Ҡаҙ йыуаһы
Ҡаҙ йыуаһы | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Gagea Salisb. (1806) | ||||||||||||
Виды | ||||||||||||
|
Ҡаҙ йыуаһы (Gagea) — лилиә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Ботаник яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡынса 70 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә: һары ҡаҙ йыуаһы, бөртөклө ҡаҙ йыуаһы, һуғанбашлы ҡаҙ йыуаһы, кесе ҡаҙ йыуаһы, ненец ҡаҙ йыуаһы, тәпәш ҡаҙ йыуаһы. Һуғанбашлы эфемероидтар, бейеклеге 5—30 см. Һабағы төҙ, 1 тар ҡыяҡлы йәки киң ланцет тамыр яны япрағы һәм 1—3 (һирәк осраҡта 5‑кә тиклем) сәскәлек аҫтында урынлашҡан ҡыяҡ, яҡынайтылған осло япраҡ менән. Сәскәләре тыш яҡтан йәшкелт, эстән — һары, сатыр йәки ҡалҡансыҡ рәүешендәге сәскәлектәргә йыйылған. Апрель—майҙа сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы ҡумта, май—июндә өлгөрә.
Таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һары ҡаҙ йыуаһы һәм кесе ҡаҙ йыуаһы — киң япраҡлы урмандарҙа, тәпәш ҡаҙ йыуаһы далала, тауҙарҙың һәм ҡалҡыулыҡтарҙың ҡоро битләүҙәрендә үҫә; республика бөтә территорияһында таралған. Далала бөртөклө ҡаҙ йыуаһы, һуғанбашлы ҡаҙ йыуаһы (Баймаҡ районында Ирәндек һыртында) һәм Урал эндемигы ненец ҡаҙ йыуаһы (Ауырғазы, Благовар, Мәләүез райондары) осрай.
Файҙаланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һары ҡаҙ йыуаһы — декоратив үҫемлек, составында С витамины, каротиноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.
класс Двудольные |
ещё 9 семейств | |||||||||||||||
отдел Покрытосеменные |
порядок Лилиецветные (Liliales) |
род Гусиный лук (Gagea ) | ||||||||||||||
царство Растения |
класс Однодольные |
семейство Лилейные (Liliaceae) |
||||||||||||||
отдел Голосеменные |
ещё 9 порядков (согласно Системе APG II) |
ещё 16 родов см. Лилейные | ||||||||||||||
Төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике йөҙгә яҡын төрө билдәле.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мордак Е. В. Семейство лилейные (Liliaceae) // Жизнь растений. В 6-ти т. Т. 6. Цветковые растения / Под ред. А. Л. Тахтаджяна. — М.: Просвещение, 1982. — С. 72—91.
- Иллюстрированный определитель растений Ленинградской области / Под ред. А. Л. Буданцева и Г. П. Яковлева. — М.: Т-во науч. изд. КМК, 2006. — 799 с., илл. — С. 43, 625, 626, 631. — ISBN 5-87317-260-9.
- M. Zarrei et al. Molecular systematics of Gagea and Lloydia (Liliaceae; Liliales): implications of analyses of nuclear ribosomal and plastid DNA sequences for infrageneric classification // Ann Bot. — Oxford University Press, 2009 July. — Vol. 104(1). — P. 125—142. — DOI:10.1093/aob/mcp103
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡаҙ йыуаһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ҡаҙ йыуаһы: «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL) (инг.) 2009 й. 4 апрельдә тикшерелгән
- Gagea GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) 2009 й. 4 апрельдә тикшерелгән
- Ҡаҙ йыуаһы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә Проверено 7 октября 2009 г.
- Гусиный лук // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) Проверено 4 апреля 2009 г.
- Информационная система «Historia Gagearum» 2013 йыл 7 октябрь архивланған. на сайте Ботанического института имени В. Л. Комарова РАН