Эстәлеккә күсергә

Ахун (Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ахун
рус. Ахуново
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы

Ауыл советы

Ахун

Координаталар

54°12′22″ с. ш. 59°36′31″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1780

Халҡы

2449[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453733

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 815 001

ОКТМО коды

80 653 415 101

ГКГН номеры

0518334

Ахун (Рәсәй)
Ахун
Ахун
Ахун (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ахун

АхунБашҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Ахун ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 22449 кеше[2]. Почта индексы — 453733, ОКАТО коды — 80253815001.

Район үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа табан 25 км һәм Учалы тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 30 км алыҫлыҡта Ҡыйҙыш йылғаһы (Уй йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 30 км[3].

1780 йылда Ҡаратабын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Силәбе өйәҙе Иҫәт провинцияһының Мөслим, Ҡорманай ауылдарынан сыҡҡан хеҙмәтле мишәрҙәре Ахун ауылына нигеҙ һала. Ауыл Ахун тип аталған, сөнки бында Иҫәт провинцияһының билдәле ахуны Абдулла Дәүешев йәшәгән.

Ғабдулла_Мөслим_улы_Даушев_ҡәбере,_вафаты_1791

V рәүиз мәғлүмәттәре буйынса 1795 йылда 55 йортта 444 кеше иҫәпләнгән. 1859 йылда 280 хужалыҡта — 1623 кеше, 1920 йылда 725 йортта 4087 мишәр һәм татар йәшәгән. Ошондай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә халыҡтың ҡырҡа артыуы (V—X рәүиздәр араһында) тәбиғи артыуы иҫәбенә генә түгел, ә күскенселәр иҫәбенә мөмкин булған (1823 йылда).

XVIII быуат аҙағына Троицк өйәҙенең Әмин, Сафакүл һ. б. ауылдарынан яһаҡлы татарҙар, XIX быуат башында — Ҡазан губернаһының Мамадыш өйәҙе татарҙары килеп урынлашҡан. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище булған. 1900 йылда 3 мәсет, 2 мәктәп, 6 һыу һәм 8 ел тирмәне теркәлгән[4].

Ахун урта мәктәбе, балалар сәнғәт мәктәбе, 3 балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто («Аҡ шишмә» халыҡ театры), китапхана, тарих тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет бар.

1870_йылғы_мәсет

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 4087
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 2660
1959 йыл 15 ғинуар 2653
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 2334
2002 йыл 9 октябрь 2610
2010 йыл 14 октябрь 2449 1187 1262 48,5 51,5

Халҡы: 1900 йылда — 2784 кеше; 1920 йылда — 4087 кеше.

Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, күпселек милләттәр — татарҙар (59%), башҡорттар (39%).

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Учалы районы Ахун ауылы янында таш һындар
һынташтарҙың иң ҙуры
Дәрвид хәҙрәт исемендәге мәҙрәсә

Ревизия материалдарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1811 йылда[7] һәм 1816 йылда [8] Ахун ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
  • 8 Март урамы рус. 8 Марта (переулок)
  • Аҡбейек урамы рус. Акбиек (улица)
  • Ахун тыҡрығы рус. Ахуновский (переулок)
  • Барый Ғәлиев тыҡрығы рус. Бари Галиева (переулок)
  • Барый Яриев урамы рус. Бари Яриева (улица)
  • Башҡорт тыҡрығы рус. Башкирский (переулок)
  • Вәли Солтан урамы рус. Вали Султана (улица)
  • Көнсығыш урамы рус. Восточная (улица)
  • Ғабдулла Туҡай тыҡрығы рус. Габдуллы Тукая (переулок)
  • Ғәлиәскәр Камал тыҡрығы рус. Галиаскара Камала (переулок)
  • Депутат тыҡрығы рус. Депутатский (переулок)
  • Есенин тыҡрығы рус. Есенина (переулок)
  • Көнбайыш урам рус. Западная (улица)
  • Йылға аръяғы урамы рус. Заречная (улица)
  • Ибраһимов тыҡрығы рус. Ибрагимова (переулок)
  • Ирәмәл тыҡрығы рус. Иремелевский (переулок)
  • Калинин тыҡрығы рус. Калинина (переулок)
  • Кашириндар тыҡрығы рус. Кашириных (переулок)
  • Киров тыҡрығы рус. Кирова (переулок)
  • Колхоз урамы рус. Колхозная (улица)
  • Коммунарҙар тыҡрығы рус. Коммунаров (переулок)
  • Коммунистик тыҡрыҡ рус. Коммунистический (переулок)
  • Комсомол тыҡрығы рус. Комсомольский (переулок)
  • Крупская тыҡрығы рус. Крупской (переулок)
  • Урман урамы рус. Лесная (улица)
  • Мәжит Ғафури тыҡрығы рус. Мажита Гафури (переулок)
  • Матросов тыҡрығы рус. Матросова (переулок)
  • Йәштәр урамы рус. Молодежная (улица)
  • Мостай Кәрим тыҡрығы рус. Мустая Карима (переулок)
  • Муса Йәлил тыҡрығы рус. Мусы Джалиля (переулок)
  • Муса Мортазин тыҡрығы рус. Мусы Муртазина (переулок)
  • Таулы урамы рус. Нагорная (улица)
  • Некрасов тыҡрығы рус. Некрасова (переулок)
  • Ниғмәт Зөлҡәрнәйев урамы рус. Нигмата Зулькарнаева (улица)
  • Октябрь урамы рус. Октябрьская (улица)
  • Ерекле тыҡрығы рус. Ольховый (переулок)
  • Партизан урамы рус. Партизанская (улица)
  • Беренсе Май урамы рус. Первомайский (переулок)
  • Пионер тыҡрығы рус. Пионерский (переулок)
  • Пугачев тыҡрығы рус. Пугачева (переулок)
  • Пушкин тыҡрығы рус. Пушкина (переулок)
  • Революция тыҡрығы рус. Революционный (переулок)
  • Салауат Юлаев тыҡрығы рус. Салавата Юлаева (переулок)
  • Совет тыҡрығы рус. Советский (переулок)
  • Социалистик тыҡрығы рус. Социалистический ( переулок )
  • Спартак тыҡрығы рус. Спартака (переулок)
  • Степан Разин тыҡрығы Степана Разина (переулок)
  • Урал тыҡрығы рус. Уральский (переулок)
  • Һаҙый Таҡташ тыҡрығы рус. Хади Такташа (переулок)
  • Үҙәк урам рус. Центральная (улица)
  • Чапаев тыҡрығы рус. Чапаева (переулок)
  • Шайморатов тыҡрығы рус. Шаймуратова (переулок)
  • Мәктәп урамы рус. Школьная (улица)
  • Шоссе урамы рус. Шоссейная (улица)
  • Юрий Гагарин тыҡрығы рус. Юрия Гагарина (переулок)[9]

Тәбиғәт ҡомартҡылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ахун меңгерҙәре комплексы[10]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 25. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Вильданов Салават Галиевич
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2018)
  7. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  8. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  9. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  10. Ургун, Калкан и Ахун