Һаҡмар (йылға)
Һаҡмар | |
Ҡайҙа ҡоя | Яйыҡ |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Оло Эйек, Һайылмыш, Урта Ҡарғалы, Әҙәм (йылға), Атағуҙ, Бәрәкәл, Батҡаҡлы, Бәрҙейылға, Бирмәҫбаш, Бүреле, Бохарсы, Ҡарғалы, Ҡарайылға (Һаҡмар ҡушылдығы), Ҡарғалы (Һаҡмар ҡушылдығы), Ҡаҫмарт, Ҡышлауар, Кейәүеште (йылға), Ялан Йылайыры (йылға), Кеүәшле, Күгиҙел (Һаҡмар ҡушылдығы), Лайымбирҙе, Күсәбә, Ҡороюл, Мағаш (Һаҡмар ҡушылдығы), Кесе Юлыҡ, Сапсал, Урта Себенле, Таулы (Һаҡмар ҡушылдығы), Талашты, Шырҙы, Йылайыр һәм Ҡороған (Һаҡмар ҡушылдығы) |
Йылғалағы һыу ятҡылығы | Һаҡмар һыуһаҡлағысы |
Һыу сығымы | 144 м³/с |
Бассейн майҙаны | 30 200 км² |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Оҙонлоҡ | 798 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Һаҡмар бассейны |
Һаҡмар Викимилектә |
Һаҡмар (рус. Сакмара), Көньяҡ Уралдағы йылға. Яҙма сығанаҡтарҙа Һаҡмар йылғаһы 1627 йылда теркәлгән. Башланған урыны Әбйәлил районында, Уралтау һыртының көнсығыш битләүендә. Башҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Ырымбур өлкәһе аша аға. Ырымбур ҡалаһы урынлашҡан урында Яйыҡка ҡушыла.
Һаҡмар тәбиғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонлоғо 760 км, шуның 348-е Башҡортостанға тура килә. Һаҡмар бик оҙон, бормалы юл үтә, шуға күрә лә уның юлында көлһыу, һоро-ҡара, һоро тупраҡлы урындар ҙа, болон-урманлы ерҙәр ҙә, сал ҡылғанлы далалар ҙа осрай. Ярҙарында тал, ҡайын, ҡарағайҙар үҫә. Тиҫтәләгән шишмәләр, эреле-ваҡлы йылғалар һыуын Һаҡмарға ҡоя.
Бөтә башҡорт йылғалары араһында ул үҙенсәлекле тәбиғәте, «холҡо» менән айырылып тора. Тауҙар араһынан аҡҡан Һаҡмар оло ғәйрәт менән текә ҡаяларға бәрелеп, ап-аҡ күбеккә күмелә, дала киңлектәренә сыҡҡас, ағымы әкренәйә, йылға көҙгөләй ялтырап тын ята, йә урыны-урыны менән ҡылымыҡтарға бүленеп, утрауҙар араһында бөтөнләй юғала.
Матур ғына түгел, бай ҙа Һаҡмар йылғаһы. Бында һыу өҫтөн сымбырлатып йөрөгән сабаҡ та, шырт ҡанатлы алабуға ла, шылғаяҡ шамбы ла, ҡарағусҡыл борош та, һары тәңкәле табан да бар. Ҡапыл ҡарпып, уҡтай елдергән суртан да, көмөш тәңкә ҡорбан да, һиҙгер һаҙан да, күкшел ағасаҡ та етерлек, ҡумырыҡ аҫтарында боҫоп яткан йәйен дә осрай.
Үкенескә ҡаршы, таҙа һыу яратҡан балыҡтар, мәҫәлән, бәрҙе менән бағыр һирәгәйә бара Һакмарҙа.
Яҙҙарын Һаҡмар буйҙары ҡарап туймаҫлыҡ матур була. Уйһыуҙарында ҡыҙырым-ҡыҙырым үҫкән һомғол сауҡалар япраҡтарын йомшаҡ елдәргә тирбәтә. Ап-аҡ сәскә аткан муйылдар хуш еҫтәрен бөркә. Таллыҡтарҙа төрлө ҡоштар һайрай, кәкүк саҡырғаны ишетелеп ҡуя.
Һыу төптәрендә һуйырташтар йымылдай.
Һыу-йәшәү сығанағы. Һаҡмар ҙа бик боронғо замандарҙан алып бөтә тирә-йүнгә йән һәм йәм биреп, аға ла аға.лат.
Йылғаның исемен йөрөткән иң эре ауыл — Һаҡмар, Һаҡмар районы үҙәге.
Атамаһының килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҡмар топонимының мәғәнәһе тураһында төрлө фекерҙәр бар. Берәүҙәре уны ҡушма һүҙ булып һаҡ+бар, йылға буйында һаҡланып йөрө, йырғанаҡтарына төшөп китмә кеүек хәстәрлекләүгә ҡайтарып ҡала. Улай тиһәң, һәр йылға буйында ла һаҡланып, ҡарап баҫыу кәрәк. Икенсе ғалимдар «Һаҡ» — һүҙе «сик» тигәнде, «мар» — ҡырыу, үлтереүҙе аңлата ти. («Тар-мар» — ҡыйралыш, тар-тарҡау, мар үлтереү).
Г. Вилданов фекеренсә, борон башҡорт ерҙәренең көньяҡ сиге Һаҡмар йылғаһының уң яры буйлап үткән, ә һул яғында уларға ҡаршы сапҡын яһап торған икенсе ҡәбиләләр ере булған, шуға күрә был һүҙгә «һаҡ булырға, һаҡ йөрө» мәғәнәһе һалынған тигән фекер иңҡар итәлә. Ошоларҙан сығып, «Һаҡмар» — «сик убалары», «тыныслыҡ һағында» мәғәнәһен аңлаталыр тип фараз итергә була.
Һаҡмар башҡорт халыҡ ижадында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҡмар йылғаһының барлыҡҡа килеүе. Урал батырҙың кинйә улының исеме Һаҡмар була. Бер ваҡыт халыҡҡа һыу етмәй башлағас, Урал батыр улдарын саҡырып ала һәм: «Аяғығыҙ тартҡан яҡҡа сығып китегеҙ, иллә-мәгәр бер ағым һыуға барып етмәйенсә артығыҙға әйләнеп ҡарамағыҙ»,- тип әйтә лә, үҙенең күҙҙәренә йәш эркелә, улар ергә субырлап ағып төшә,сөнки ул улдарының кире әйләнеп ҡайтмаҫын белә. Бара торғас, Һаҡмар бер ҙур йылғаға барып еткән. Артына әйләнеп ҡараһа, үҙенең эҙе һайын күләүектәр барлыҡҡа килеп,улар үҙ-ара тоташып, ҙур бер йылғаға әүрелгәнен күргән, ти.
Ҡушылдыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп ҡушылдыҡтары:
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Һаҡмар йылғаһы башы. Таш Әбйәлил районы башҡорттар Ҡоролтайы тарафынан ҡуйылды.
-
Г. П. Гельмерсен. «Һаҡмар йылғаһы үҙәне»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
- Мәңәҙиә Иҙелбаева. Башҡортостан календары, 2008 йыл.