Биешу Мария Лукьяновна
Мария Биешу | |||||||||||||
Төп мәғлүмәт | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Исеме |
Мария Лукьяновна Биешу | ||||||||||||
Тыуған | |||||||||||||
Тыуған урыны |
Волинтирь, жудец Четатя-Албэ, Бессарабия, Румыния короллеге | ||||||||||||
Үлгән | |||||||||||||
Үлгән урыны | |||||||||||||
Ил | |||||||||||||
Һөнәрҙәре |
камера йырсы , | ||||||||||||
Йырлау тауышы |
сопрано (лирик-драматик) | ||||||||||||
Жанрҙар |
опера | ||||||||||||
Коллективтар |
А.С.Пушкин исемендәге Молдова опера һәм балет театры | ||||||||||||
Наградалар |
| ||||||||||||
Аудио, фото, видео Викимилектә | |||||||||||||
Биешу Мария Лукьяновна (молд. Maria Bieşu; 3 август 1935 йыл — 16 май 2012 йыл) — СССР һәм Молдованың опера йырсыһы (сопрано), педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1970). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990). Ленин премияһы (1982) һәм СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1974).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария Лукьяновна Биешу 1935 йылдың 3 авгусында (башҡа сығанаҡтарҙа — 5 май 1934 йыл[2]) Волинтирь ауылында (хәҙерге Молдавияның Штефан-Водск районы) тыуған.
Үҙ ауылында мәктәпте тамамлағандан һуң 1951 йылда Лллеова ҡалаһында ауыл хужалығы техникумының агролесомелиорация факультетына уҡырға инә. Үҙешмәкәрлектә йырлай. 1955 йылда Кишинев дәүләт консерваторияһына (хәҙерге Музыка, театр һәм һынлы сәнғәт академияһы) педагог С. Л. Зарифьян класына имтиханһыҙ ҡабул ителә һәм унда дүрт йыл белем ала.
Уҡыған осоронда, 1958—1960 йылдарҙа «Флуераш» йыр һәм бейеү ансамбленең халыҡ инструменттары оркестры менән бергә сығыш яһай.
1961 йылда консерваторияны П. А. Ботезат класы буйынса тамамлай һәм дәүләт имтихандарын тапшырғандан һуң Кишиневтағы Молдавия опера һәм балет театрына (хәҙер Мария Биешу исемендәге Молдова Республикаһының Милли опера һәм балет театры) саҡырыу ала.
Опера сәхнәһендә дебюты 1962 йылдың яҙында, Дж. Пуччиниҙың шул уҡ исемдәге операһында Тоска партияһы була. 1965—1967 йылдарҙа «Ла Скала» (Милан, Италия) театрында стажировка үтә, унда педагог Э. Пьяцца етәкселегендә Дж. Пуччини һәм Дж. Верди операларынан итальян телендә Тоска, Аиды, Чио-Чио-сан һәм Леонора партияларын әҙерләй. Шул осорҙа халыҡ-ара конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай: П. И. Чайковский исемендәге III халыҡ-ара конкурсы сиктәрендә вокалистарҙың беренсебәйгеһендә лауреат була (өсөнсө премия, 1966) һәм Японияла Миура Тамаки иҫтәлегенә ойошторолған 1-се Халыҡ-ара конкурста еңеп, беренсе премияға, "Алтын кубок"ка һәм «Донъяның иң шәп Чио-Чио-саны» титулына лайыҡ була.
Бынан һуң М. Биешу өсөн донъя кимәлендәге опера йырсыһының көсөргәнешле тормошо башлана: яңы ролдәр, премьералар, барлыҡ ҡитғаларға гастролдәр, грамяҙмалар, фильмдарҙа төшөү. Ул Ҙур театр сәхнәһендә, СССР-ҙың алдынғы театрҙары сәхнәләрендә, Нью-Йоркта "Метрополитен-опера"ла, Чехословакия, Германия, Болгария, Югославия, Румыния, Венгрия, Польша, Финляндия, Австрия театрҙарында сығыш яһай. Япония, Австралия, Куба, Израиль ҡалалары буйлап концерттар турнеһы яһай. Рио-де-Жанейрола яңғыҙ концерттар бирә, «Олимпия» (Париж) залында йырлай.
Барлығы йырсының репертуарында донъя опера классикаһы һәм заман композиторҙары операларынан өс тиҫтә самаһы сопрана партияһы була. Йырсының камера репертуары ла киң була, үҙенә 20-нән ашыу концерт программаһын ала һәм операларҙан билдәле арияларҙы, боронғо, классик, (духовной) һәм заманса музыканы берләштерә.
Кишиневта Г. Музическу исемендәге Музыка академияһында (хәҙерге Музыка, театр һәм һынлы сәнғәт академияһы) вокал класын алып бара (профессор). Нагоя (Япония, 1999), Пекин һәм Вена консерваторияларында (хәҙерге Вена музыка һәм башҡарыу оҫталығы университеты), Төркиә (Анкара, Мерсин), Куба (Гавана) опера театрҙарында волкалсы студенттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Молдованың мәҙәни һәм фестиваль тормошонда әүҙем ҡатнаша, 1990 йылдан Кишиневта "Мария Биешу саҡыра " («Vă invită Maria Bieşu») тип аталған Халыҡ-ара опера һәм балет сәнғәте йондоҙҙары фестивале үтә.
1995 йылда Новосибирскиҙа беренсе Рождество фестивалендә саҡырылған ҡунаҡ сифатында ҡатнаша һәм «Аида» операһынан Аида партияһы менән сығыш яһай[3].
2001 йылда Европаның алты баш ҡалаһында (Париж, Рим, Бухарест, Берлин, София, Брюссель) румын һәм молдаван композиторҙарының шағир Михай Эминеску шиғырҙарына яҙылған романстары программаһы менән сығыш яһай.
Әүҙем гастроль эшмәкәрлеген дауам итеп, ижади тормошоноң һуңғы йылдарында Австрия, Германия, Франция, Италия, Венгрия, Япония, Беларусь, Украина, Рәсәйҙә опера спектаклдәрендә һәм камера концерттарында ҡатнаша.
Йырсының ижади активында кино һәм телефильмдар, шулай уҡ бик күп ариялар, йырҙар, романстар, опера спектаклдәрендә йырлаған төп партиялар яҙылған грампластинкалар бар.
Ул оҙаҡ йылдар бик күп халыҡ-ара вокаль конкурстарҙа (Токио, Барселона, Марсель, Будапешт, Батуми (Д. Ангуладзе исемендәге тенорҙар конкурсы, 1996), Баҡы (Бюль-Бюлдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған вокалсылар конкурсы, 1997) һ. б.) жюри булараҡ ҡатнаша. П. И. Чайковский, М. И. Глинка, Г. В. Свиридов исемендәге халыҡ-ара конкурстарҙың даими баһалама ағзаһы. .
1987 йылдан — Молдавия музыка эшмәкәрҙәре союзы рәйесе. 1992 йылдан — вице-президенты, Халыҡ-ара музыка эшмәкәрҙәре союзының вице-президенты (Мәскәү).
1979 йылдан КПСС ағзаһы. СССР-ҙың 7-11-се саҡырылыш (1966—1989) Юғары Советының Милләттәр советында Молдовия ССР-ынан депутат[4].
СССР тарҡалғандан һуң тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуңғы интервьюларының береһендә Мария Биешу Рәсәй журналистарына түбәндәгеләрҙе әйтә:
«Ғөмүмән, Советтар Союзы — минең һағышым. Уны арҡырыға ла, буйға ла йөрөп сыҡтым. Айына 17-шәр спектаклдә йырланым. Һәм бер ваҡытта ла китергә теләмәнем. баштар әйләнерлек контракттар тәҡдим иттеләр. Хәҙер, властар ебәрмәне, тип әйтеү модаға инеп китте. Мине ебәрҙеләр. Үҙем теләмәнем. Үҙемдең Молдавияһыҙ йәшәй алманым. Совет власы йылдарында яҡшы йәшәнем. Бала сағым, йәшлегем, артист булараҡ үҫеүем шул осорға тура килде. Миңә һәр ерҙә ярҙам иттеләр. Ул ваҡытта сәнғәткә иғтибар ҙур ине. Бөгөн Молдова ауылының бик тә һәләтле йырсы ҡыҙына ярҙам итерҙәренә шикләнәм. Хатта Молдованың ғына түгел. Мин Рәсәйҙе бик яратам. Һәр саҡ уның өсөн хафаланам, даими рәүештә Рәсәй телевидениеһын ҡарайым. Мәскәү минең өсөн барыһын да эшләне — барлыҡ исемдәрҙе, премияларҙы бирҙе. Нисек шуларҙы онотоп, рәхмәтһеҙ булаһың? Бер нисә йыл элек ҡаты ауырыным. Лейкоз. Мине тағы ла Мәскәү ҡотҡарып ҡалды. Рәсәй илселегенән шылтыратып, бәләләремде еңергә ярҙам иттеләр. Мәскәүҙән, гемотология институтынан табип килеп, мине шунда алып китте. Унда табиптар тәүлек әйләнәһенә эргәмдән китмәне. Һәм, иң мөһиме — аҙ ғына пенсиялы артистан бер тин дә алманылар. Хәҙер мин сит ил кешеһе булһам да. „Беҙ изгелекте һәм һәм талантығыҙҙы иҫләйбеҙ“, — тине клиниканың баш табибы, ә был дарыуға ҡарағанда ла һөҙөмтәлерәк. Миңә ун йыл самаһы һәр фестивалгә Ирина Архипова килде, уның менән бик дуҫ булдыҡ. Ул мине: „Һеңлекәшем“, — тип йөрөттө. Рәсәйгә әйтегеҙ, минең ярты йөрәгем унда ҡалды. Ҙур театр сәхнәһе донъяла иң яҡшыһы. Иң яҡшыһы!»[5] Йырсының барлыҡ ҡаҙаныштарына ҡарамаҫтан, уның пенсияһы айына 200 АҠШ доллары самаһы ғына була. Был хаҡта ул журналистарға былай ти: «Тауышым яҙылған дискылар миллионлаған тираж менән таралды, ниндәй генә исемдәргә лайыҡ булманым — ә пенсиям айына 200 долларҙан да кәмерәк. Рәсәйҙ Социалистик Хеҙмәт Геройҙары мең АҠШ долларына тиң пенсия алғанын беләм. Ә мин йондоҙ өсөн бер тин дә алмайым — беҙҙә был хаҡта һөйләү оят кеүек. Тик миңә нимәнән оялырға? Барыһын да хеҙмәтем, тауышым менән эшләнем. Рәсәйҙә аҡсамдың яртыһы ҡалды. Дәүләт һәм Ленин исемендәге премияларымды Мәскәүҙәге һаҡлыҡ банкыларының береһенә һалғайным. Улар һаман да шунда ята. Совет хаҡтары менән уларға бер нисә „Волга“ алырға була ине. Союз тарҡалды, мин аптырап ҡалдым, ул аҡсаларҙы кемдән, ҡайҙа барып һорарға ла белмәнем. Һаман да аптырап ултырам…»[5]
Вафат булыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария Биешу 2012 йылдың 16 майында Молдова Республикаһы Дддәүләт канцелярияһының Кишиневтағы дауаханаһында вафат була[6][7]. Оҙаҡ йылдар ул лейкемияның һирәк формаһы менән яфалана[8]. Кишиневтың Үҙәк Әрмән зыяратында ерләнә.
Репертуары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1962 — «Тоска» Дж. Пуччини — Флория Тоска
- 1963, 1973 — «Евгений Онегин» П. И. Чайковский — Татьяна
- 1963 — «Аурелия» Д. Г. Гершфельд — Аурелия
- 1963 — «Мадам Баттерфляй» Дж. Пуччини — Чио-Чио-сан
- 1965 — «Пиковая дама» П. И. Чайковский — Лиза
- 1966 — «Аида» Дж. Верди— Аида
- 1967 — «Отелло» Дж. Верди — Дездемона
- 1969 — «Трубадур» Дж. Верди — Леонора
- 1970 — «Героическая баллада» А. Г. Стырч — Домника
- 1971 — «Паяцы» Р. Леонкавалло — Недда
- 1973 — «Алеко» С. В. Рахманинов— Земфира
- 1974 — «Глира» Г. С. Няги — Глира
- 1974 — «Чародейка» П. И. Чайковский — Настасья
- 1975 — «Норма» В. Беллини — Норма
- 1977 — «Богема» Дж. Пуччини — Мими
- 1979 — «Турандот» Дж. Пуччини — Турандот
- 1979 — «Иоланта» П. И. Чайковский — Иоланта
- 1980 — «Сергей Лазо» Д. Г. Гершфельд — Ольга
- 1980 — «Сельская честь» П. Масканьи — Сантуцца
- 1980 — «В бурю» Т. Н. Хренников — Наталья
- 1981 — «Сила судьбы» Дж. Верди — Леонора
- 1981 — «Виват, маэстро!» («Колокольчик») Г. Доницетти — Серафина
- 1984 — «Адриана Лекуврёр» Ф. Чилеа — Адриенна
- 1984 — «Дидона и Эней» Г. Пёрселл (концерт башҡарыуында) — Дидона
- 1985 — «Зори здесь тихие» К. В. Молчанов — Рита
- 1985 — «Дон Карлос» Дж. Верди — Елизавета
- 1987 — «Александру Лэпушняну» Г. Мусти — Руксанда
- 1989 — «Бал-маскарад» Дж. Верди — Амелия
- 1995 — «Набукко» Дж. Верди — Абигайль
Камера репертуары боронғо Көнбайыш Европа музыкаһын (И. С. Бах, Г. Ф. Гендель, К. В. Глюк, Г. Пёрселл, Д. Чимароза, А. Страделла, Дж. Каччини, Дж. Кариссими, К. Монтеверди); романтик немец музыкаһын (Р. Шуман, Ф. Шуберт, Ф. Мендельсон-Бартольди); рус классикаһын (М. И. Глинка, А. С. Даргомыжский, Н. А. Римский-Корсаков, А. Г. Рубинштейн, С. С. Прокофьев, Ю. А. Шапорин, Р. М. Глиэр, Г. В. Свиридов, Д. Д. Шостакович, С. Н. Василенко, Т. Н. Хренников); СССР композиторҙары романстарын; молдаван вокаль музыкаһын (В. Г. Загорский, Е. Д. Дога, Б. С. Дубоссарский, С. В. Лунгу, В. Ротару, К. Руснак, З. М. Ткач, С. Бузилэ, Д. Георгицэ), вокаль-симфоник концерттарҙы ("Месса си минор" И. С. Бах, «Реквием» Дж. Верди, «Немецкий реквием» И. Брамса, Stabat Mater Дж. Россини) үҙ эсенә ала.
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1969 — Мария (телефильм)
- 1971 — Где б ни был я (документаль)
- 1971 — Мой голос для тебя (телефильм)
- 1971 — По страницам любимых опер (фильм-концерт, Ленинград телевидениеһы)
- 1975 — Поёт Мария Биешу (телефильм)
- 1978 — С любовью к вам (телефильм)
- 1979 — Песнь любви (документаль)
- 1980 — Чио-Чио-сан (фильм-спектакль) — төп роль
- 1981 — Флория Тоска — төп роль
- 1984 — О, Мария (телефильм)
- 2000 — Ave Maria (телефильм, Молдова)
- 2005 — Жизнь на сцене (телефильм, Молдова)
Исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- П. И. Чайковский исемендәге Халыҡ-ара конкурс лауреаты (өсөнсө премия, 1966)
- Японияла Миура Тамаки иҫтәлегенә ойошторолған 1-се халыҡ-ара конкурс лауреаты (беренсе премия, «Алтын кубок» һәм «Донъяның иң яҡшы Чио-Чио-саны» титулы) (1967)
- Молдаван ССР-ының атҡаҙанған артисы (1964)[9]
- Молдаван ССР-ының халыҡ артисы (1967)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1970)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994)[10]
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990)
- Ленин премияһы (1982)
- СССР-ҙың дәүләт премияһы (1974)
- Молдаван ССР-ының Дәүләт премияһы (1968)
- Ике Ленина ордены (4.05.1984; 3.08.1990)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены (23.03.1976)
- «Почёт билдәһе» ордены (8.06.1960)
- Республика (Молдова) ордены (1992)
- Румыния йондоҙо орденының Командор тәреһе (2000)[11]
- «Михай Эминеску» миҙалы (Молдова)
- «Михай Эминескуҙың тыуыуына 150 йыл» миҙалы (Румыния, 2001)
- III дәрәжә изге княгиня Ольга ордены (Рус православие сиркәүе)
- И. Архипова фондының премияһы һәм алтын йондоҙо (2002)
- Молдова Республикаһы Милли операһының примадоннаһы
- Молдова Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы (1999)
- «Почётлы доктор» («Doctor honoris causa») (Молдова фәндәр академияһы)
- Кишинёвтың почетлы гражданы (1987).
Иҫтәлеген мәңгеләштереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2012 йылдан Молдова Республикаһының Милли опера һәм балет театры Мария Биешу исемен йөрөтә.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вдовина Е. В. Мария Биешу. — Кишинёв, 1977. — 122 с.
- Биешу М. Я крестьянская дочь // Крестьянка : журнал. — М., 1983. — № 3. — С. 2-3, 14-15.
- Вдовина Е. В. Мария Биешу. [Страницы биографии]. — Кишинёв: Литература артистикэ, 1984. — 207; илл. с. — 5000 экз.
- Кириллова Ю. В. Мария Биешу. Творческий портрет. — М.: Музыка, 1985. — 32; фото с. — (Мастера исполнительского искусства). — 50 000 экз.
- Вдовина Е. В. Мария Биешу (на молдавском, русском и английском языках). — Кишинёв: Тимпул, 1986. — 228; илл. с. — 20 000 экз.
- Maria Bieşu. Vă invită Maria Bieşu. Viziuni actuale asupra operisticii şi… (на молдавском языке). — Кишинёв, 2000. — 400; илл. с.
- Maria Bieşu: scena, opera - dragostea mea (на румынском языке). — 2005. — 240; илл. с. — ISBN 9975-60-194-4.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биография на сайте Peoples.ru
- Биография на сайте Национального оперного театра Молдавии 2007 йыл 10 октябрь архивланған.
- Страница Марии Биешу на Last.fm
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Рождённым на территории Румынии автоматически давалось румынское гражданство
- ↑ Биешу в энциклопедии музыки
- ↑ Пнфдеярбемяйхи Теярхбюкэ Хяйсяярб 2013 йыл 30 июль архивланған.
- ↑ Список депутатов Верховного Совета СССР 11 созыва
- ↑ 5,0 5,1 http://www.rg.ru/2011/08/26/bieshu.html Чьи народные? Наши
- ↑ Lenta.ru: О высоком: Умерла молдавская оперная певица Мария Биешу
- ↑ A murit Maria Bieșu 2012 йыл 19 май архивланған.
- ↑ Умерла известная певица Мария Биешу 2014 йыл 26 февраль архивланған.
- ↑ ro:Maria Bieșu
- ↑ О ПРИСВОЕНИИ ПОЧЕТНОГО ЗВАНИЯ «НАРОДНЫЙ АРТИСТ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН» АРХИПОВОЙ И. К. И БИЕШУ М.Л
- ↑ Maria Bieşu, Trupa de operă 2007 йыл 10 октябрь архивланған.
Һалтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биешу Мария Лукьяновна . «Герои страны» сайты.
- Мария Биешу на Music.md 2009 йыл 9 март архивланған.
- Фотогалерея и аудио Марии Биешу на сайте «Мастера музыкального театра»
- Мария Биешу // на сайте Bach Cantatas Website
- http://ava.md/society/029727-polet-v-vechnost-ion-druce-i-mariya-bieshu.html 2016 йыл 4 март архивланған.
- 3 августа тыуғандар
- 1935 йылда тыуғандар
- 16 майҙа вафат булғандар
- 2012 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Кишинёвта вафат булғандар
- Алфавит буйынса йырсылар
- СССР йырсылары
- Молдавия йырсылары
- XX быуат йырсылары
- СССР опера йырсылары
- XX быуат опера йырсылары
- СССР музыка педагогтары
- XX быуат музыка педагогтары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Республика ордены кавалерҙары (Молдова)
- «Михай Эминеску» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Румыния Йондоҙы Ордены кавалерҙары
- III дәрәжә изге княгиня Ольга ордены кавалерҙары
- СССР-ҙың халыҡ артистары
- Ленин премияһы лауреаттары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса музыканттар
- 10-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 7-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 9-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Алфавит буйынса педагогтар
- Сопрано