Ағиҙел (йылға)
Википедия – ирекле энциклопедия
| {{{Исем}}} | |
|---|---|
| Бассейн майҙаны | 142 000 км² |
Ағиҙел, Башҡортостандағы иң ҙур йылға һәм төп һыу юлы. Кама йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Уралтау итәгенән башлана. Оҙонлоғо 1420 км, бассейнының майзаны — 141900 км2. Көмөштәй аҡ был йылға Ирәмәлтау тирәһенән баш ала. Үрендә һаҙамыҡлы үҙәндәрҙән үтә, Тирлән ҡасабаһынан түбәндәрәк ҡырҡа тарая, иңкеүҙәре текәрә. Белорет, Бөрйән ерҙәренән Урал тауҙары, ҡаялар араһынан аға. Уң ҡушылдығы Нөгөштө юлдаш итеп китә биргәс, иркен туғайлыҡтарға барып сығыр ерҙәрҙә үҙәне яйлап киңәйә. Ҡариҙел ҡушылғандан һуң Ағиҙел тигеҙлектәрҙән йәйрәп аға, иркен туғайҙарҙа ағымында боролмалар, бөгөлдәр яһап, тармаҡланып та киткеләй. Күп урында уң яҡ яры ҡалҡыуыраҡ.
Иң ҙур ҡушылдыҡтары -
уң яҡтан: Нөгөш, Эҫем, Ҡариҙел, Бөрө, Тере Танып;
һул яҡтан: Ашҡаҙар, Өршәк, Дим, Ҡармасан, Сәрмәсән, Баҙы, Сөн.
. Йылға тамағынан Өфөгә тиклем суднолар даими, Мәләүез пристаненә хәтлем өҙөклөк менән йөрөй.
Борон-борондан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ Ағиҙел буйлатып торлаҡ ҡороп, түлләп, ишәйеп, ҡотайып донъя көтә. Ағиҙел буйында бихисап ауылдар, Белорет, Мәләүез, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещенск, Бөрө ҡалалары урынлашҡан.
Ағиҙел йылғаһы буйында Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө, Дүртөйле, Ағиҙел ҡалалары урынлашҡан.
Башҡорт халыҡ ижадында һәм йәнле һөйләштә Ағиҙел Иҙел тип тә йөрөтөлә. «Урал батыр» ҡобайырында «Көмөштәй бер аҡ йылға», «Иҙел батыр таҡҡан, ай, Аҡ йылғаһы» тигән юлдар бар. Боронғо төрки халыҡтарында Иҙел «һыу, йылға» тигәнде аңлата. Ағиҙелдең русса «Белая» тип аталыуы башҡортсанан күсермә генәлер. 1627 йылда сьгкҡан «Ҙур һыҙма китабы»нда һәм башҡа тарихи яҙмаларҙа Ағиҙел Белая Воложка рәүешендә алынған.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.
- Сәлимйән Бәҙретдинов. Башҡортостан календары 2008 йылға.

