Ислам ғаилә хоҡуғы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ислам ғаилә хоҡуғы (ғәр. әл-мөнәҡәһәт үә-л-фәрә'ид; рус. Исламское семейное право) — ислам фиҡһында ғаилә-никах мөнәсәбәттәрен көйләү системаһының бер өлөшө.

Төп үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мосолман ғаилә хоҡуҡтарының төп үҙенсәлектәре: дини идеология һәм әхлаҡ менән тығыҙ бәйләнеш; ғаиләгә ярҙам итеүгә айырым иғтибар; ир менән ҡатын араһында тигеҙлек төшөнсәһенә дифференциацияланған ҡараш[1].

Ғаилә хоҡуҡтарының тәғәйен һәм аныҡ нормалары, никах-ғаилә мөнәсәбәттәрен, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәлен, айырылышыуҙы регламентлау, мираҫ һәм башҡа шәхси статус хоҡуҡтары Ҡөрьән һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сөннәте менән билдәләнгән[2].

XIX быуаттан башлап ҡайһы бер мосолман илдәрендә Көнбайыш Европа өлгөләренә ярашлы реформалар үткәрелә. Атап әйткәндә, был реформалар полигамия, ҡатын инициативаһы буйынса айырылышыу мәсьәләләренә ҡағыла һ. б. Мосолман илдәре властары ҡабул иткән колониаль властарҙың йоғонтоһон кисергән ғаилә кодекстары ислам активистары яғынан «Ҡөрьәнгә ҡаршы килә» тигән тәнҡит объекты булып тора[3].

Никахлашыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡәләш никах килешеүенә ҡул ҡуя

Исламда никах изге эш һанала һәм был һәр бәлиғ булған мосолманға рөхсәт ителә. Мосолмандарға ир менән ҡатын бер-береһенә йәше һәм йәмәғәт хәле буйынса тап килеүенә иғтибар итергә кәңәш ителә. Килешеү төҙөгәндә атаһының йәки кәләштең опекунының ризалығы етә. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына мосолман булмағандарға (кафырҙарға) кейәүгә сығыу тыйыла [4]. Мосолман ирҙәргә христиандарға йәки йәһүдтәргә өйләнергә рөхсәт ителә. Исламда ҡатын менән никахһыҙ йәшәү тыйыла (харам), ул зина ҡылыу тип иҫәпләнә (зина)[5].

Кейәүгә сығыр алдынан тол йәки айырылышҡан ҡатын ғиҙҙәт мөҙҙәте үтеүен көтөргә тейеш, ул мәҙһәбкә бәйле 4-20 аҙна тәшкил итә[5].

Шәриғәт өйләнер алдынан әйттерергә теләгән ҡатын-ҡыҙға күҙ һалырға ҡуша. Был шулай уҡ ҡатын-ҡыҙға ла ире булырға тейеш кеше менән танышыу өсөн кәрәк[6]. Кәләш һайлағанда ир-егеттәргә уның дин, холҡона, матурлығына, бала табыу һәләтенә һәм сығышына иғтибар итергә кәңәш ителә. Иң мөһиме-яҡын туғанына түгел, ә алыҫ туғанына өйләнеү[6].

Никахлашыу бер нисә этаптан тора:

  • Беренсе этап — килешеү, ҡоҙалау (хитбә).
  • Икенсе һәм өсөнсө этаптар-кәләште кейәү йортона тапшырыу (зөфаф) һәм туй тантанаһы
  • Дүртенсе этап — фактик рәүештә никахҡа инеү (никах), унан һуң никахлашыу ғәмәлгә ашҡан тип һанала[7].
Килешеү
Шаһиттар
Мәһәр
Туй тантаналары

Мәхрәм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Не женитесь на женщинах, на которых были женаты ваши отцы, если только это не произошло прежде. Во­истину, это является мерзким и ненавистным пос­туп­ком и скверным путём. Вам запретны ваши ма­тери, ваши дочери, ваши сестры, ваши тетки со сто­ро­ны от­ца, ваши тетки со стороны матери, дочери бра­та, дочери сестры, ваши матери, вскормившие вас мо­ло­ком, ваши молочные сестры, матери ваших жен, ваши пад­че­ри­цы, находящиеся под вашим покровитель­ст­вом, с матерями которых вы имели близость, ведь ес­ли вы не имели близости с ними, то на вас не будет гре­ха; а также жены ваших сыновей, которые про­изо­шли из ва­ших поясниц. Вам запретно жениться од­но­вре­мен­но на двух сестрах, если только это не про­изо­шло преж­де. Воистину, Аллах – Прощающий, Ми­ло­серд­ный.

Мәхрәм тип туғанлыҡ сәбәптәре буйынса ҡатын-ҡыҙҙың кейәүгә сығырға хоҡуғы булмаған яҡын туғаны атала, әммә уның менән яңғыҙ ҡалырға һәм сәйәхәткә юлланырға хоҡуғы бар. Ән-Ниса сүрәһенең 22 һәм 23 аяттарында ир-ат мәхрәм булған ҡатын-ҡыҙҙар категорияһы билдәләнгән . Уларға түбәндәгеләр инә:

  • Әсәһе, һөт әсәһе, өләсәһе (әсәһенең әсәһе йәки атаһының әсәһе);
  • Ҡыҙы, ейәнсәре (улының йәки ҡыҙының ҡыҙҙары);
  • Бер туған һеңлеһе, һөт һеңлеһе;
  • Туғандан тыуғаны (бер туған һеңлеһенең ҡыҙы йәки бер туған ҡустыһының ҡыҙы);
  • Инәй, әбей (әсәһенең йәки атаһының һеңлеһе);
  • Ҡәйнә, ҡатынының өләсәһе
  • Үгәй ҡыҙ (ҡатынының элекке никахтан тыуған ҡыҙы);
  • Үгәй әсәһе (атаһының ҡатыны);
  • Килен (улының ҡатыны).

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың түбәндәге категориялары шулай уҡ мәхрамдар булып тора, әммә улар менән никахҡа инеү ҡатын менән айырылышыу йәки уның үлеме осрағында мөмкин була:

  • Балдыҙ (ҡатынының һеңлеһе);
  • ҡатынының әсәһенең ҡыҙ туғаны йәки ҡатынының атаһының ҡыҙ туғаны;
  • ҡатынының ҡыҙ туғанының йәки ҡатынының ир туғанының ҡыҙы[8].

Күп ҡатынлылыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өс ҡатыны, ике хеҙмәтсеһе һәм ғәрәп.

Бөтә фаҡиһтар ҙа бер үк ваҡытта ирҙең бер нисә, иң күбендә дүрт ҡатын алыуы ихтимал тигән фекерҙә. Был Ән-Ниса сүрәһенең 3-сө аятына нигеҙләнгән[9].

Айырылышыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айырылышыу тураһында ир (талаҡ) иғлан итә, йә шәриғәт судьяһы (ҡаҙый) ҡатынының үтенесе буйынса ҡарар ҡабул итә.

Талаҡ
Хүлә
Лиән йәки ҡарғыш һорау

Кәнизәктәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Законлы ҡатын-ҡыҙҙарҙан тыш, шәриғәт кәнизәктәр институтын да күҙ уңында тота[10]. Кәнизәктәр тип һәләк булған (үлтерелгән) дошмандың ҡатын-ҡыҙҙары күҙ уңында тотола[11].

Үмм әл-үәләд[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хужаһының улын тыуҙырған кәнизәк үмм әл-үәлад тип, ирекле ҡатын — үмм әл-ибн тип атала [7].

Енси тормош[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исламда енси тәртип никах сиктәрендә йәки кәнизәк менәнрөхсәт ителә , башҡаһы зина ҡылыу булараҡ ҡарала һәм шәриғәт буйынса эҙәрлекләнә. Шулай уҡ аналь секс, күрем, бала тыуғандан һуң ҡан ағыуы, ауырыуҙар һәм ураҙа ваҡытында тыйыла.

Мираҫ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мираҫ мәсьәләһен өйрәнгән һәм вариҫтары өлөшөн иҫәпләү менән шөғөлләнгән ислам хоҡуғы (фиҡһ) дисциплинаһы ғилм әл-мүвариҫи (ғәр. علم الموارث‎) тип атала[12].

Мираҫлыҡ тураһындағы ҡағиҙәләрҙең төп сығанағы булып Аллаһтың Ҡөрьәндәге һүҙҙәре һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең аңлатмалары (сөннәт) иҫәпләнә. Шулай уҡ ғөләмәләрҙең бер тауыштан сығарылған ҡарарҙары — Ижмә — мираҫ мәсьәләләрендә абруйлы һанала[12]

Уллыҡҡа алыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балиғлыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Магомедов И. А., 2005
  2. Ньюби, 2007, с. 328
  3. Ньюби, 2007
  4. ИЭС, 1991, с. 71
  5. 5,0 5,1 Али-заде, 2007
  6. 6,0 6,1 Тахмаз Х., 2004
  7. 7,0 7,1 ИЭС, 1991
  8. Али-заде, 2007, Махрам
  9. «...жeнитесь нa тex, чтo приятны вам, женщинax - и двyx, и тpex, и четыpex» Ән-Ниса https://ru.quranacademy.org/quran/4:3-3/kul
  10. Әл-Муъминун https://ru.quranacademy.org/quran/23:6-6/kul
  11. Али-заде, 2007, Джария
  12. 12,0 12,1 Али ибн Абдуль-Азиз ар-Раджихи Введение в терминологию наследственного права (ғәр.) = مبادئ ومصطلحات علم الفرائض. — Saaid.net. Архивировано из первоисточника 20 февраль 2013.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]