Эстәлеккә күсергә

Исламда интим мөнәсәбәттәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Исламда интим мөнәсәбәттәр
 Исламда интим мөнәсәбәттәр Викимилектә

Исламда интим мөнәсәбәттәр нормалары (рус. Но́рмы инти́мных отноше́ний в исла́ме) — мосолмандарҙың шәриғәт ҡушҡанса енси тормошона ҡағылышлы ҡағиҙәләр һәм кәңәштәр комплексы. Исламда енси мөнәсәбәттәр никах йәки кәнизәк менән генә рөхсәт ителә, башҡаһы зина ҡылыу булараҡ ҡарала һәм шәриғәт буйынса эҙәрлекләнә. Шулай уҡ аналь енси мөнәсәбәттәр, менструация, бала тапҡандан һуң ҡан китеү, ауырыу һәм рамаҙан айында ураҙа тотоу ваҡытында енси мөнәсәбәткә инеү тыйыла.

Башҡа донъя диндәре менән сағыштырғанда ислам дине енси белем йәһәтенән алда тора[1], әммә мосолман илдәренең береһендә лә енси тәрбиә уҡыу программаһының айырым предметы рәүешендә булмаған — ул дини белем алыуға интеграцияланған. Хәҙерге енси мәғрифәтселектең мосолмандар тарафынан ҡабул ителмәүе ихтимал бер нисә аспекты бар: енси мәғрифәтселек ғаилә тураһында ислам концепцияһына ҡаршы килә тип ҡаралыуы мөмкин; енси белем буйынса ҡайһы бер материалдар ислам этикаһына ҡаршы килә ала; енси белем биреү күҙлегенән ҡабул ителгән тәртип мосолмандар тарафынан «гонаһлы» тип һаналыуы мөмкин[2].

Мотлаҡ күрһәтмәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡынлыҡ ҡылыу тәртибе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡынлыҡ ҡылыр влдынан махсус доға:

башҡ. Бисмиллаһ, йә Аллаһ, беҙҙе шайтандан арала, һәм беҙгә биргәнеңде (балалар күҙҙә тотола) шайтандан арала

ғәр. أللهم جنبنا الشيطان و جنب الشيطان ما رزقتنا

транск. Алләһуммә жәннибнәш-шайта́на үә жәнниб-әш-шайтана мә разәҡтәнә


рус. С именем Аллаха, о Аллах, удали нас от шайтана и удали шайтана от того, кем (имеются в виду дети) Ты наделил нас Сахих аль-Бухари №5165; Сахих Муслим №1434

Беренсе никах төнө (зөфаф төнө)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡынлыҡ ҡылыр алдынан, кейәү кәләшенең маңлайына ҡулын һалып, бисмиллаһ доғаһын уҡый[3]:

башҡ. Йә Аллаһым! Ысынлап, Һинән уға биргән яҡшылыҡты һәм Уны ниғмәтләндергән яҡшылыҡтарыңды һорайым! Һәм уның яманлыҡтарынан, Һин биргән яманлыҡтарҙың һәммәһенән Һиңә һығынам ғәр. أللهمّ إنّي أسألك من خيرها و خير ما جبلتها عليه, و أعوذ بك من شرّها و شرّ ما جبلتها عليه.

транск. Аллаһуммә инни́ әс’әлүкә мин хәйриһә үә хәйри мә жәбәлтәһә әле́йх, үә әғүҙү бикә мин шәрриһә үә шәрри мә жәбәлтәһә әле́йх.[ком 1]

рус.О Аллах! Воистину, я прошу у Тебя от неё добра и всего доброго, чем Ты её одарил! И прибегаю к Тебе от её зла и от всего злого, чем Ты её наделил.

Бынан һуң ҡушылыр алдынан икеһенә лә бергә ике рәҡәғәт намаҙ һәм ошо доғаны уҡырға кәңәш ителә[3]:

рус. Йә Аллаһ, миңә ҡатыным (ирем) менән мөнәсәбәттәрҙә һәм уның миңә мөнәсәбәттәренә фатиха бир. Йә Аллаһ, арабыҙҙы хәйерле ҡыл һәм айырылғанда хәйерле айырылырға насип ҡыл!

ғәр. أللهمّ بارك لي في أهلي و بارك لهم فيّ, أللهمّ اجْمعْ بيننا ما جمعت بخير, و فرّق بيننا إذا فرّقت إلى خير.

транск. Аллаһуммә бәрик ли фи әһли́ үә бәрик ләһүм фийә, Аллаһуммә-жмә’ бәйнәнә мә әжәмә’тә би-хәйр, үә фәрриҡ бәйнәнә иҙә фәррәҡтә илә хәйр.

рус. О Аллах, благослови меня в отношениях с моей женой (мужем) и её (его) в отношениях со мной. О Аллах, утверди между нами благо и при разлуке разлучи нас по-доброму!

Яҡынлыҡта тыйылғандар һәм кәрәкмәгәндәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инцест (ингл. incest — ҡан ҡатышыу) мәхрәм булғандар араһындағы енси мөнәсәбәт.

Һеҙгә әсәләрегеҙгә, ҡыҙҙарығыҙға, апай-һеңлеләрегеҙгә, атай-әсәйегеҙ менән бер туған ҡатын-ҡыҙҙарға, ир туғандарығыҙҙың һәм ҡыҙ туғандарығыҙҙың ҡыҙҙарына, һөт әсәләрегеҙгә, имсәктәш апай-һеңлеләрегеҙгә, ҡатындарығыҙҙың әсәләренә, һеҙ ҡушылған ҡатынға эйәрә килгән аҫрау ҡыҙҙарығыҙға,— әгәр ҡатынға ҡушылмаған булһағыҙ, ул уаҡытта һеҙгә гонаһ булмай,— үҙ ҡанығыҙҙан булған улдарығыҙҙың ҡатындарына, һәм — әгәр электән эшләнгән булмаһа,— ике ҡыҙ туғанды бергә йыйып өйләнеү тыйыла. Ысынлап та, Аллаһ ярлыҡаусы, рәхимле!

Ҡөрьән, сура Ән-Ниса сүрәһе, аят № 23

Енесте алмаштырыу һәм икенсе енескә оҡшарға тырышыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәриғәт ҡанундары буйынса енес алмаштырыуға бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ[4]. Гомосексуализмға ҡарағанда «енес алмаштырыу» гонаһы ауырыраҡ тип һанала, сөнки гомосексуалист үҙ тәртибен үҙгәртә һәм тәүбәгә килә ала, ә енесен алмаштырған осраҡта быны эшләү мөмкин түгел.[5]. Берҙән-бер сәбәп — пациент гермафродит булған осраҡта ғына: бындай операция уға тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә мөмкинлек бирә[6].

  1. Sex education in schools / ed. Isam R. Nazer. — International Planned Parenthood Federation. Middle East and North Africa Region, 1976. — P. 109. — 137 p. — ISBN 9780900924859.
  2. Mark Halstead, Michael Reiss. Values in Sex Education: From Principles to Practice. — Routledge, 2003. — P. 102. — 240 p. — ISBN 9781134572007.
  3. 3,0 3,1 Этикет бракосочетания, 2008
  4. Любовь и секс в Исламе, 2004, с. 48
  5. Ән-Ниса 4:119
  6. Любовь и секс в Исламе, 2004, с. 44
  • Исламский этикет интимных отношений (рус.). Assalam.ru. Дата обращения: 27 мая 2013. Архивировано 25 августа 2007 года.


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.
Өҙөмтә хатаһы: "ком" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref> тамғалары өсөн кәрәкле <references group="ком"/> тамғаһы табылманы