Түбәнге Свирь ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Түбәнге Свирь ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны42390 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты11 июнь 1980 йыл 
Урынлашыуы
60°34′58″ с. ш. 33°00′24″ в. д.HGЯO
РФ субъектыЛенинград өлкәһе
Яҡындағы ҡалаЛодейное Поле 

n-svirsky.ru
Рәсәй
Точка
Түбәнге Свирь ҡурсаулығы
 Түбәнге Свирь ҡурсаулығы Викимилектә

Түбәнге Свирь дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы (рус. Нижне-Сви́рский госуда́рственный приро́дный заповедник) — Ленинград өлкәһендәге ҡурсаулыҡ. Ҡурсаулыҡ территорияһы халыҡ-ара әһәмиәткә эйә. Унда һыу-һаҙлыҡ ҡоштары оялай һәм күскәндә туплана.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәнге Свирь дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы 1980 йылдың 11 июнендә РСФСР Министрҙар Советы ҡарары менән ойошторола. Элек бында заказник була, әммә комплекслы тикшеренеүҙәр алып барған ғалимдар ҡурсаулыҡ ойоштороу кәрәклеген нигеҙләй. Уны ойоштороуҙа Ленинград университетының Биологик ғилми-тикшеренеү институты, СССР Фәндәр академияһының Зоология һәм Ботаника институттары хеҙмәткәрҙәре, «Аэрогеология» производство геологик берекмәһенең аэрометодика лабораториялары һәм башҡалар ҡатнаша.

Ҡурсаулыҡ ойоштороуҙың төп сәбәбе: үҙенсәлекле Ладога һыу ятҡылығының һирәк төрҙәргә бай фаунаны, уның ярҙарын, урта тайга тибындағы урман һәм һаҙлыҡтарҙы, Аҡ — Балтик диңгеҙ маршруты буйынса күсеп йөрөүсе ҡоштарҙың туҡтау урындарын, балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәсеү урындарын һаҡлау кәрәклеге.

Был төбәктең тәбиғәте Бөйөк Ватан һуғышы, һуңынан стихиялы бәлә-ҡазаларҙан һәм күп һанлы янғындарҙан ныҡ ҡына зыян күрә, уларҙың күбеһе кеше ғәйебе менән сыға. Урман иҡтисади ихтыяждар өсөн ҡырҡыла. Был урындарҙың фаунаһына һәм флораһына шулай уҡ туристар, балыҡсылар, бәшмәк йыйыусылар, еләк йыйыусылар кире йоғонто яһай.

Ҡурсаулыҡ булдырғандан һуң ҡондоҙҙар, һоро аҡҡоштар һаны арта, ә эске күлдәрҙә 1960 йылдарҙа юҡҡа сыҡҡан һоро ҡаҙҙар осрай башлай.

Географик мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Евразия ҡондоҙо
Һоро аҡҡош
Һоро ҡаҙ

Ҡурсаулыҡ Свирь йылғаһының уң ярында, уның түбәнге ағымында Ленинград өлкәһенең Лодейнополь районы территорияһында урынлашҡан. Олонец заказнигы менән сиктәш. Майҙаны — 41, 4 мең гектар, ҡоро ер — 36 мең гектар, ҡалған өлөшө — Ладога күле һәм Свирь ҡултығының акваторияһына ҡарай. Ҡурсаулыҡта һаҡлау зонаһы юҡ, ҙур булмаған шишмәләре һәм йылғалары күп.

Яҡынса ике мең йыл элек бында Ладога күле булған. Артабан яр буйы һыҙатының сигенеүе һырт рельефын барлыҡҡа килтерә: бер нисә яр буйы валы барлыҡҡа килә, улар бер-береһенә параллель рәүештә тиҫтәләрсә һәм йөҙәр метр алыҫлыҡта урынлаша. Артабан боронғо яр валдарын урман баҫҡан, улар араһындағы түбән ерҙәр һаҙға әйләнгән.

Үҫемлектәрҙең вегетация оҙайлығы, уртаса тәүлек температураһы 5°-тан юғары булғанда — 160—164 көн.

Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡ биләмәһендә ҡоштарҙың 256, көпшәле үҫемлектәрҙең 538, һөтимәрҙәрҙең 44 төрө теркәлгән.

Бында башлыса лишайник, мүк һәм көртмәле үҫкән ҡарағай, һирәгерәк уҫаҡ, ҡайын һәм ерек урмандары өҫтөнлөк итә.

Бында һоро айыу, мышы, бурһыҡ, осар тейен, ҡондоҙ, ҡама, һеләүһен һәм башҡа йәнлектәр осрай. Ҡурсаулыҡ ҡоштары: диңгеҙ бөркөтө, кәлмәргән, ҡара ҡауҙы, ябалаҡ, ҙур һоро ябалаҡ, һуйыр, ҡор, сел, аҡ ағуна, һоро торна, мөншөгөр, сәпсек, шул иҫәптә Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгәндәре бар.

Ер-һыу хайуандарынан һоро әрмәнде, үлән тәлмәрйене һәм ослобаш тәлмәрйендәр, һөйрәлеүселәрҙән — туҙбаш йылан, ҡара йылан, орсоҡ йылан, йылғыр кеҫәртке, һәм тере бала тыуҙырыусы кеҫәрткеләр күп[1].

Бында ҡиммәтле балыҡтарҙан: күл һөмбашы, алалыҡ, сабаҡ, рипус, зөгәй бар. Шулай уҡ ҡыҙылгүҙ, ҡорбан, алабуға, суртан, шамбы йәшәй[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Дежкин В. В. В мире заповедной природы. — М.: Сов. Россия, 1989. — 256 с.: ил. — С. 185.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Геологические памятники Ленинградской области. К. К. Хазанович. Л., Лениздат, 1982.
  • Ленинградская область. А. В. Даринский. Л., Лениздат, 1975.
  • Сохраним для потомков. Особо охраняемые природные территории Ленинградской области. М. Д. Свидерская, В. М. Храбрый. Л., Лениздат, 1985.
  • Макромицеты Нижне-Свирского заповедника. Колл. авторов под ред. М. В. Столярской. СПб., ООО «Своё издательство», 2015. [1]
  • Данные по особо охраняемым территориям России на сайте МПР РФ. Архивировано из оригинала 14 август 2009 года.[ссылка не работает], архивная копия. Архивировано из оригинала 14 август 2009 года..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]