Эстәлеккә күсергә

Әхмәтов Радик Рәхимйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтов Радик Рәхимйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 март 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Дыуан районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Өлкөндө, Дыуан районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 9 август 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө биохимик, биотехнолог, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әхмәтов Радик Рәхимйән улы (3 март 1933 йыл9 август 2008 йыл) — ғалим-биохимик, биотехнолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1981—1985 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биология институты директоры. Биология фәндәре докторы (1976), профессор (1986). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1975), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975)

Радик Рәхимйән улы Әхмәтов 1933 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ының Дыуан районы Өлкөндө ауылында тыуа[1].

1958 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1959—85 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында эшләй: 1967 йылдан биохимия һәм цитохимия бүлеге мөдире, 1981 йылдан Биология институты директоры, бер үк ваҡытта 1967—81 йылдарҙа, шулай уҡ 1985 йылда мөдир, 2000 йылдан Башҡорт дәүләт университетының биохимия һәм биотехнология кафедраһы уҡытыусыһы[2]. Республикала үҫемлектәр биотехнологияһы һәм кеше генетикаһы үҫешенә башланғыс һала.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни хеҙмәттәре үҫемлектәр гетерозисының күҙәнәк ядроһын һәм молекуляр-генетик тәбиғәтен өйрәнеүгә арналған. Әхмәтов етәкселегендә тәүге тапҡыр үҫемлектәрҙәге гистон аҡһымдарының модификацияһы асыла; фитогормондарҙың һәм башҡа физиологик актив матдәләрҙең күҙәнәктең генетик аппараты активлығын көйләүҙә ҡатнашыуының яңы механизмдары асыҡлана; рекомбиноген үҙенсәлектәргә эйә булған һәм иммунитетты стимуллаштырыусы, фунгицид тәьҫиргә эйә химик берләшмә асыҡлана. Уның тарафынан үҫемлектәрҙә матдәләр алмашыныуының, шул иҫәптән үҫемлектәрҙең гетерозис гибридтарының нуклеин кислоталары синтезы һәм уларҙың инә формаларының законлыҡтары асыҡлана; тәүге тапҡыр ҡыяҡлылар протопластарынан каллусҡа оҡшаш туҡымалар алына. 190-дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы[1]. Әхмәтов - РФ биохимия йәмғиәтенең Өфө бүлексәһен һәм РФ генетиктары һәм селекционерҙары йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһен ойоштороусыларҙың береһе[3].

  • Электронно-микроскопическая цитохимия. Уфа, 1971 (соавт.);
  • Теоретические основы селекции. Т.1.
  • Молекулярно-биологические аспекты прикладной ботаники, генетики и селекции. М., 1993 (соавт.).