Эстәлеккә күсергә

Батша пушка

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Батша-пушка

Батша-пушка
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Местоположение

Мәскәү, Иваново майҙаны

Оҫта

Андрей Чохов

Йыл

1586

Характеристикаһы
Оҙонлоғо

5,34 м

Ауырлығы

39,31 т

Калибры

890 мм

Батша-пушка (рус. Царь-пушка) — Урыҫ Батшалығының артиллерия орудиеһы, Яңы осор рус тимер ҡойоу сәнғәте ҡомартҡыһы. Үҙ заманының ауыр ҡәлғә артиллерияһы шедевры, Рәсәй империяһы ҡорал эшләүселәренең һоҡланғыс хеҙмәт емеше, донъяла иң ҙур пушкаларҙың береһе[1][2].

Пушка үҙе 1586 йылда ҡойола, ә йәҙрә һәм декоратив лафеты — 1859 йылда. Тәүҙә ул Лобное Местола ҡуйыла, ә XVIII быуат башында Арсенал ихатаһына күсерелә. XIX быуаттың 30-сы йылдарында башҡа пушкалар менән бергә музей экспонаты сифатында Ҡорал музейы алдына ҡуйыла. Әлеге ваҡытта XVI—XIX быуат артиллерия орудиелары музейы экспонаты [1][3][4].

Ҡыҙыл майҙан. Батша-пушка һәм Лобное Место эргәһендәге «Тауис». 1661 йыл.
Батша-пушка Ҡорал палатаһы бинаһының мөйөшөндә. 1905 йыл.
Пушканың хәҙер Кремлдә торған урыны.

XIV быуатта ырғытыу сараһы булараҡ дары уйлап сығарыу артиллерияны төп утлы атыу ҡоралы итеп ҡулланыу дәүере башланыуға алып килә. Боронғо бик ябай ырғытыу ҡоралдарына алмашҡа пушкалар килә, әммә сәнәғәттең һәм техниканың үҫеш кимәле түбән булғас, пушкалар ҙа камиллыҡтан алыҫ тора. Башта уларҙың көбәген — тимерҙән, ә дарыһын тупраҡ төҫөндәге паста консистенциялы йә йомшаҡ итеп яһағандар. Пушкаға уны ҡаҙна өлөшөнән ҡорғандар. Зарядлы патрон тотҡалы һауыт рәүешендә булған. Атыу өсөн патронлы зарядты пушканың көбәгенә махсус шыналар менән беркетеп ҡуйғандар. Пушкаларҙан залп биргән саҡта йыш ҡына был патрондар шартлаған һәм ярсыҡтары менән пушка янындағы кешеләрҙе яралаған. Ошо арҡала пушканан атыусы һалдаттар атыр алдынан соҡорға йәшенгән. XV быуатта дарыны бөртөклө итеп эшләргә өйрәнгәндәр, был дарыны пушканың көбәгенә көбәк ауыҙы аша тығыҙлап, төйөп һалырға мөмкинлек биргән. Тимер йәки таш йәҙрәне сепрәккә йә сүбәккә төрөп, көбәккә тыҡҡандар һәм дарыға барып тейгәнсе төйгәндәр. Пушкаларҙың калибры ҙурая барған, сөнки артиллерияның әһәмиәте торған һайын артҡан. Ҙур калибрлы ҡорал бомбард тип аталған һәм ҡәлғәләрҙе ҡамағанда ҡулланылған. Мәскәү пушка эшләү ихатаһы оҫталары бер нисә ауыр пушка ҡоя[5].

Ватан артиллерияһы XVI быуатта барлыҡҡа килә, ә XVIII быуат башында Рәсәйҙә 9500 пушканан атыусы була. Ҡорал яһау ҡалыптары камиллаштырыла: пушкаларҙы ҡалыптың һүтелә торған 12 өлөшөндә яһайҙар, шулай уҡ ике буйға бүленә торған ҡалыптар ҙа ҡулланыла. Ҡоралды ҡалыпҡа һалыу горизонталь рәүештә алып барыла. Пушканың моделдәрен ағастан эшләгәндәр һәм уны күп тапҡырҙар ҡулланғандар. Махсус төҙөлгән биналарҙа компактлы ҡорал ҡойоу заводтарын урынлаштырғандар, шулай уҡ дары баҙҙары төҙөгәндәр[6].

Батша Федор Иванович бойороғо буйынса 1586 йылда ҡорал оҫтаһы Чохов Андрей бронзанан Батша-пушканы ҡойған. Тәҡдимде батшаның ҡәйнеше, ул ваҡытта ғәмәлдә ил менән идара иткән Борис Годунов биргән[1][7]. Бер версия буйынса, пушканы батша Федор Иванович үҙенең хөрмәтенә Батша-пушка тип атаған, ләкин күп тикшеренеүселәр пушканың исеме уның ҙурлығына бәйле тип иҫәпләй[2].

Батша бойороғо буйынса, пушканы Ҡыҙыл майҙандағы Лобное Местонан сығыш яһағанда һәм батша указдарын уҡығанда кешеләр таң ҡалһын өсөн уның йәнәшенә ҡуйғандар. Пушка Рус дәүләтенең хәрби көс-ҡеүәтен кәүҙәләндереү, һаҡлау символы була, Покров соборы һәм Спас ҡапҡаһын һаҡлауҙы кәүҙәләндерә, шулай уҡ Борис Годуновтың билдәлелеген арттыра[7].

Пушка ысын хәрби ҡорал итеп ҡойолған булһа ла, ғәмәлдә унан бер тапҡыр ҙа атмағандар[4]. Берҙән-бер тапҡыр уны 1591 йылда Мәскәүгә Ҡырым ханы Ғазигәрәй ғәскәре яҡынлашҡанда ғына баш ҡаланың башҡа артиллерияһы менән бергә хәрби әҙерлеккә килтерәләр. Уны Ҡытай-ҡалала Кремлдең төп ҡапҡаларын һәм Мәскәү йылғаһы аша кисеүҙе һаҡлар өсөн әҙерләп ҡуйғандар[8].

XVIII быуатта Кремлдә Арсенал төҙөлә һәм Батша пушканы уның ихатаһына күсереп ҡуялар[2]. 1812 йылда француз армияһы сигенгән саҡта Арсеналдың күп өлөшөн шартлатып китә, шул ваҡытта ихаталағы барлыҡ пушкаларҙың да ағас лафеттары янып юҡҡа сыға. Яңы лафеттар 1817 йылда ғына эшләнә[9]. Батша пушка шартлау ваҡытында зыян күрмәй. Шул уҡ 1817 йылда уны Арсенал ҡапҡаһы янына баҫтырып ҡуялар[10].

Ике йыл үткәс, архитектор Анри Монферран Кремль ҡоролмаларын тергеҙеүҙә ҡатнаша һәм рус ҡоралының 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүе хөрмәтенә һәйкәл ҡуйырға йыйыныуҙарын белеп ҡала. Анри Монферран ҙур Батша пушканы һәм «Единорог» пушкаһын (биҙәлеүе буйынса шулай тип йөрөтөлә) һәйкәл композицияһының үҙәк элементы итеп алып, һәйкәлдең үҙен Арсеналға ингән урында урынлаштырырға тәҡдим итә. Архитекторҙың ниәте буйынса, был ике пушка ла ҡара тимер сынйырлы йәшел төҫтәге ағас лафеттарға һалынырға тейеш була. Һәйкәл проекты раҫлана, ләкин тормошҡа ашырылмай[11].

1835 йылда пушкаларҙы яңы урынға күсереү тураһында һүҙ ҡуҙғатыла һәм уларҙы, биҙәүле лафеттарға ҡуйып, Арсеналдың төп ҡапҡаһы алдына урынлаштыралар, лафеттарын бронза буяуға буяйҙар. Әлегә тиклем пушкалар ошо лафеттарҙа тора. Элек ихатала һаҡланған егерме тарихи ҡоралды ла улар менән йәнәш баҫтыралар[12]. Батша пушка лафеты өсөн семәрле биҙәктәр архитектор Александр Брюллов һәм инженер Павел де Витте эскиздары буйынса эшләнә, заказдарҙы Санкт-Петербургтың Берда заводында үтәйҙәр. Шулай уҡ пушканы биҙәү өсөн һәр береһенең ауырлығы 1,97 тонна тәшкил иткән дүрт пушка йәҙрәһе эшләйҙәр[2][4].

1843 йылда Батша пушка һәм башҡа бер нисә орудие һуңғараҡ казармаларға әйләндерелгән Ҡорал палатаһының иҫке бинаһы янына күсерелә. 1960 йылда казарманы емереп, уның урынына Кремль Съездар һарайын төҙөй башлағансы Батша пушка был урында йөҙ йылдан ашыу тора. Ошо саҡта Батша пушка Иван Великий манараһының ҡыңғырауҙар бинаһының төньяҡ фасадына күсерелә һәм хәҙер ҙә шунда тора, ә уның ҡаршыһында Батша ҡыңғырау тора[10][13].

Батша пушка төрлө осорҙа
Батша пушка. 1883 йыл
Батша пушка. 1883 йыл 
Батша пушка. 1886 йыл
Батша пушка. 1886 йыл 
Батша пушка. 1917 йыл
Батша пушка. 1917 йыл 
Батша пушка. 1964 йыл
Батша пушка. 1964 йыл 
Батша пушка. 2015 йыл
Батша пушка. 2015 йыл 

.

Тасуирламалары һәм биҙәлеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пушка көбәгенең диаметры тыштан 1200 мм тәшкил итә, көбәктең ауыҙы ситендәге биҙәкле билбау әйләнәһе — 1340 мм, пушка калибры — 890 мм, ауырлығы — 39312 кг[14]. Пушканың үҙенсәлекле габариттары уны артиллерия ҡоралдарының билдәле класына индерергә мөмкинлек бирмәй: калибрының көбәк оҙонлоғона нисбәте 6-ға тигеҙ, хәҙерге классификация буйынса — пушка мортира класлы, ләкин ХVII—XVIII быуаттарҙа мортира көбәгенең оҙонлоғо калибрының 3,5 өлөшөн генә тәшкил иткән. Конструкция үҙенсәлектәре буйынса уны йәҙрә мылтығы класына индерергә мөмкин[10].

Пушканың химик составы: баҡыр — 91,6 %, аҡ ҡурғаш — 6,10 %, ҡара ҡурғаш — 0,84 %, һөрмә — 0,42 %, мышаяҡ — 0,34 %, никель — 0,12 %, цинк — 0,053 процент, алюмин — яҡынса 0,05 %, марганец — яҡынса 0,05 %, висмут — 0,035 %, тимер — 0,010 %, магний — яҡынса 0,001 %, кобальт — яҡынса 0,005 %, көмөш эҙҙәре лә бар[15].

Пушканың көбәге ҡануни формалы, алғы өлөшө атта һыбай ултырған батша Иван Федорович рельефы менән биҙәлгән, унда «Хоҙай мәрхәмәте менән Бөтә бөйөк Рәсәй батшаһы һәм бөйөк кенәз Федор Иванович» тип яҙылған. Пушканың уң яғында: «Благоверный һәм Христы яратыусы Бөтә бөйөк Рәсәй батшаһы һәм бөйөк кенәз менән уның диндар һәм Христосты яратыусы батшабикәһе бөйөк кенәз ҡатыны Ирина әмере буйынса». Һул яғында: «Был пушка Мәскәү ҡалаһында 7094 йылда, ул батшалыҡ иткәндең өсөнсө йылында ҡойолған. Пушканы пушка ҡойоу оҫтаһы Андрей Чохов эшләгән» тип яҙылған[1][2].

Көбәгенең ике яғында пушканы урынынан күсереп йөрөткәндә ҡанат арҡандарҙы беркетеп ҡуйыу өсөн дүртәр йәйә ҡуйылған, ә лафет урынына пушканы алдан билдәләнгән мөйөш яһап күтәреү өсөн махсус станоктар алдан ҡарап эшләнгән[16]. Пушка оборона тотоу һәм ҡәлғәне дошман артиллерияһы тишкән урындан ингән дошманға йәҙрә менән атыу өсөн тәғәйенләнгән. Ошо маҡсатын иҫәптә тотоп, пушканы «Рәсәй Дробовигы» тип атап йөрөткәндәр[4][2][17]. Белгестәр иҫәбе буйынса, пушканан шулай уҡ 750 кг — 1 тонна самаһы ауырлыҡтағы ташты 85-118 кг дары заряды менән атырға мөмкин булған[18]. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, кәм тигәндә бер тапҡыр пушканан атып ҡаралған[19]. Ләкин 1980 йылда барған реставрация ваҡытында пушканан бер тапҡыр ҙа атмағандар тигән фекергә килгәндәр, сөнки был ҡорал эшләнеп бөтөрөлмәгән булған: көбәгенең эсе пушка ҡойолғандан алып бер тапҡыр ҙа таҙартылмаған һәм унда 20 миллиметрға тиклем ҙурлыҡтағы суғырмаҡтар, тигеҙһеҙлектәр һәм янған тупраҡ ҡалдыҡтары булған[15]. Пушканы ҡойған саҡта 10 миллиметр диаметрлы соҡор урыны яһалған булһа ла, тоҡандырғыс тишектәр тишелмәйенсә ҡалған[20].

Батша-пушка тураһындағы мәғлүмәтле таҡтаташ. 2005 йыл
Батша-пушка тураһындағы мәғлүмәтле таҡтаташ. 2005 йыл 
Батша-пушка лафеты. 2007 йыл
Батша-пушка лафеты. 2007 йыл 
Совет почта маркаһы. 1978 йыл
Совет почта маркаһы. 1978 йыл 
Рәсәй Банкы тәңкәһенең реверсы. 2006 йыл
Рәсәй Банкы тәңкәһенең реверсы. 2006 йыл 
Батша-пушка. 1964 йыл
Батша-пушка. 1964 йыл 

2001 йылда «Ижсталь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте пушканың 2 күсермәһен эшләнгән. Күсермәнең бер данаһы Мерцалов пальмалары урынына Донецкиға бүләк ителгән һәм Артем урамында ҡуйылған. Икенсеһе пушканы эшләгән заводта, Ижевскиҙа, ҡалған һәм заводтың проходнойы алдында ҡуйылған. Күсермәләр суйындан эшләнгән, уларҙың ауырлығы — 42 тонна, йәҙрә ауырлығы — 1,5 тонна[13].

2007 йылда Йошкар-Ола ҡалаһының Оболенский-Ноготков майҙанына Батша-пушканың 1:2 масштаблы ябайлаштырылған рельефлы күсермәһе ҡуйылған. Күсермә Звенигово судно төҙөү-судно ремонтлау заводында эшләнгән. Күсермә ҡоростан ҡойолған, дүрт йәҙрәһе менән бергә ауырлығы 12 тонна тәшкил итә[21][13].

Батша-пушка күсермәләре
Донецкиҙағы күсермә. 2009 йыл
Донецкиҙағы күсермә. 2009 йыл 
Ижевскиҙағы күсермә. 2016 йыл
Ижевскиҙағы күсермә. 2016 йыл 
Йошкар-Олалағы күсермә. 2009 йыл
Йошкар-Олалағы күсермә. 2009 йыл 

Башҡа ҙур пушкалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батша-пушка Гиннесстың рекордтар китабына иң ҙур калибрлы ҡорал булараҡ индерелгән. 1930-сы йылдар аҙағында Германияла тимер юл «Дора» пушкаһы эшләнә, ул ауырлығы һәм үлсәмдәре менән Батша-пушканан ҙурыраҡ була, фугас снарядтары менән ата[13]. 1944 йылда Батша-пушка артиллерия тарихында иң ҙур 890 миллиметрлы пушка була, ләкин был йылда АҠШ 914 мм калибрлы эксперименталь «Бәләкәй Давид» мортираһын эшләй[22].

Батша-пушкаға тиклем башҡа ҙур артиллерия машиналары эшләнә. Мәҫәлән, Кузьминдың Мәскәү пушка йорто оҫталары беренсе булып 5000 кг ауырлыҡтағы «Онагр» пушкаһын ҡоя, уны көбәгенең уң яғына төшөрөлгән мифик хайуан һүрәте буйынса «Единорог» тип атайҙар. Был эмблема уңыш һәм бәхетте аңлата, йыш ҡына XVI—XVII быуаттарҙа броняға һәм ҡоралға төшөрөлгән булған. Ҡорал эшләү оҫтаһы Яков Дубина 6438 кг ауырлыҡтағы «Троил» пушкаһын ҡоя. Хәҙер был пушка Арсеналдың көньяҡ ишеге янында тора[23].

Андрей Чохов бер нисә эре пушка ҡойған. Ул 3,6 тонналы «Скоропея» пищален[24], 7 тонна ауырлығындағы «Троил» («Троя батшаһы»)[25], 7434,6 кг ауырлыҡтағы «Инрогты» ҡойған[26]. 5634 кг ауырлыҡтағы «Арыҫлан» пищале Псков ҡалаһында ҡуйыла, ул шведтар менән Нарва янында 1700 йылдағы алышта ҡулланыла. Шведтар һуғышта пушканы үҙ ҡулдарына төшөрә һәм бары тик 1778 йылда ғына Рәсәй империяһына кире ҡайтара[27]. Хәҙерге көндә 6 тонна ауырлығындағы «Аспид» пищале Арсеналдың көньяҡ-көнбайыш мөйөшөндә тора[28]. Бер төрлө биҙәлешле һәм 7-шәр тонна ауырлығындағы ике «Бүре» пушкаһын поляктар, Смоленск ҡалаһын алғас, Эльбингҡа алып китә. Үҙ сиратында 1703 йылда Карл XII Эльбингты баҫып ала һәм пушкаларҙы Швецияға күсереп алып китә. Хәҙерге көндә улар Стокгольм музейында тора[29]. Пушкаларҙан тыш, Чохов Андрей ҡыңғырауҙар ҡойған, уларҙың иң ҙурының ауырлығы 32 тонна булған[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Царь-пушка и Царь-колокол, 1990, с. 1919
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Победное оружие, 2015, с. 107107
  3. Победное оружие, 2015, с. 107—108107—108
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Царь-пушка, 1990, с. 1616
  5. Царь-пушка, 1990, с. 6—76—7
  6. Царь-пушка, 1990, с. 52—5652—56
  7. 7,0 7,1 Юдаков, 2007, с. 106106
  8. Творцы, 1955, с. 46—4746—47
  9. Царь-пушка и Царь-колокол, 1990, с. 24, 2524, 25
  10. 10,0 10,1 10,2 Кремль, 2009, с. 363363
  11. Царь-пушка и Царь-колокол, 1990, с. 2525
  12. Царь-пушка и Царь-колокол, 1990, с. 2929
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 Победное оружие, 2015, с. 108108
  14. Хогг Оливер. История артиллерии. Вооружение. Тактика. Крупнейшие сражения. Начало XIV века — начало XX века. — Москва: Центрполиграф, 2000. — ISBN 978-5-9524-5142-1.
  15. 15,0 15,1 Лобин, с. 5656
  16. Царь-пушка // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
  17. Алексей Лобин. Пушка ли Царь-пушка? www.milhist.info (13 июнь 2013). Дата обращения: 27 февраль 2018.
  18. Захариков, 1984, с. 3535
  19. Александр Широкорад. Царь-пушка — вовсе не пушка: Что же стоит в Кремле. Популярная механика (март 2005). Дата обращения: 8 апрель 2012. Архивировано 15 май 2012 года.
  20. Захариков, 1984, с. 3131
  21. Йошкар-олинская Царь-пушка. "В отпуск.ру". Дата обращения: 28 февраль 2018.
  22. Пётр Улякин. Самое крупнокалиберное орудие в мире. Популярная механика (16 ғинуар 2016). Дата обращения: 26 февраль 2018.
  23. Царь-пушка, 1990, с. 23, 2923, 29
  24. Царь-пушка и Царь-колокол, 1990, с. 14—1514—15
  25. Царь-пушка и Царь-колокол, 1990, с. 1818
  26. Царь-пушка и Царь-колокол, 1990, с. 1414
  27. Царь-пушка и Царь-колокол, 1990, с. 1515
  28. Царь-пушка и Царь-колокол, 1990, с. 18—1918—19
  29. Царь-пушка, 1990, с. 2222
  1. Гордеев Н. В. Царь-пушка. — М: Московский рабочий, 1969. — 56 с. — 60 000 экз.
  2. Портнов М. Э. Царь-пушка и Царь-колокол. — М: Московский рабочий, 1990. — 48 с. — ISBN 5-239-00778-0.
  3. Позднев А. Творцы отечественного оружия. — М: Военное издательство Министерства обороны СССР, 1955.
  4. Лобин А. Н. Новые данные об орудиях «Чоховской школы» конца XVI – начала XVII веков / Ефимов С. В.. — СПб: ВИМАИВиВС, 2014. — Т. III.
  5. Захариков Г. М. О боевом назначении Царь-пушки. Памятники архитектуры и техники. Сборник истории естествознания и техники Академии наук СССР. — М, 1984.
  6. Шарковский Д. Победное оружие России. IX - XXI вв.. — М: Айдиономикс, Эксмо, 2015. — 248 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-699-75291-1.
  7. Лубченков Ю. Н., Богатская И. А., Тихомирова А. Кремль. — М.: Белый город, 2009. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-7793-1638-5.
  8. Юдаков И. Московский Кремль. Красная площадь. Путеводитель. — Вече, 2007. — 208 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-9533-2395-6.