Жәһмилек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Жәһмилек (ғәр. الجهمية‎, әл-джәһмийә; рус. Джахмизм) — иртә исламда донъяға ҡараш буйынса тәүге мәҙһәбтәрҙең береһе. Жәһем ибн Сафуан уға нигеҙ һалыусы һәм эпонимы булып тора. Жәһем, үҙ сиратында, остазы Жәғәд ибн Дирһәм ҡараштарын үҙләштергән.

Жәһмилек инаныуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта быуат мосолман доксографтары жәһмиселәрҙе йә мөржиғиҙәргә, йә жәбәриҙәргә индергән[1]. Жәһмиселәрҙең күп ҡараштары сөнниҙәр тарафынан бидғәт тип танылған, ҡайһы берҙә хатта исламдан сығарыу тип һаналған.

Инанысҡа нигеҙ һалыусы Жәһем ибн Сафуан тәғлимәте мөғтәзилилеккә нигеҙләнгән. Мөғтәзилиҙәр кеүек үк, ул да Аллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттары мәңге йәшәүен һәм Аллаһты күреү мөмкинлеген инҡар иткән. Ул да, үҙенең остазы кеүек әл-Жәғәд ибн Дирһәм кеүек үк, Аллаһҡа антропоморф характеристика биреү мөмкин түгеллеген һәм Ҡөрьәндең яралтылыуы тураһындағы фекерен яҡлай. Жәһем ибн Сафуан шулай уҡ киләсәк ваҡиғалар (хәрәкәттәр) сикһеҙ була алмағанлыҡтан, йәннәт һәм тамуҡ та мәңгелек була алмай тип һанай.

Жәһмиселәрҙе тәнҡитләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жәһмилек барлыҡҡа килгәндән һуң был ағым ортодоксаль исламдың күп кенә күренекле вәкилдәренең тәнҡит объекты була. IX быуатта жәһмиселәрҙең тәғлимәтен күп һанлы «кире ҡағыуҙар» барлыҡҡа килә, уларҙың авторҙары сөнни һәм мөғтәзили ғөләмәләре була. Тәнҡитселәр араһында Әхмәт ибн Хәнбәл, Ибн Ҡотайба, Ибн Ҡәйим әл-Жәүзиә , Усман әд-Дәрими һәм башҡалар[1]. Жәһмиселәрҙе тәнҡитләүселәргә шулай уҡ Әл-Бәйһаҡи, Әбү Хәмит әл-Ғазали, Ибн Хәжәр әл-Әсҡәләни, Ибн Тәймиә, Ибн Ҡасир һәм башҡалар ингән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Прозоров С. М. ал-Джахмийа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 64. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Джабриты // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).