Эстәлеккә күсергә

Әхәтова Ираида Әбүбәкер ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхәтова Ираида Әбүбәкер ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 ғинуар 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны Муллино[d], Әжәк ауыл советы, Борай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө зооинженер, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө зоология
Эш урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы

Әхәтова Ираида Әбүбәкер ҡыҙы (10 ғинуар 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-зооинженеры, юғары мәктәп уытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). Борай районының почётлы гражданы.

Ираида Әбүбәкер ҡыҙы Әхәтова[1] 1946 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Борай районы Мулла ауылында тыуа. 1964—1977 йылдарҙа медицина учреждениеларында һәм СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының гельминтология лабораторияһында фельдшер булып эшләй.

1977 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай, шунан 1977—1995 йылдарҙа Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү институтының йылҡысылыҡ лабораторияһында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1995—1999 йылдарҙа — Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы Башҡортостан фәнни үҙәгенең ғилми секретары; 1999—2004 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығы малдарын үрсетеү кафедраһы мөдире. 2005 йылдан — ошо уҡ университеттың ветеринария-санитария экспертизаһы кафедраһы профессоры.

«Башҡорт тоҡомло аттарҙың һөт биреүсәнлеген арттырыуҙың селекцион-генетик нигеҙҙәре» тигән темаға кандидатлыҡ (1987) һәм докторлыҡ (1994) диссертацияһын яҡлай. 2006—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы биология һәм ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһенең ғилми секретары булып эшләй. 2012 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.

Йылҡысылыҡта өс селекция ҡаҙанышы авторы.

  • Әхәтова Ираида Әбүбәкер ҡыҙы — 270 ғилми һәм методик хеҙмәт, шул иҫәптән 12 монография, малсылыҡта өс селекция ҡаҙанышына авторлыҡ танытмаһы, Рәсәй Федерацияһында уйлап табыуға 1 патент авторҙашы.
  • И. Ахатова «Разведение сельскохозяйственных животных» Уфа, 2003.
  • Ахатова И. А. «Молочное коневодство: племенная работа, технологии производства и переработки кобыльего молока» Рос. акад. с.-х. наук [и др.] Уфа; Гилем, 2004, — 323 с., ил., табл.; 20 см

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең ике көмөш миҙалы
  • Күкрәккә таҡмалы «СССР уйлап табыусыһы» билдәһе
  • Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы, Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы почёт грамоталары
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы.
  • Борай районы]]ның почётлы гражданы[2].