Ғәйнанова Мөнирә Ғәтиәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйнанова Мөнирә Ғәтиәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 24 октябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (96 йәш)
Тыуған урыны Салауат районы
Һөнәр төрө һауынсы

Ғәйнанова Мөнирә Ғәтиәт ҡыҙы (24 октябрь 1927 йыл — 2012 йыл) — малсы, һауынсы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөнирә Ғәтиәт ҡыҙы Ғәйнанова 1927 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантоны Мырҙалар улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Бишәүҙәр ауылында тыуған.

Йәш кенә көйө фермаға һауынсы булып эшкә бара[2].

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1974 йылда һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 2860 килограмм, 1975 йылда — 3179 килограмм тәшкил итә. Ул ваҡытта фермаларҙа механикалаштырылған хеҙмәт булмағанлыҡтан, бындай күрһәткестәр яҡшы тип һанала.

1976 йылда «Һарғамыш» совхозы Бишәүҙәр фермаһының бригадиры итеп тәғәйенләнә.

Мөнирә Ғәтиәт ҡыҙының тырышлығы арҡаһында ферма совхозда алдынғы коллективтарҙың береһенә әйләнә, һәм уға «Коммунистик хеҙмәт коллективы» тигән почётлы исем бирелә[3].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге тормош иптәше Марселдән ике балаһы була. Икенсе иптәше Абралдың дүрт балаһын ҡарап үҫтерешә. Ул балалар ҙа уны ихтирам итә. Тағы уртаҡ бер балаһы тыуа. Бөтәһе 7 бала тәрбиәләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.
  2. Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)
  3. Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.
  4. Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]