Кәрим (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Кәрим — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа Кәрим исеме киң таралған.

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәрим ғәрәп теленән ингән ир-ат исеме. Башҡортсаға тәржемәлә йомарт, киң күңелле, рәхимле, мәрхмәтле, бөйөк, ҡәҙерле, хөрмәтле тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дияров Кәрим Мөхәмәҙи улы (15 ғинуар 1910 йыл — 17 ноябрь 1986 йыл) — педагог, ҡурайсы. 1946—1975 йылдарҙа Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983).

Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы (2 ноябрь 1895 йыл — 8 декабрь 1937 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.

Тинчурин Кәрим Ғәли улы (15 сентябрь 1887 йыл — 15 ноябрь 1938 йыл) — татар драматургияһы классигы, артист һәм режиссёр. Сәйәси золом ҡорбаны.

Ишбаев Кәрим Ғайса улы (9 февраль 1937 йыл — 15 март 2015 йыл) — ғалим-башҡорт тел белгесе, педагог. 1976—2015 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977 йылдан — башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире, 1983 йылдан — башланғыс кластар факультетының декан урынбаҫары, 1990 йылдан башҡорт һәм рус филологияһы һәм уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).

Ярлы Кәрим (төп исеме Кәримов Ғабдулла Әхмәтвәли улы; 16 июнь 1901 йыл — 1937 йыл) — шағир, журналист. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917—1919 йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһының сәйәси хеҙмәткәре. 1920—1926 йылдарҙа «Башҡортостан хәбәрҙәре», «Башҡортостан» гәзиттәре, РКП (б)-ның Стәрлетамаҡ өйәҙ комитеты хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир Фәтих Кәримдең бер туған ағаһы. Милләте башҡорт.

Кәрим Абдул-Джаббар Фердинанд Льюис Алсиндор (кесе) (ингл. Ferdinand Lewis Alcindor,Jr.; 16 апрель 1947 йыл, Нью-Йорк, АҠШ), (Kareem Abdul-Jabbar) — Американың профессиональ баскетболсыһы. Милли баскетбол ассоциацияһы (НБА) тарихында даими чемпионаттарҙа тупланған мәрәйҙәр һаны буйынаса (38 387) лидер. НБА-ның иң мөһим уйынсыһы тип тә иң күп тапҡыр танылыу алған (6 ҡабат). Бөтә йондоҙҙар матчтарында ла иң күбе ул ҡатнашҡан (19 тапҡыр), 15 мәртәбә бөтә йондоҙҙҙарҙың шартлы йыйылма командаһына индерелгән, 11 ҡабат шартлы һаҡ йыйылма командаһына алынған. Алты тапҡыр НБА чемпионы титулына эйә булған, ике мәртәбә финалдың иң мөһим уйынсыһы тип танылған. 1995 йылда Баскетбол Дан залына, 1996 йылда ассоциация тарихындағы иң яҡшы 50 уйынсы иҫәбенә индерелгән. НБА-лағы бөтә карьераһы дауамында ике клуб — «Милуоки Бакс» һәм «Лос-Анджелес Лейкерс» өсөн генә уйнаған. Ислам динен ҡабул иткәндән һуң күпмелер ваҡыт үткәс, 1971 йылда исемен алмаштыра. Баскетболсы карьераһын 42 йәшендә тамамлай.

Фамилияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мостай Кәрим (тулы исеме — Мостафа Сафа улы Кәримов; 20 октябрь 1919 йыл — 21 сентябрь 2005 йыл) — шағир, драматург, тәнҡитсе, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1992). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951—1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 1962—1989 йылдарҙа РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары. РСФСР-ҙың IV—XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979). Башҡортостандың халыҡ шағиры (1963). РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982). ЮНЕСКО ҡарамағындағы Х. К. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломы эйәһе (1978). Ленин премияһы (1984), СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1972), РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы (1967), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1967), М. А. Шолохов исемендәге премия (1999) лауреаты.

Хәниф Кәрим, Хәниф Кәрим улы Кәримов (25 июль 1910 йыл — 26 август 1983 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1942), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Халыҡтар дуҫлығы» (1980) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Кәримов Марат Нәби улы (9 ғинуар 1930 йыл) — шағир, тәржемәсе, журналист. 1958 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры (2003) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2001).

Кәримов Таһир Шакир улы (5 ғинуар 1912 йыл — 21 июнь 1978 йыл) — композитор.

Кәримов Тимербулат Олег улы (2 ноябрь 1974 йыл) — Рәсәй эшҡыуары, Иваново өлкәһенең Плёс ҡала Советы рәйесе[1], "Мостай Кәрим фонды"н ойоштороусыларҙың береһе[2], күренекле башҡорт яҙыусыhы Мостай Кәримдең ейәне. Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2018).

Кәримов Илгиз Мостафа улы (10 ғинуар 1942 йыл — 15 март 2019 йыл) — тәржемәсе, журналист. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мостай Кәримдең улы.

Кәримов Салауат Ғайса улы, ижади псевдонимы Салауат Кәрим; 3 ғинуар 1960 йыл) — журналист, яҙыусы, тәржемәсе. 2007 йылдан «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире. 2002 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы профессоры (2014). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).

Кәримов Әхим Кәрим улы (5 декабрь 1917 йыл — 28 август 2015 йыл) геохимик, геология-минерология фәндәре докторы (1969), профессор (1973). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Кәримов Ҡәүи Кәрим улы (15 ғинуар 1947 йыл) — тарихсы. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1990), Башҡортостан Республикаһының белем биреү отличнигы (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессональ белем биреү хеҙмәткәре (2006).

Кәримов Әмир Хәбибулла улы (20 апрель 1915 йыл — 23 апрель 1976 йыл) — СССР-ҙың атҡаҙанған летчик-һынаусыһы.

Кәримов Ғәлимйән Тимербай улы (15 март 1952 йыл) — уҡытыусы, журналист, партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы.

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәрим (Бишбүләк районы) (рус. Каримово) — Башҡортостандың Бишбүләк районындағы ауыл.

Кәрим (Учалы районы) (шулай уҡ Төпәй) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл Советына ҡарай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мостай Кәрим урамы — Өфө ҡалаһындағы урам. Ҡаланың тарихи өлөшө булған Ленин районында урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ