Йәйге ваҡыт
Йәйге ваҡыт (урыҫ. Летнее время, ингл. Daylight saving time) — билдәле сәғәт бүлкәтендә ҡабул ителгән ваҡыттан 1 сәғәт алға күсерелгән ваҡыт. Күп илдәрҙә өй-урамдарҙы яҡтыртыуға тотонолған электр энергияһын экономиялау өсөн йәйен индерелә. Көҙ көнө ваҡыт ҡышҡы ваҡытҡа кире күсерелә.
Күпселек илдәрҙә ҡышҡы ваҡыт һәр ваҡыт бүлкәтенең астрономик ваҡытына тап килә; әммә Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә ҡышҡы ваҡыт бүлкәт ваҡытынан бер сәғәт алда килә; ярашлы рәүештә, йәйге ваҡыт бүлкәт ваҡытынан 2 сәғәт алда килә. Мәҫәлән, йәй көнө беҙ иртәнге сәғәт етелә торһаҡ, беҙ бүлкәт ваҡыты менән сәғәт биштә торабыҙ. Бының сәбәбе — илебеҙҙең тарихында: СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә йәйге ваҡыт ике тапҡыр индерелде (түбәндә "Рәсәй" секцияһында ҡарағыҙ).
Рәсәйҙә 2011 йылғаса ваҡыт йәйгегә марттың һуңғы йәкшәмбеһендә, төнгө сәғәт икелә, ваҡыт бер сәғәт алға күсерелеп килде. Ҡышҡыға ваҡыт октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә, төнгө сәғәт өстә күсерелә ине. 2011 йылдың февралендә Рәсәйҙең президенты Дмитрий Медведев йәйге ваҡытҡа күсеүҙе бөтөрөргә, тип ҡул ҡуйҙы[1].
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Тарих
Ҡайһы бер боронғо цивилизацияларҙа, тәүлектең яҡты ваҡыты, оҙонлоғона ҡарамаҫтан, 12 тигеҙ сәғәткә бүленгән булған. Һөҙөмтәлә, йәй көнө бер үк көндөҙгө сәғәт оҙонраҡ, ә ҡышҡы сәғәт ҡыҫҡараҡ булған.[2] Мәҫәлән, Боронғо Римда ҡулланылған һыу сәғәтендә йылдың төрлө айҙары өсөн төрлө шкала булырылған булған. Римдың киңлегендә көн тыуғандан иҫәпләнгән өсөнсө сәғәт ҡышҡы ҡояш торошонда хәҙерге ваҡыт менән 09:02-лә башланып 44 минут һуҙылһа, йәйге ҡояш торошонда хәҙерге ваҡыт менән 06:58-ҙә башланып 75 минут һуҙылған. [3]
Урта быуат дәүерендә тигеҙ оҙонлоҡло сәғәт системаһы өҫтөнлөк алған; бынан һуң ваҡыт һәр миҙгелдә бер төрлө үлсәнгән.
1784 йылдың 26 апрелендә Францияла АҠШ-ның илсеһе булып хеҙмәт иткән Бенджамин Франклин аноним хатында, Парижда тороусы кешеләр май шәмдәрен аҙыраҡ тотонһон өсөн таңда иртәрәк торһондар, тигән тәҡдим индергән.
Был хатта ул шулай уҡ ошондай сатирик тәҡдимдәр биргән: тәҙрә ҡапҡастарына һалым һалыу, май шәмдәрен рационлау, һәм таңда ҡалала торған халыҡты пушканан туп атып һәм сиркәү ҡыңғырауҙарын һуғып уятыу. 20-се марттан 20-се сентябргә хәтлем осорҙо бөтөнләй май шәм яндырмай сығып була, тип һанаған Рузвельт; ошолай йылыҡ яндырылған шәмдәрҙең яртыһын экономлап була, тип уйлаған ул.
Хәҙерге йәйге ваҡыт системаһын беренсе булып Джордж Вернон Хадсон, Яңы Зеландия энтомологы тәҡдим итә. Джодж Хадсондың эше сменалы булған, буш ваҡытында ул бөжәктәр коллекцияһын йыйыу менән мауыҡҡан һәм өҫтәмә көндөҙгө яҡтылыҡты юғары баһалаған. [4] 1895-се йылда Хадсон көндөҙгө яҡтылыҡты бәрәкәт файҙаланыу өсөн ваҡытты 2 сәғәт алға күсерегә тәҡдим иткән. Ғилми берләшмәлә был тәҡдим ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған, Хадсондың был турала хаты ғилми журналда баҫтырылған. [5]
Уильям Уиллет, Бөйөк Британияла йәшәгән күренекле төҙөүсе һәм асыҡ һауала йәшәргә яратыусы, шулай уҡ йәйге ваҡыт индерергә тәҡдим итеүселәрҙең береһе булған. Йәйге бер таңда иртә тороп, ҡояш иһә күптән ҡалҡҡанын, ә Лондон халҡы һаман йоҡлап ятҡанын күргән. Уиллет шулай гольф уйыны менән мауыҡҡан, әммә киске эңерҙә уйнарға яратмаған. 1907-се йылда Бөйөк Британияның бер гәзитендә уның был турала "Көндөҙгө яҡтылыҡты бушҡа ебәрәбеҙ" тигән мәҡәләһе сыҡҡан. Унда ул ошолай тәҡдим биргән: апрелдең һәр йәкшәмбе көнөндә ваҡытты 20 минут алға күсерегә (барлығы ваҡыт 80 минут алға күсерелә), сентябрҙә иһә сәғәтте кире күсерергә. Үҙенең үлеменә тиклем Уиллет үҙ тәҡдимен Бөйөк Британияла уңышһыҙ алға һөрөп маташҡан.
Европала беренсе булып Уиллеттың тәҡдимен Германия файҙаланған. Беренсе донъя һуғышында был илдә яндырылған күмерҙе экономлау өсөн, 1916 йылдың 30 апрелендә Германияла йәйге ваҡыт индерелә башлай; тиҙҙән был илдең союздаштары ла быға ҡушыла. Бер нисә йыл эсендә, был практиканың файҙаһын күреп, Европаның күпселек илдәре лә ваҡытты йәйгегә бер сәғәт алға күсерә башлай. Рәсәй 1917-се йылда, ә АҠШ - 1918 ҡушыла.
Күп илдәрҙә йәйгегә ваҡытты күсерергә өндәгән плакаттар сыға башлай; улар кешеләрҙең патриотлыҡ хистәренә йоғонто яһай.
Беренсе донъя һуғышы 1918-се йылда тамамланғас, Германияла йәйгегә ваҡытты күсереүҙән баш тарталар; был илдә йәйге ваҡыт ҡабат 1940-сы йылда, Өсөнсө Рейх хакимлығы ваҡытында индерелә. 1945-се йылда һуғыш бөткәс был практика туҡтатыла, 1949-сы йылда (ФРГ-ла) һәм 1950-се йылда (ГДР-ҙа) ҡайтанан индерелә.
АҠШ йәйге ваҡыттан 1919-сы йылда баш тарта, 1941-се йылда уны ҡабат индерә, һуғыш бөткәс уны туҡтатып тора, һәм 1974-се йылда йәнә индерә.
Японияла йәйге ваҡыт 1946-сы йылда илде баҫып алған АҠШ хакимиәте тарафынан индерелә, 1952-се йылда бөтөрөлә.
[үҙгәртергә] Хәҙерге хәлдәр торошо
Хәҙерге ваҡытта йәйге ваҡытҡа 76 ил (шул иҫәптән 10 илдең ҡайһы бер төбәктәре генә) күсеп тора[7]. 128 илдә йәйге ваҡыт ҡулланылмай. Төньяҡ ярымшарҙа йәйге ваҡыт АҠШ-ла, Канадала, Европа илдәрендә, Рәсәйҙең бар территорияһында ҡулланыла. Төньяҡ ярымшарҙа йәйге ваҡыт Австралияла, Яңы Зеландияла, Парагвайҙа, Бразилияла, Аргентинала, Чилиҙа ҡулланыла.
Япония, Ҡытай, Һиндостан, Сингапур һәм шулай уҡ СССР-ҙың элекке ҡайһы бер республикалары (Үзбәкстан, Тажикстан, Төрөкмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан) йәйге ваҡыттан баш тарттылар.
Күп илдәрҙә йәйге ваҡытты ғәмәлдә ҡалдырыу-ҡалдырмау тураһында ҡыҙыу бәхәс бара. Энергетиктар, спорт кейеме һәм кәрәк-яраҡтары етештереүселәр һәм сауҙа селтәрҙәре уға ыңғай килһә, һаулыҡ һаҡлау, транспорт эшмәкәрҙәре һәм фермерҙар ҡаршы килә.
Европала 2002-се йылға хәтлем (хәҙерге Рәсәйҙә һымаҡ) ваҡыт йәйгегә марттың һуңғы йәкшәмбеһендә төнгө сәғәт 2:00-лә индерелгән - ваҡыт 1 сәғәт алға күсерелгән. Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә төнгө сәғәт 3:00-тә ваҡыт ҡышҡыға 1 сәғәт артҡа күсерелгән. 2002-се йылдан башлап, Европала ваҡыт йәйгегә Гринвич буйынса сәғәт 01:00-ҙә күсерелә.
[үҙгәртергә] Рәсәй
Рәсәйҙә йәйге ваҡытты тәүге тапҡыр 1917-се йылда Ваҡытлы хөкүмәт декретында индерә. 1931-се йылда ҡышҡы ваҡытҡа күсеү туҡтатыла, барлыҡ СССР йәйен-ҡышын "декрет ваҡыты" менән, йәиһә 1 сәғәт алға йәшәй башлай. Йәйге ваҡыт ҡабат 1981-се йылдың 1 апрелендә Министрҙар Советы ҡарары менән индерелә; шулай итеп, йәйге ваҡыт 2 сәғәткә алда килә.
2008-се йылда депутат Сергей Миронов Дәүләт Думаһына йәйге ваҡытты бөтөрөү тураһында закон проекты тәҡдим итә; уға ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре лә теркәлгән була. Был тикшеренеүҙәрҙә йәйге ваҡыт халыҡтың һаулығына кире йоғонто яһай, тип иҫбатлана. Әммә-ләкин Дума был проектты беренсе уҡыуында уҡ кире ҡаға. Оҡшаш тәҡдимдәр Думаға бынан элек тә (мәҫ. 2003-cө йылда) бирелгән була, тик улар гел дә кире ҡағылып торған. [8] 2011 йылдың февралендә Рәсәйҙең президенты Дмитрий Медведев йәйге ваҡытҡа күсеүҙе бөтөрөү тураһында ҡарарға ҡул ҡуя[9].
Йәйге ваҡыттан баш тартҡан ҡайһы бер илдәрҙә ябайыраҡ бер практика ҡуллана: предприятиеларҙа ваҡыт айырым килешеү нигеҙендә күсерелә. Йәйен эш иртәрәк, ҡышын һуңыраҡ башлана. Японияла мөһим осраҡтарҙа (мәҫ. имтихан тапшырғанда) эш ваҡыты ҡояш ҡалҡҡас 2 сәғәттән һуң ғына башлана.
[үҙгәртергә] Электр энергияһын экономлау
[үҙгәртергә] Сараның файҙаһы
Йәйге ваҡытҡа күсеүҙең кәрәклеге тураһында бәхәстәр тиҫтәләрсә йылдар буйына Европа Берләшмәһе илдәрендә, АҠШ-та һәм Рәсәйҙә бара.
РАО ЕЭС компанияһы баһалауынса, йәйге ваҡытҡа күсеү йыл һайын 4,4 млрд киловатт-сәғәт күләмдә электр энергияһын экономиялай. Был күләмде Рәсәйҙең дөйөм халыҡ һанына (141 млн кеше самаһы) бүлһәк, Рәсәйҙең һәр гражданы йылына 31 кВт-сәғ экономлай, йәиһә һәр рәсәйленең башына йылына ни бары алтмышар һум экономия тура килә. Ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, ваҡытты күсереүҙән сыҡҡан юғалтыуҙар иҡтисади файҙаһынан өҫтөн сыға. Заманса (люминесцент, светодиод) лампаларға күсеү тамамланғас, уның файҙаһы бынан да түбәнерәк буласаҡ. АҠШ-ла, Японияла, Бәйөк Британияла үткәрелгән тикшеренеүҙәр йәйге ваҡытҡа күсеүҙең файҙаһының бик аҙ булыуын күрһәтте. Ҡайһы бер осраҡтарҙа уның кире эффектҡа килтереүе лә асыҡланды.
Япония, Ҡытай, Сингапур, Эстония, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Төрөкмәнстан кеүек илдәр йәйге ваҡытҡа күсеүҙән баш тартты.
[үҙгәртергә] Һаулыҡҡа йоғонтоһо
Рәсәйҙә һәм донъяла үткәрелгән тикшеренеүҙәр йәйге ваҡытҡа күсеүҙең һаулыҡҡа кире йоғонтоһо булғанлығын күрһәтә. Айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыусылар, башҡа ҡаты сирлеләр, инвалидтар һәм балалар унан ғазап күрә. Статистика күрһәтеүенсә, ваҡыт күскән осорҙа:
- Инфаркт осраҡтары 1,5 тапҡырға арта;
- Үҙенә үҙе ҡул һалыусылар һаны 66%-ҡа арта;
- "Ашығыс ярҙам" саҡырыусылар һаны ла һиҙелерлек күбәйә.
- Юлдарҙа сыҡҡан бәлә-ҡазалар һаны, производствола имгәнеү хәлдәре лә ҡырҡа арта төшә.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Йәйге ваҡытҡа күскән илдәр картаһы һәм ваҡытты күсереү даталары
- Ваҡыт бүлкәттәре һәм йәйге ваҡыт һүрәте
[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр
- ↑ Интерфакс агентлығы баҫтырып сығарған яңылыҡ
- ↑ B.L. Ullman (1918). "Daylight saving in ancient Rome". The Classical Journal 13 (6): 450–451.
- ↑ Ҡалып:Cite book
- ↑ George Gibbs Hudson, George Vernon 1867–1946. Dictionary of New Zealand Biography (2007-06-22). Проверено 3 Апрель (Алағарай) 2009.
- ↑ G. V. Hudson (1898). "On seasonal time". Transactions and Proceedings of the New Zealand Institute 31: 577–588. http://rsnz.natlib.govt.nz/volume/rsnz_31/rsnz_31_00_008570.html.
- ↑ The Ohio Clock on Flickr — Photo Sharing
- ↑ Тулы статистиканы ошонда ҡарағыҙ
- ↑ 63422-5 номерлы закон проекты
- ↑ Интерфакс агентлығы баҫтырып сығарған яңылыҡ
