Динозаврҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Динозаврҙар
Динозавр һөлдәлере
Динозавр һөлдәлере
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Dinosauria Owen, 1842

Отряд
Геохронология
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
NCBI   436486
EOL   3014672

Диноза́врҙар (лат. Dinosauria, бор. грек. δεινός «ҡурҡыныс, ҡот осҡос, хәүефле» һәм σαῦρος «кәҫәртке»[1]) — мезазой эраһында Ер йөҙөндә 160 йыл буйы хакимлек иткән умыртҡаһыҙ ер өҫтө һөйрәлеүселәре отряды. Улар хакимлек иткән осор — яҡынса һуңғы триас осоронан (225 миллион йыл элек) аҡбур осоро аҙағына тиклем (65 миллион йыл элек). Аҡбур осоронан өсөнсөл осорға күскән ваҡытта, сағыштырмаса ҡыҫҡа геологик ваҡыт эсендә, бик күп хайуандар һәм үҫемлектәр юҡҡа сыға. Динозаврҙарҙың ҡаҙылдыҡ ҡалдыҡтары планетаның бөтә континенттарында ла табылған[2]. Палеонтологтар тарафынан 500-ҙән[3] артыҡ ырыу һәм 1000-дән[4][5] артыҡ төрө булыуы тураһында яҙылған, улар ике төркөмгә бүленә — ҡоштар һәм кәҫәрткеләр.

Этимология[үҙгәртергә]

«Динозавр» терминын беренсе тапҡыр 1842 йылда инглиз биологы Ричард Оуэн ҡуллана, ул үҙҙәренең ҙурлығы менән хайран ҡалдырырлыҡ ташҡа әйләнгән боронғо кәҫәртке ҡалдыҡтарын өйрәнә[6]. Таксономик исеме буйынса динозаврҙың теше, тырнағы һәм башҡа үҙенсәлеген күрһәтһә лә, Оуэн был терминды ҙурлығына ҡарап биргән[7]. Оуэн диназаврҙарҙы икенсел осорҙоң ҡалын тиреле хайуандары тип атаған. XIX быуатта ҡалып тирелеләр тип ҙур бегемоттарҙы, филдәрҙе һәм носорогтарҙы, ә икенсел осор тип мезозой осорон атағандар.

Өйрәнеү тарихы[үҙгәртергә]

Ер аҫтында табылған ҙур һөйәктәрҙе боронғо заманда Троян һуғышында ҡатнашыусыларҙан ҡалған тип, Урта быуаттарҙан XIX быуатҡа тиклем туфан ҡалҡыуы ваҡытында һәләк булған бәһлеүән һөйәктәре тип иҫәпләгәндәр. Алыҫ Көнсығышта аждаһа һөйәктәре, уларҙың дауалау сифаты бар тип ҡарағандар.

1824 йылда Король геология йәмғиәте президенты Уильям Бакэнд Юра осоро сланецтарында табылған бик боронғо хайуан һөйәктәре табылыуы хаҡында сығыш яһай. Сағыштырмаса анатомия белгесе Жорж Кювье ярҙамы менән Бакленд табылған һөйәктәрҙе гигант йыртҡыс кәҫәрткенеке тип квалификациялай, һәм уны мегалозавр, йәғни «ғәйәт ҙур кәҫәртке» тип атай. 1826 йылда Линней йәмғиәте ағзаһы хирург Гидеон Мантелл (Суссекс графлығы) Геологик йәмғиәттә ошоға оҡшаш табыш менән сығыш яһай, ул билдәһеҙ төрҙөң тешен тәҡдим итә. Теште ул игуанодон, йәғни игуана кәҫәрткеһе теше тип атай. 1833 йылда панцирлы анкилозавр кәҫерткеләр вәкиле гилеозавр тураһында яҙа.

Мегалозавр яңаҡ һөйәге,Баклэнд мәҡәләһенән иллюстрация
Мезозой фаунаһы XIX быуат төҫмөрләү. Алғы планда, Р. Оуэн реконструкциялаған дүрт аяҡлы йән эйәһе — мегалозавр
Гәлсәр һарайҙа мегалозавр статуяһы

1842 йылда инглиз биологы Ричард Оуэн ошо өс төрҙөң оҡшашлағын һәм хәҙерге һөйрәлеүселәрҙән айырмаһын иҫәпкә алып, уларҙы айырым Dinosauria («ҡот осҡос кәҫәртке»)[8] тигән аҫ отрядҡа керетә.

АҠШ-да 1858 йылда яҡшы һаҡланған гидрозавр һөлдәһе табылғас, ике аяҡта йөрөй алыуы асыҡлана, дүрт аяҡлы динозавр тураһында төҫөрләү юҡҡа сыға. Артабанғы тиҫтә йыл эсендә динозаврҙар төркөмөнөң төп вәкилдәре өйрәнелә. Диназаврҙарҙы өйрәнеүҙә Америка палеонтологтары Гофониил Марш менән Эдвард Коп өлөшө баһалап бөткөһөҙ, улар апатозавр һәм бронтозавр (һуңынан уларҙы бер төргә керетәләр), диплодок һәм стегозавр, моноклон, трицератопс һәм башҡа, барлығы 142 төрҙө өйрәнә. Йыйылған материал динозаврҙарҙы ике ғаиләгә, ҡошзаврҙар һәм кәҫәрткезаврҙарға бүлергә мәжбүр итә.

XX быуаттың беренсе яртыһына тиклем күпселек фәнни йәмғиәттәрҙә динозаврҙар бик ҙур, һәлмәк йөрөүсө тигән яңлыш фекер йөрөткәндәр. 1970 йылдарҙа үткерелгән күп кенә тикшереүҙәр диназаврҙар бик әүҙем, юғара метоболизмлы һәм социаль мөнәсәбәтле йән эйәләре булыуын күрһәтә.

1964 йылда дейноних ҡалдыҡтары табылғас, фәндә яңы асыш башлана, уның төҙөлөшө буйынса етеҙ йөрөүсе йылы ҡанлы йән эйәһе булыуы асыҡлана. Йылы ҡанлы йән эйәһе булған тигән фекер, уларҙың физиология һәм үҙ-үҙен тотошо тураһындағы фаразды киренән ҡарарға мәжбүр итә. 1979 йылда динозаврҙарҙың ата-әсә инстинкты һәм социаль тотоша тураһында дәлилдәр табыла (йомортҡа баҫыу, балаларын һаҡлау һәм туйындырыу). Ниһәйәт, дейнонихтың өҫкө ослоҡтарын ҡош ҡанаты менән сағыштырып ҡарау уларҙың яҡын икәнен һәм ҡоштарҙың динозаврҙарҙан килеп сыҡҡан тигәнде иҫбатлай, һуңыраҡ ҡайһы бер динозаврҙар ҡауырһын менән ҡапланған булыуы дәлилләнә. 2005 йылда тираннозаврҙың[9] һаҡланған туҡымаһынан коллаген тигән матдәне айырып алып була, был матденең химик составы динозаврҙарҙың хәҙерге ҡоштар менән яҡын икәнен иҫбатлаусы дәлил булып тора[10].

Барлыҡҡа килеүе һәм эволюция[үҙгәртергә]

Ата-бабалары[үҙгәртергә]

Һөйрәлеүселәр динозаврҙар барлыҡҡа килгәнсе уҡ булған. Тәпейҙәре кәүҙәнең ян-яғынан, хәҙерге кәҫәрткеләрҙеке кеүек, урынлашҡан. Ташкүмер осоронда, бынан 300 миллион йылдар элек, глобаль йылыныу башлана, был тропик урмандарҙы юҡ итә һәм һөйрәлеүселәрҙең эволюцион үҫешенә килтерә. Һәр популяция ҙур булмаған тереклек итеү өлкәһендә бикләнеп ҡала һәм һәр популяция үҙенсә үҫешә башлай, шулай итеп төрлөлөк күбәйә[11].

Динозаврҙарҙың ата-бабалары — архозаврҙар («хакимлек итеүсе кәҫерткә»ләр) барлыҡҡа килә. Архозаврҙар килеп сығышы, пермь һәм триас осоро сиктәрендә, терапсидтарҙың күпләп юҡҡа сығыуы менән бергә бара. Триас осоро башында бик күп яңы төрҙәр барлыҡҡа килә.

Динозаврҙарҙың текодонттарҙан айырмаһы, кәүҙә торошо һәм локомоция характеры менән бәйле. Артҡы ослоҡтары вертикаль булып формалаша, алғы ослоҡтарға ҡарағында оҙонораҡ булыуы ике аяҡта йөрөгән тигәнде дәлилләй[12]. Юғары төҙөлөлө терапсидтар төҙөлөшө буйынса бер арт юллы һөтимәрҙәргә оҡшаш була, ҡайһы бер фараздар буйынса һөт биҙҙәре һәм йөнө булған. Тероморфтарҙың ҡапыл юҡҡа сығыуы һәм «ысын кәҫәрткеләр»ҙең үҫеше — палеонтологияның өйрәнелмәгән даирәһе. Диназаврҙар үҙҙәренең ата-бабаһы архозаврҙарҙан, Пермь осоронда күмәк ҡырылыуҙан 20 миллион йыл үткәс айырыла. Был осорҙа Ерҙәге тереклектең 95%-ы юҡҡа сыға[13]. Бөгөнгө көндә билдәле булған динозавр ҡалдыҡтарының яҡынса йәше 230 миллион йыл.

Динозаврҙар отряды Көньяҡ Америка биләмәһендә барлыҡҡа килгән һәм, триас осоронда 230-ҙан 199-сы миллион йылдар элек барлыҡ Пангеяға таралған тигән фараз бар[14][15].

Беренсе динозаврҙар[үҙгәртергә]

Хәҙерге Бразилия биләмәһендә табылған ставрикозавр бөгөнгө көндә билдәле булған иң тәүге динозавр булып иҫәпләлә, 228 миллион йылдар элек йәшәгән диназаврҙың өлөшләтә һөлдәһе триас осоро ҡатламдарында табылған. Сираҡ һөйәге бот һөйәгенән оҙонораҡ, һөйәк эсе буш, был йүгереүсе хайуандарға хас[16]. 1963 йылда Аргентинаның төньяҡ-көнсығышында эрреразавр табылыуы тураһында хәбер ителә. Табылған ҡалдыҡтар өлөшләтә булғанға квалификациялап булмай. Тик 1988 йылда баш һөйәге менән тулы һөлдә табылғас, ябай терепод тип квалификациялана[17]. Хәҙерге Мексика биләмәһендә табылған Tawa hallae эрреразавр һуңғы үҫеш осорондағы теропод икәнен раҫлай[18][19]. Эрреразаврҙың оҙонлоғо 4 метрға, ауырлығы 200—250 киллограммға еткән. Баш һөйәге оҙон һәм тар, һуңғы теропод менән оҡшашлығы юҡ, артҡы ослоҡтары тәүге динозаврҙарҙыҡы кеүек. Аргентинала эрреразавр табылып 4 йыл үткәс тағы бер боронғо динозавр һөлдәһе табыла — 235 миллион йыл элек йәшәгәнэораптор. Тышҡы яҡтан ул башҡа һөйрәлеүселәрғе оҡшаған, әммә һөйәк һәм теш үҙенсәлектәре буйынса ябай теропод тип иҫәпләнә. Эораптор төҙөлөшө буйынса динозаврҙарҙың дөйөм ата-бабаһын хәтерләтә, тип иҫәпләй палеонтологтар[20]. Был фараз дөрөҫ тип иҫәпләгәндә, уңың һыҙаттары буйынса, беренсе динозаврҙар ике аяҡлы бәләкәй йыртҡыстар булғандар тип әйтергә мөмкин. Маразух и Lagerpeton кеүек ябай динозаврҙар табылғас, уларҙың ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтары ҙур булмаған ике аяҡлы йән эйәләре булыуы тураһында һөйләй.

Уларҙың иң билдәлеһе, хәҙерге Аргентинала өҫкө триас ҡатламында табылған — пизанозавр.

Дөйөм ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Динозаврҙар мезозой осороноң юра һәм аҡбур осоронда өҫтөнлөҡ итеүсе ерҙә йәшәүсе умыртҡалы хайуандар була. Башҡа хайуандар ул заманда бик бәләкәй булған (һөтимәрҙәр хәҙерге бесәй ҙурлығында ғына), һәм улар ит ашаусы динозавр өсөн табыш булған[21]. Repenomamus giganticus тигән төрҙө иҫәпкә алмағанда, 12-14 кг ауырлығындағы триконодонт йәш пситтакозавры кеүек ваҡ динозаврҙар менән туҡланған[22].

Динозаврҙар хайуандар донъяһында күп төрлөлөгө менән айырылып торған, 2006 йылғы тикшереүҙәргә ҡарағанда 500 ырыу булғанлығы тураһында һүҙ бара. Элегерәк үткәрелгән тикшереүҙә, дөйөм ырыу иҫәбе 3400 булыуы мөмкин тип күрһәтә, күбеһе беҙҙең көнгә тиклем һакланмаған[23]. 2008 йылдың 17 сентябренә торошло динозаврҙарҙың 1047 төрө билдәле булыуы тураһында яҙылған[5]. Табылған динозаврҙарҙын береһе лә диңгеҙҙә йәки һауала йәшәмәгән. Спинозавр исеме менән билдәле төрө ярым һыуҙа йәшәүсе тип билдәләнә[24].

Динозавр ҡалдыҡтары, Антарктиданы ла иҫәпкә алып бөтә ҡитғала ла тарылған[25]. Рәсәй территорияһында табылған динозаврҙар бер нисәү генә. Ташҡа әләнгән ҡалдыҡтары Байкал аръяғында һәм көньяҡта табылған[26].

Үрсеүе[үҙгәртергә]

Динозаврҙар ҡаты ҡабыҡлы, ҡош һәм башҡа һөйрәлеүселәр йомортҡаһынан бер ни менән дә айырылмай торған, йомортҡа һалғандар. Йомортҡаны баҫыу өсөн оя төҙөгәндәр.

Йомортҡалары һәм оялары[үҙгәртергә]

Овираптор йомортҡалары
Йомортҡа эсендә теризинозавр эмбрионы

Беренсе ҡаҙылдыҡ динозавр йомортҡаһы 1959 йылда Францияла табылған. Был гипселозавр йомортҡалары. Дөйөм алғанда, динозавр йомортҡалары йоморо йәки оҙонсараҡ формала. Теризинозавр йомортҡаһы тип фаразланған, Көнсығыш Ҡытайҙа табылған иң ҙур йомортҡа 45 сантиметр ҙурлыҡта. 1995 йылда Ҡытайҙа ергә күмелеп һаҡланған иң ҙур йомортҡалар ятҡылығы табыла. Гоби сүллегендә 1923 йылда динозаврҙар ояһы табыла. Улар ояны ерҙә соҡор итеп йәки ерҙә ҡалҡып торған оя итеп эшләгән. Йомортҡаны инә динозавр баҫҡан. Ояла йомортҡалар рәтләп һәм ярымтүңәрәкләп һалынған. 2010 йылда АҠШ һәм Аргентина ғалимдары динозаврҙар йомортҡа баҫыу өсөн геотермаль сығанаҡ йылыһын файҙаланған икәнен иҫбат итте.[27].

Юҡҡа сығыуы[үҙгәртергә]

Астероид — динозаврҙарҙың юҡҡа сығыу сәбәптәренең береһе

Динозаврҙар аҡбур осоро аҙағында, яҡынса 65 миллион йыл элек юҡҡа сыҡҡан. Улар әкренләп үлеп бөткәнме, әллә ҡапыл юҡҡа сыҡынмы[28], был һорауға хәҙерге көндә яуап юк.

Динозаврҙарҙың ҡырылыуы, «бөйөк ҡырылыу» тип аталған дәүерҙең бер өлөшө, улар менән бергә диңеҙ һөйрәлеүселәре, моллюсктар, күп кенә һыу үҫемдәре юҡҡа сыға. Барлығы диңгеҙ хайуандарының 16% юҡҡа сыға, һәм ҡоро ерҙә йәшәүсе умыртҡалыларҙың 18%-ы. Бер гипотеза буйынса, Мексика ярымутурауы Юкатан районына төшкән астероид йәки комета «бөйөк ҡырылыу»ға сәбәпсе була, әммә башҡа гипотезалар ҙа бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. «Liddell-Scott-Jones Lexicon of Classical Greek». http://www.perseus.tufts.edu/cgi-bin/lexindex?lookup=deino/s&lang=greek&doc=Perseus:text:1999.01.0169&formentry=0. Retrieved 2008-08-05.
  2. Oldest evidence of dinosaurs found in Polish footprints Contact: Kristin Elise Phillips kphillips@amnh.org American Museum of Natural History http://www.eurekalert.org/pub_releases/2010-10/amon-oeo100510.php
  3. MacLeod, N, Rawson, PF, Forey, PL, Banner, FT, Boudagher-Fadel, MK, Bown, PR, Burnett, JA, Chambers, P, Culver, S, Evans, SE, Jeffery, C, Kaminski, MA, Lord, AR, Milner, AC, Milner, AR, Morris, N, Owen, E, Rosen, BR, Smith, AB, Taylor, PD, Urquhart, E & Young, JR (1997). «The Cretaceous-Tertiary biotic transition». Journal of the Geological Society 154 (2): 265—292. doi:10.1144/gsjgs.154.2.0265. http://findarticles.com/p/articles/mi_qa3721/is_199703/ai_n8738406/print.
  4. Wang, S.C., and Dodson, P. (2006). «Estimating the Diversity of Dinosaurs». Proceedings of the National Academy of Sciences USA 103 (37): 13601-13605. doi:10.1073/pnas.0606028103. PMID 16954187.
  5. 5,0 5,1 Will the real dinosaurs stand up?, BBC, September 17, 2008
  6. Owen, R. (1842). «Report on British Fossil Reptiles.» Part II. Report of the British Association for the Advancement of Science, Plymouth, England.
  7. Farlow, J.O., and Brett-Surman, M.K. (1997). «Preface». in Farlow, J.O., and Brett-Surman, M.K. (eds.). The Complete Dinosaur. Indiana University Press. pp. ix-xi. ISBN 0-253-33349-0.
  8. В. Р. Алифанов Небесные драконы, допотопные грешники и змеи Ирландии
  9. Би-би-си | Наука и техника | Найдены мягкие ткани тираннозавра? — 25 марта 2005 г.
  10. Элементы — новости науки: Коллаген из костей динозавров — это уже реальность. — 20.04.07
  11. Rainforest collapse triggered Carboniferous tetrapod diversification in Euramerica
  12. Кэрролл Р. Палеонтология и эволюция позвоночных = Vertebrate Paleontology and Evolution / Под ред. акад. Л. П. Татаринова — М.: Мир, 1993. — Т. 2. — С. 87—88. — 283 с. — ISBN 5-03-001819-0.
  13. Kump LR, Pavlov A & Arthur MA (2005). «Massive release of hydrogen sulfide to the surface ocean and atmosphere during intervals of oceanic anoxia». Geology 33 (5): 397—400.
  14. Nesbitt, S. J.; Smith, N. D.; Irmis, R. B.; Turner, A. H.; Downs, A. & Norell, M. A. (2009). «A complete skeleton of a Late Triassic saurischian and the early evolution of dinosaurs». Science 326 (5959): 1530—1533.
  15. Родиной динозавров является Южная Америка
  16. Кэрролл, Р. Л. Глава 14. Анатомия и филогенетические связи динозавров // Палеонтология и эволюция позвоночных = Paleontology and evolution of vertebrates / Под ред. Л. П. Татаринова — М.: «Мир», 1993. — Т. 2. — С. 90. — 87—125 с. — ISBN 5-03-001819-0.
  17. DINOWEB — подотряд Theropoda
  18. Палеонтологи обнаружили одного из самых первых динозавров. Lenta.ru (11 декабря 2009). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 август 2011. 13 август 2010 тикшерелгән.
  19. Прояснены начальные моменты эволюции динозавров — Наука и техника — История, археология, палеонтология — Палеонтология — Компьюлента
  20. Dinoweb — Theropoda — Eoraptor
  21. Morales, Michael (1997). «Nondinosaurian vertebrates of the Mesozoic». in Farlow, James O.; and Brett-Surman, Michael K. (eds.). The Complete Dinosaur. Bloomington: Indiana University Press. pp. 607—624. ISBN 0-253-33349-0.
  22. Hu Yaoming; Meng, J; Wang, Y; Li, C (2005). «Large Mesozoic mammals fed on dinosaurs». Nature 433 (7022): 149—152
  23. Russell, Dale A. (1995). «China and the lost worlds of the dinosaurian era». Historical Biology 10: 3-12. doi:10.1080/10292389509380510.
  24. Amiot, R.; Buffetaut, E.; Lécuyer, C.; Wang, X.; Boudad, L.; Ding, Z.; Fourel, F.; Hutt, S.; Martineau, F.; Medeiros, A.; Mo, J.; Simon, L.; Suteethorn, V.; Sweetman, S.; Tong, H.; Zhang, F.; and Zhou, Z. (2010). «Oxygen isotope evidence for semi-aquatic habits among spinosaurid theropods». Geology 38 (2): 139—142.
  25. MacLeod, N, Rawson, PF, Forey, PL, Banner, FT, Boudagher-Fadel, MK, Bown, PR, Burnett, JA, Chambers, P, Culver, S, Evans, SE, Jeffery, C, Kaminski, MA, Lord, AR, Milner, AC, Milner, AR, Morris, N, Owen, E, Rosen, BR, Smith, AB, Taylor, PD, Urquhart, E & Young, JR (1997). «The Cretaceous-Tertiary biotic transition». Journal of the Geological Society 154 (2): 265—292
  26. Тридцать лет спустя » Город 28
  27. Динозавры располагали кладки яиц рядом с геотермальными источниками — Наука и техника — История, археология, палеонтология — Палеонтология — Компьюлента
  28. Science, Vol 254, Issue 5033, 835—839 PM Sheehan, DE Fastovsky, RG Hoffmann, CB Berghaus, and DL Gabriel. Sudden extinction of the dinosaurs: latest Cretaceous, upper Great Plains, USA