Әфәнде

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әфәнде
 Әфәнде Викимилектә

Әфәнде[1] (фарс. آفندی; ғәр. أفندي‎; төр. efendi; башҡ. әфәнде; рус. эфенди) — әфәнде, хаким, яңы грек телендәге αφέντης — хаким, начальник (һүҙҙең баштағы мәғәнәһе — αφέντες — судта үҙ-үҙен яҡлай алған кеше). XVXX быуаттарҙа — Ғосман империяһында һәм көнсығыштың ҡайһы бер илдәрендә титул һәм офицер званиеһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта, «әфәнде» формаһы шулай уҡ солтанға, уға тиклем юғары заттарға ихтирамлы мөрәжәғәт итеп ҡулланыла, был мәғәнәлә «селәби» терминын алыштыра. XIX быуаттан башлап, солтандар ғаиләһе ағзаларына, рухани хакимдарға, түрәләргә шулай мөрәжәғәт итәләр — тик «әфәнде» һүҙе исемдән һуң ҡуйыла башлай (мәҫәлән, Әнүәр әфәнде).

«Әфәнде» формаһы шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарға мөрәжәғәт иткәндә — «ханым әфәнде» йәки ир-егеттәргә — «бей-әфәнде» тип, ҡайһы берҙә сит ил кешеләренә һәм мосолман булмағандарға мөрәжәғәт иткәндә лә ҡулланылған. Ғосман империяһында, грамотаһыҙ граждандарҙан (аға) айырмалы рәүештә, бөтә грамоталы граждандар ҙа шулай уҡ әфәнде тип иҫәпләнгән.

Ғосман империяһының хәрби иерархияһында әфәнде хәрби званиеһы яҡынса европаса лейтенант званиеһына тап килә. Артабан «аға», «бей» һәм "паша"званиелары килә. Әфәнде хәрби званиеһы Төркиә хөкүмәте указы менән 1934 йылдың 29 ноябрендә, ә Мысырҙа — 1953 йылда бөтөрөлә. Әфәнде званиеһын 1918 йылға тиклем шулай уҡ Германия Көнсығыш Африкаһында колониаль ғәскәрҙәрҙең ерле офицерҙары йөрөткән.

Хәҙерге заманда ҡайһы берҙ тәриҡәт суфый дәрүиштәре шәйехтәргә ҡарата әфәнде титулын файҙалана.

Төньяҡ Кавказ һәм Босния халыҡтарында (мәҫәлән, Рәсәйҙә мосолмандар араһында ҡабул ителгән «хәҙрәт» мөрәжәғәте исемдән һуң ҡуйылған кеүек үк) мулланы шулай тип атайҙар.

Хәҙерге Төркиәлә — инглиз телендәге «сэр» тигән әҙәпле мөрәжәғәткә оҡшаш һүҙ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Эфенди // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]