Руфина

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Руфина — ҡатын-ҡыҙ исеме

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Руфина латин теленән башҡорт теленә тәржемә иткәндә ҡыҙғылт һары сәсле, ерән тигәнде аңлата[1]

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гашева Руфина Сергеевна (19212012) — 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының эскадрилья штурманы(325-се төнгө бомбардировка авиация дивизияһы, 4-се һауа армияһы 2-се Белорус фронты), гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945).

Әйүпова Руфина Рифат ҡыҙы (17 март 1999 йыл, Ишембай) — Рәсәй спортсыһы (рус һәм халыҡ-ара шашка). 2012 йылда халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы (Белоруссия). 2013 йылда халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионы (Польша). 2013 йылда халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатының көмөш призёры (Франция), халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй чемпионатының бронза призёры.

[[Нассонова Руфина Анатолий ҡыҙы (1939), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актёр]]. 19611995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актёры. 1963 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының халыҡ артисы (1985). Бөтә Рәсәй драма һәм балалар театрҙары спектаклдәре конкурсы дипломанты (1970). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

Шаһапова Руфина Алик ҡыҙы — БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.