Ҡытай, Себер һәм хатта Скифия мәҙәниәте ныҡ йоғонто яһаған. Корея бронзаһы башҡа илдәрҙекенә ҡарағанда үҙ составына цинкты күберәк алған. Ҡәберҙәрҙә табылған бронза артефакттарына геометрик биҙәкле төрлө ҡылыстар, һөңгөләр, хәнйәрҙәр, ҡыңғырауҙар, көҙгөләр инә[3][8].
Кәшәнәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б. э. т. 900 йылдарҙа вафат булған кешеләрҙе ерләү ысулдары ныҡ ҡатмарлана, сөнки илдәге халыҡ төрлө ҡатламдарға бүленә башлаған була. Таштан эшләнгән дольмендарҙы Көнсығыш Азияның башҡа илдәре менән сағыштырғанда, Кореяла күберәк табыла, уларҙа йәмғиәттең элитаһына ингән кешеләр ерләнгән. Дольмендарҙа бронза ҡоралдар, керамика һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре табыла[3][9].
Б. э. т. VI быуатта кәшәнәләргә ялтыратылған тимер әйберҙәр, һауыт-һабалар һалғандар[3].
Дәүләт ҡоролошо формалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б. э. т. VII быуаттағы тарих яҙмаларында Кочосон тәүге тапҡыр иҫкә алына, ул Бохай ҡултығы янында торған һәм ҡытай батшалығы Ци (齊) менән сауҙа иткән. Айырым дәүләт булып ҡаралһа ла, Кочосондың шундай дәүләт булғанлығы археология мәғлүмәттәре менән раҫланмай[2][10].
Короллек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б. э. т. дүртенсе быуатта киң сәйәси структуралы дәүләт булып ҡала-дәүләттәр торған. Шундайҙар араһында Кочосон үҙ төбәгендә иң алға киткән ҡала-дәүләт булып һаналған[3].
Тимер быуаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б. э. т. IV быуатта Чингук Корея ярымутрауының көньяғын баҫып ала. Был дәүләт тураһында бик аҙ билдәле. Ул, моғайын, Самхан конфелерацияһының башында торған дәүләт булған.
Б. э. т. 300 йылда Ҡытайҙан Кореяға тимер эшкәртеү технологияһы күсеп ингән. Тимерҙе ярымутрауҙың көньяғында эшләгәндәр. Ҡытайҙар яҙыуы буйынса, Нактонган йылғаһынан түбәндә сығарылған тимер иң шәбе тип һаналған һәм уны хатта Японияға экспортҡа сығарғандар 1/}
Виман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Янь династияһынан сыҡҡан Виман Кочосонға воевода булып килгән. Б. э. т. 194 йылда король Чунды ҡолатып, власты үҙ ҡулына ала.
Б. э. т. 109 йылда Хань династияһы ҡытай императоры Ляо йылғаһы янында Кочосанға баҫып инә башлай. Бер йыл барған һуғыш ваҡытында Кочосон еңелә һәм көньяҡ Маньчжурияла һәм Корея ярымутрауының төньяғында дүрт ҡытай округы барлыҡҡа килә: Лолан (樂浪; кореяныҡы: Наннан), Сюаньту (玄菟; Хёндо), Чжэньфань (真番; Чинбон), һәм Линтунь (臨屯; Имдун).
Иртә өс корея короллеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кочосон емереклектәрендә бер нисә бәләкәй дәүләттәр барлыҡҡа килә: Когурё, Пуё, Окчо һәм Тонъе. Кореялыларҙың баҫып алырға тырышыуы арҡаһында өс ҡытай округы юҡҡа сыға, бары тик Лолан ғына 313 йылға тиклем тора, ләкин ул да көсәйеп барыусы Когурё дәүләте тарафынан юҡ ителә.
Король Чун Корея ярымутрауының көньяғында Чин (Чингук) дәүләтен ойоштора, артабан уны Самхан конфедерацияһына әүерелдерә. Был конфедерация Пэкче һәм Силла дәүләттәренең нигеҙе булып тора. Когурё, Пэкче һәм Силла артабан нығынып китә һәм Корея ярымутрауында IV быуатта 0}өс корея дәүләтен барлыҡҡа килтерә.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История Кореи
- Список монархов Кореи
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Евгений Штефан. Две свежести в одной.
- ↑ 2,0 2,1 고조선 — Daum 백과사전 2007 йыл 30 июнь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Korea, 1000 B.C.—1 A.D. | Heilbrunn Timeline of Art History | The Metropolitan Museum of Art 2010 йыл 7 февраль архивланған.
- ↑ Korea’s Place in the Sun
- ↑ North Korea — THE ORIGINS OF THE KOREAN NATION
- ↑ Korea, 2000—1000 B.C. | Heilbrunn Timeline of Art History | The Metropolitan Museum of Art
- ↑ http://daegu.museum.go.kr/museum/english/body_02/body02_1_03.htm(недоступная ссылка)
- ↑ Arts of Korea | Explore & Learn | The Metropolitan Museum of Art
- ↑ Gochang, Hwasun and Ganghwa Dolmen Sites — UNESCO World Heritage Centre
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Статья на goryeo.ru 2017 йыл 9 июнь архивланған.