Ҡыр ҡаҙы (Мәжит Ғафури)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыр ҡаҙы
Атамаһы Ҡыр ҡаҙы
Жанр хикәйә
Автор Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Нәшер ителеү ваҡыты 1920

Ҡыр ҡаҙы — Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың хикәйәһе. 1920 йылда яҙыла[1]. Әлеге ваҡытта Башланғыс мәктәптең 4 класының туған тел дәрестәре программаһына индерелгән[2].

Мәжит Ғафури — балаларға[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәжит Ғафури — милли башҡорт балалар әҙәбиәтенә башланғыс һалған яҙыусыларҙың береһе, уның прозаһында балаларға тәғәйенеләнгән хикәйәләре айырым урын алып тора: «Ҡыр ҡаҙы» («Дикий гусь», 1920), «Беҙ бәләкәй саҡтарҙа» («Рассказы о далёком прошлом», 1927), «Юғалған Аҡтырнаҡ» («Потерянный Актырнак», 1930), «Батрак» һәм башҡалар. XX быуаттың 1920-1960 йылдарҙағы башҡорт балалар әҙәбиәте яңы герой һәм яңы ваҡиғалар заманы булды[3].

«Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһе 1920 йылда баҫыла һәм хрестоматия әҫәренә әйләнә. Был хикәйәлә Мәжит Ғафури йәш китап уҡыусылар өлгө алырлыҡ геройҙы кәүҙәләндерергә тырыша. «Ҡыр ҡаҙы» әҫәренең төп геройы тап шундай малай булып тора ла инде. «Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһендә ваҡиғалар ҡанаты йәрәхәтләнгәнлектән ырыуҙаштары менән йылы яҡтарға оса алмай тороп ҡалған ҡыр ҡаҙы тирәләй үҫешә. Хикәйәләү беренсе заттан алып барыла. Малай өлкәндәрҙән үҙенең киң күңеллелеге һәм тоғролоғо менән айырылып тора. Хикәйә нескә психологизмға ҡоролған.

Композицияһы буйынса хикәйә алты бүлектән тора:

Әҫәрҙең башы. Малай тәбиғәт менән һоҡлана, Аҡкүлгә төшкән ҡыр ҡаҙҙарын күҙәтә.

Төйөнләнеше. Малай ҡамыш араһында табып алған һыңар ҡанаты һынған ҡыр ҡаҙын өйөнә алып ҡайта.

Ваҡиғалар үҫеше. Малай ҡыр ҡаҙын өйөндә хәстәрләп ҡарай, ҡоштоң ҡанаты төҙәлә. Ҡаҙ иптәштәрен һағына.

Кульминация. Һауалағы ҡыр ҡаҙҙарын күреп, малайҙың дуҫы уларға табан осоп китә. (Бына бер көндө иртәнсәк…” тигәндән алып “Мин ғәжәпһенеп тороп ҡалдым…” тиклем)[4][5].

Әлеге осорҙа «Ҡыр ҡаҙы» әҫәре урыҫ телендә уҡытылған мәктәптәрҙең 5 класында туған башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә өйрәнелә.

«Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһе урыҫ, украин һ. б. телдәргә тәржемә ителгән.

Образдары, тасуирлау алымдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Автор бала психологияһын уның донъя йәки тирә-яҡ мөхит менән, атап әйткәндә, хайуандар менән аралашыуы аша аса. Был әҫәрҙә баланың тәбиғәт менән гармонияға ынтылыуы, өлкәндәрҙән айырмалы, баланың нескә күңеле ярҙамға мохтаж йән эйәһенә йәлләү тойғоһо, тоғро һәм яуаплы мөнәсәбәте аша асылыуы һүрәтләнә. Тәбиғәт һүрәтләнгән ваҡиғаларға фон ғына түгел, ә әҫәр төҙөлөшөндә мөһим эстетик элемент булып ҡабул ителә.

Малай образы аша Мәжит Ғафури яҡшылыҡ, ғәҙеллек, миһырбанлыҡ идеалдарын уҡыусылары аңына еткерә. Йәш герой бурысын яҡшы аңлай, яҡлауға мохтаждарға йәлләү тойғоһо менән ҡарай[6].

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһе, баҫылып сыҡҡандан бирле, күп тапҡырҙар нәшер ителеп, мәктәп башҡорт әҙәбиәте программаһында даими урын алды. Мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм мәктәп уҡыусылары әҫәрҙә сағылған тәбиғәткә, тере йән эйәләренә һөйөү төшөнсәләре нигеҙендә гуманистик тәрбиә алды һәм ала. Мәжит Ғафури уҡыусылары аңында яҡшылыҡ, ғәҙеллек, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш идеалдарын формалаштыра. Автор үҙенең геройының тулҡынланыуҙарын, янып-көйөүҙәрен һәм эске хис-тойғолары көрәшен күрһәтә.

Яҙыусының тәбиғәткә, йәғни художестволы шартлылыҡҡа, мөрәжәғәт итеүе персонаждарҙың психологик торошон балаларса бер ҡатлылыҡ менән асыу мөмкинлеген бирә. Әҫәрҙә бала менән тәбиғәттең үҙ-ара гармониялы тәьҫир итешеүен күрһәтеү бик мөһим, ул мәңгелек проблема — яҡшылыҡ менән яуызлыҡ мөнәсәбәттәрен аңлау, күҙаллау менән бәйләнгән[7]..

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Роль творчества Мажита Гафури в развитии литературы и культуры народов России (к 140-летию содня рождения первого народного поэта Башкортостана Мажита Гафури): Материалы Всероссийской научно-практической конференции (г. Уфа, 2020 г.) Г. Б. Курманаева. Проявление детской психологии в рассказе «Дикий гусь» Мажита Гафури, 94-97 с. — Уфа:Самрау, 2020 ISBN 978-5-6044375-6-8
  • История башкирской литературы. Т. 2: Литература советского периода (1917-1955 гг.) 107 с. — Уфа:Китап, 2014. — 680 с. ISBN 978-5-295-06062-5 (т. 2)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Дикий гусь», читает Ильсияр Гизетдинова
  2. Рабочая программа по литературному чтению на родном языке
  3. Роль творчества Мажита Гафури в развитии литературы и культуры народов России (к 140-летию содня рождения первого народного поэта Башкортостана Мажита Гафури): Материалы Всероссийской научно-практической конференции (г. Уфа, 2020 г.) — Уфа:Самрау, 2020 ISBN 978-5-6044375-6-8
  4. Урок по рассказу М. Гафури «Дикий гусь»
  5. Роль творчества Мажита Гафури в развитии литературы и культуры народов России (к 140-летию содня рождения первого народного поэта Башкортостана Мажита Гафури): Материалы Всероссийской научно-практической конференции (г. Уфа, 2020 г.) — Уфа:Самрау, 2020 ISBN 978-5-6044375-6-8
  6. Роль творчества Мажита Гафури в развитии литературы и культуры народов России (к 140-летию содня рождения первого народного поэта Башкортостана Мажита Гафури): Материалы Всероссийской научно-практической конференции (г. Уфа, 2020 г.) Г. Б. Курманаева. Проявление детской психологии в рассказе «Дикий гусь» Мажита Гафури, 94-97 с. — Уфа:Самрау, 2020 ISBN 978-5-6044375-6-8
  7. Роль творчества Мажита Гафури в развитии литературы и культуры народов России (к 140-летию содня рождения первого народного поэта Башкортостана Мажита Гафури): Материалы Всероссийской научно-практической конференции (г. Уфа, 2020 г.) Г. Б. Курманаева. Проявление детской психологии в рассказе «Дикий гусь» Мажита Гафури, 94-97 с. — Уфа:Самрау, 2020 ISBN 978-5-6044375-6-8