Ҡандра ауыл Советы (Туймазы районы)
Ҡандра ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Ҡандры[1] |
Административ-территориаль берәмек | Туймазы районы |
Халыҡ һаны |
12 918 кеше (1 ғинуар 2018)[2], 15 032 кеше (2002)[3], 15 343 кеше (2009)[3], 13 599 кеше (2010)[4], 13 349 кеше (2012)[5], 13 383 кеше (2013)[6], 13 220 кеше (2014)[7], 13 152 кеше (2015)[8], 13 094 кеше (2016)[9], 13 068 кеше (2017)[10] |
Ҡандра ауыл Советы — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы муниципаль берәмек.
Административ үҙәге — Ҡандра ауылы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡандра ауыл Советы —Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районының муниципаль берәмеге. «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законына» ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[11][12][13].
2004 йылға тиклем Туймазы ҡалаһының Ҡандра ҡасаба Советы составында ҡала.
2004 һәм 2008 йылдарҙа Иҫке Ҡандра ауыл Советы составына инә.
«Башҡортостан Республикаһы административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәреүҙәр, Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙе ҡайтанан үҙгәртеү һәм сиктәрҙе үҙгәртеү тураһындағы» Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 125-з һанлы Законы хәбәр итә:</ref>
76. Туймазы районы Иҫке Ҡандра ауыл Советының 331 га майҙаны менән биләмәһе өлөшөн Туймазы районының Ҡандра ҡасаба Советына тапшырып, Туймазы районының, Туймазы районы Иҫке Ҡандра ауыл Советының, Туймазы ҡалаһы Ҡандра ҡасаба Советының сиктәрен тәҡдим ителгән карта схемаһына ярашлы үҙгәртергә. Ҡандра ҡасаба Советын Туймазы районы биләмәһе составына тапшырып, Туймазы ҡалаһының һәм Туймазы районының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы үҙгәртергә.
Туймазы ҡалаһының Ҡандра эшселәр ҡасабаһын ауыл тораҡ пункты категорияһына индерергә, тораҡ пунктын ауыл тип билдәләргә.<br
«Ҡандра» атамаһын һаҡлап, Ҡандра ҡасаба Советын ауыл Советы категорияһына индерергә.
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә:[14]
Башҡортостан Республикаһы буйынса административ -территориаль ҡоролошта түбәндәге уҙгәрештәртәрҙе индерергә:42) Туймазы районы буйынса:
а) Ҡандра административ үҙәге менән «Ҡандра» атамаһын һаҡлап, Ҡандра һәм Иҫке Ҡандра ауыл Советтарын берләштерергә. Иҫке Ҡандра ауыл Советының Йәрмөхәмәт, Ҡандра-Ҡотой, Первомайский, Иҫке Ҡандра, Александровка, Ҡаранйылға, Түбәнге Ҡаранйылға, Нур ауылдарын Ҡандра ауыл Советы составына индерергә. Ҡандра ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға. Иҫәп мәғлүмәттәренән Иҫке Ҡандра ауыл Советын төшөрөп ҡалдырырға;
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[15] | 2009[15] | 2010[16] | 2012[17] | 2013[18] | 2014[19] | 2015[20] |
15 032 | ↗15 343 | ↘13 599 | ↘13 349 | ↗13 383 | ↘13 220 | ↘13 152 |
Ауыл биләмәһе составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]№ | Тораҡ пункты | Тораҡ пункты тибы | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Ҡандра | ауыл, административ үҙәк | ↘10 885[16] |
2 | Первомайский | ауыл | ↘983[16] |
3 | Йәрмөхәмәт | ауыл | ↘651[16] |
4 | Ҡандра-Ҡотой | ауыл | ↘651[16] |
5 | Иҫке Ҡандра | ауыл | ↘308[16] |
6 | Александровка | ауыл | ↘62[16] |
7 | Нур | ауыл | ↘31[16] |
8 | Түбәнге Ҡаранйылға | ауыл | ↘19[16] |
9 | Ҡаранйылға | ауыл | ↘9[16] |
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Буранғулова Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы( 1961 йыл 11 июль) — СССР һәм Рәсәй еңел атлеты, халыҡ-ара класслы Рәсәй спорты мастеры[21][22].
- Ғәбдрәшитов, Фазулла Ғабдулла улы (25 октябрь 1903 — 5 апрель 1975) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, Советтар Союзы Геройы (1944)[23][24].
- Ғәйфуллина Рәмзия Мөҙәрис ҡыҙы (12 декабрь 1938) — Башҡортостан Республикаһының А. Матросов исемендәге колхоз зоотехнигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960)[25][26].
- Йыһаншин Камил Фарухша улы (15 март, 1950) — яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар союзы ағзаһы (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011)[27][28].
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡандра ҡарағайлығы — республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы. XX быуат башында ауыл хужалығы эшмәкәрлеге өсөн яраҡһыҙ ерҙәрҙә 11 гектар майҙанда ултыртылған. Байтаҡ өлөшө янғында һәләк була, һуңыраҡ тергеҙелә.[29][30].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан от 20.07.2005 № 211-з
- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан от 21.06.2006 № 329-з
- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан от 29.12.2006 № 404-з
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ 15,0 15,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ 16,00 16,01 16,02 16,03 16,04 16,05 16,06 16,07 16,08 16,09 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Ramilya Burangulova — профиль на сайте IAAF(недоступная ссылка)
- ↑ Рамиля Бурангулова — олимпийская статистика 2012 йыл 18 декабрь архивланған.
- ↑ Габдрашитов, Фазулла Габдуллинович. Сайт «Герои страны»
- ↑ Габдрашитов Фазулла Габдуллинович // Башкирская энциклопедия 2018 йыл 1 ноябрь архивланған.
- ↑ Гайфуллина, Рамзия Мударисовна. Сайт «Герои страны»
- ↑ Ими гордятся туймазинцы. Гайфуллина, Рамзия Мударисовна 2017 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Башкирская энциклопедия // Зиганшин, Камиль Фарухшинович(недоступная ссылка)
- ↑ Литературная карта Республики Башкортостан // Зиганшин, Камиль Фарухшинович
- ↑ Кандринские посадки сосны 2017 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ [Кандринские посадки сосны // Межпоселенческая центральная библиотека]