Үәли (опекун)
Үәли | |
Дәүләт | Алжир |
---|---|
Етәксе орган | Government of Algeria[d] |
Юрисдикция таралышы | Алжир |
Үәли (ғәр. ولي «ҡурсалаусы», «ярҙамсы»[1]; рус. Вали) — ислам ғаилә хоҡуғында кәләштең махсус опекуны, никах контракты төҙөгәндәге вәкиле[1].
Мәҙһәбтәрҙә үәлиҙәр роле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Формаль рәүештә, никахлашҡанда үәли булыу талабы ислам юридик мәктәбенә (мәҙһәбкә) бәйле: Хәнәфи мәҙһәбтән шиғыйҙарҙа һәм сөнниҙәрҙә бәлиғ булған ҡатын-ҡыҙ техник йәһәттән үҙ исеменән никахҡа инә ала, әммә ғәмәлдә һәр ваҡыт үәли ҡулланыла; ҡалған өс сөнниҙәр мәҙһәбендә уның булыуы мотлаҡ[2]. Ғәҙәттә кәләштең атаһы үәли сифатында сығыш яһай[2]. Был төшөнсә ғәҙәти опекунлыҡ менән тап килмәй, мәгәр айырым осраҡтарҙа опекун үәли ролен үтәй ала[3].
Ислам доктринаһы «көсләп мәжбүр итеү хоҡуғына эйә булған» үәли опекунлығын (кәләштең үҙе эш итеүгә законлы хоҡуғы булмаған осраҡта, мәҫәлән, бәлиғ булмағанлыҡ арҡаһында) һәм бындай хоҡуғы булмаған (балиғ булған кәләш) опекунлыҡҡа айыра. Һуңғы осраҡта үәли опекун булыуға ҡарағанда кәләштең ышаныслы кешеһе булып тора[4]
Бөтә мәҙһәбтәр ҙә үҙҙәренең тәрбиәләнеүсеһен енси яҡтан өлгөргәнсе (шуның менән бергә, минималь никах йәшенә еткәнсе) кейәүгә бирергә мөмкинлек бирә, йыш ҡына бындай никахтар сабый йәшендә теркәлә. Шул уҡ ваҡытта никахҡа инеү балиғ булғанға тиклем кисектерелә. Әгәр үәли кәләштең атаһы йәки олатаһы булмаһа, ул балиғ булғас, мәгәр консуммацияға (ҡушылғанға) тиклем, никахтан баш тарта ала (был суд аша ғына мөмкин)[5].
Үәли тәғәйенләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сөнниҙәр үәлиҙе һайлағанда йәше буйынса олораҡ дәрәжәлеһенә өҫтөнлөк бирә[6]:
- кәләштең атай-олатайҙары (атаһы, атаһы яғынан олатаһы һ. б. );
- кәләштең атаһының вариҫтары(улдары, улдарының улдары һ. б. д.);
- атай яғынан ағай-энеһе;
- атаһының ағалары һәм уларҙың улдары;
- туғанлыҡ буйынса яҡыныраҡ башҡа ғаилә ағзалары ;
- дәүләт башлығы вәкиле (ғәҙәттә ҡаҙый).
Әсәһе йәки әсәһенең атаһы үәли була алмай, әгәр башҡа ярашлы туғандары булмаһа, никахҡа ингән кеше бәлиғлыҡҡа еткәнгә тиклем эшкә һәләтле булып, һуңғараҡ эшкә һәләтлеген юғалтҡан осраҡтарҙағы кеүек үк, үәли сифатында ҡаҙый саҡырыла ала.[7].
Ҡағиҙәләрҙе ғәмәлдә ҡулланыу ҡануниәттә шәриғәтте файҙаланған дәүләтенә ҡарап - төрлөсә. Мәҫәлән, Мароккола мәжбүр итеү хоҡуғы булған опекунлыҡ тыйыла[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Hans Wehr, [Arab-English Dictionary] p. 1289 . Дата обращения: 23 октябрь 2020. Архивировано 24 июль 2017 года.
- ↑ 2,0 2,1 Бюхлер, 2013
- ↑ Насир, 2009
- ↑ Насир, 2009, с. 49
- ↑ Бюхлер, 2013, с. 41
- ↑ Насир, 2009, с. 49—50
- ↑ 7,0 7,1 Насир, 2009, с. 50
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Büchler, Andrea; Schlatter, Christina. Marriage age in islamic and contemporary muslim family laws. A comparative survey : [англ.] // Electronic Journal of Islamic and Middle Eastern Law. — 2013. — Т. 1, № 2. — P. 37—74. — DOI:10.5167/uzh-78204.
- Jamal J. Nasir. Guardianship in Relation to Marriage // The Status of Women Under Islamic Law and Modern Islamic Legislation. — Brill, 2009. — P. 49—52. — 225 p. — ISBN 9789004172739.