Исламда мираҫ хоҡуғы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Исламда мираҫ хоҡуғы (ғәр. علم الفرائض‎‎ йәки ғәр. علم الموارث‎‎; рус. Исламское наследственное право) — ислам хоҡуғының (Фиҡһ) мираҫ мәсьәләһен өйрәнгән дисциплиналарының береһе. Мираҫ мәсьәләһен өйрәнгән һәм вариҫтары өлөшөн иҫәпләү менән шөғөлләнгән ислам хоҡуғы (фиҡһ) дисциплинаһы ғилм әл-мүвариҫи (ғәр. علم الموارث‎) тип атала[1]. Нәҫелдән күскән мираҫ хоҡуғын тикшереү кифәйә фарызы булып иҫәпләнә, йәғни әгәр мосолмандарҙың бер өлөшө был мәсьәләлә белемгә эйә булһа, башҡа мосолмандарҙан был дисциплинаны өйрәнеү бурысы алына[2].

Нәҫел хоҡуғы сығанаҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мираҫ билдәләү тураһындағы ҡағиҙәләрҙең төп сығанағы булып Аллаһтың Ҡөрьәндәге һүҙҙәре һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең аңлатмалары (сөннәт) иҫәпләнә. Шулай уҡ Ижмә — ғөләмәләрҙең бер тауыштан сығарылған ҡарарҙары мираҫ мәсьәләләрендә абруйлы һанала[1]

Мәрхүмдең мөлкәтен бүлеү тәртибе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уның вафатынан һуң мосолмандың мөлкәте тәү сиратта уны ерләүҙе тәьмин итеүгә: тәнен йыуған һәм ҡәбер ҡаҙған кешене бүләкләүгә, кәфен һатып алыуға һ.б. ерләгәндә ҡотолғоһоҙ сығымдарға йүнәлтелергә тейеш. . Шулай уҡ үлгән кешенең бурысы, түләнмәгән зәкәте унын мөлкәтенән түләнелә.Әгәр ҙә мәрхүм мираҫҡа дәғүә итә алмаған кешегә мөлкәтенең бер өлөшөн васыят итһә, васыят үтәлергә тейеш. Ләкин шул рәүешле бөтә мөлкәттең өстән бер өлөшөн генә васыят итеп ҡалдырырға мөмкин , ә туғаны хоҡуғында мираҫҡа дәғүә итеүсегә васыят тҡалдырыу тыйыла (харам). Һәм һуңғы сиратта милек мәрхүмдең законлы вариҫтарына тапшырыла[3]

Терминдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вариҫтарҙың типтарын һәм башҡа төшөнсәләрҙе билдәләү өсөн, ислам нәҫел хоҡуғындағы махсус терминология ҡулланыла.

  • Сәһем (ғәр. سهم‎) — вариҫҡа ҡала торған өлөш.
  • Тәрикә (ғәр. تركة‎) — мәрхүм бер ниндәй шартһыҙ ҡалдырған мөлкәт.
  • Мираҫ (ғәр. ميراث‎) — вариҫтың мираҫ өлөшөнә эйә булыу хоҡуғы.
  • Фәр' (ғәр. فرع‎) — үлгән кешенең туранан-тура вариҫтары (улдары, ҡыҙҙары, ейәндәре һәм башҡалар) . д.).
  • Асыл (ғәр. أصل‎ ата-әсәһе һәм олатай-өләсәйҙәре
  • Аху (ғәр. أخ‎ бер туған ағай-энеһе, ата-әсәһенең ағай-энеһе
    • Бәнү әл-ғаяни (ғәр. بنو الأعيان‎) — бер атанан һәм әсәнән тыуған ағай-эне.
    • Бәнү әл-ғилләт (ғәр. بنو العلات‎) — атай бер, инә башҡа ағай-эне.
    • Бәнү әл-әхйәф (ғәр. بنو الأخياف‎) — инә бер, атай башҡа ағай-эне.
  • Ғәсбә (ғәр. عصبة‎) — мираҫ тейеш булмаған кешеләр.
  • Раддә (ғәр. ردّ‎) — артыҡ мираҫты был өлөшкә дәғүә итмәгән вариҫтар араһында бүлешеү.
  • Тәнзил (ғәр. تنزيل‎) — мөлкәткә эйә булғандар арҡаһында нигеҙҙә өлөштәре булмағандарғамираҫ өлөшө алыу.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Али ибн Абдуль-Азиз ар-Раджихи Введение в терминологию наследственного права (ғәр.) = مبادئ ومصطلحات علم الفرائض. — Saaid.net. Архивировано из первоисточника 20 февраль 2013.
  2. Али ибн Абдуль-Азиз ар-Раджихи Введение в терминологию наследственного права (ғәр.) = مبادئ ومصطلحات علم الفرائض. — Saaid.net.
  3. Аль-Усаймин, 1983

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]