Эстәлеккә күсергә

Гельман Полина Владимировна: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
"Гельман, Полина Владимировна" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

18:04, 2 апрель 2020 өлгөһө

Полина Владимировна Гельман (24 октябрь 191929 ноябрь 2005) — 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы (2-се Белорус фронты, 4-се һауа армияһы, 325-се төнгө бомбардировка авиация дивизияһы) авиация эскадрильяһының элемтә начальнигы, гвардия өлкән лейтенанты. 860 хәрби осош яһаған. Советтар Союзы Геройы.

Биографияһы

1919 йылдың 24 октябрендә Бердичев ҡалаһында (хәҙер Житомир өлкәһе, Украина) йәһүд ғаиләһендә тыуған[1]. Атаһы петлюровсылар ҡулынан һәләк булғандан һуң, Елена Львовна Гельман әсәһе менән Гомель ҡалаһына күскән.

Гомелдә мәктәп һәм Мәскәү дәүләт университеты тарих факультетының 3-сө курсын тамамлай.

1941 йылдың октябренән Ҡыҙыл Армия сафында. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбендә. штурмандар курсын тамамлай. 1942 йылдың майынан ғәмәлдәге армияла. 1942 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиаполкының авиация эскадрильяһы элемтә начальнигы (2-се Белорус фронты, 4-се һауа армияһы, 325-се гвардия төнгө бомбардировка авиадивизияһы) гвардия өлкән лейтенанты П. В. Гельман 1945 йылдың майына, ПО-2 самолёты штурманыбулараҡ, дошман позицияларын, кисеүҙәрҙе, йылға аша сығыу ҡоролмаларын, һуғыш ҡоралдары һәм төрлө мөлкәте һаҡланған келәттәрен, аэродромдарын, бомбаға тотоу маҡсатында 860 осош яһай. Немец-фашист илбаҫарҙары өҫтөнә 113 тонна бомба ырғыта; хәрби заданиены үтәп, 1300 сәғәт оса; 164 бомба һөжүме яһай, шул иҫәптән Ҡырымдағы дошман позицияларын бомбаға тота; Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре Нарев йылғаһын аша сыҡҡанда, Остроленка һәм Сероцк ҡалалары районында гитлерсылар оборонаһын бомбаға тота. Дошман урынлашҡан ерҙәрҙә 142 янғын сығара. Эльтиген тораҡ пунктында (хәҙерге Рәсәй, Ҡырым Республикаһы Керчь герой-ҡалаһы) урынлашҡан десантсыларға аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, медикаменттар килтерә.

Һуғышты Эльбала тамамлай. Берлин өҫтөндә һуңғы осоштарын яһай.


1946 йылдың 15 майында СССР Юғары Советы Президиумы указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгән һәм шул уҡ ваҡытта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн гвардия өлкән лейтенанты Гельман Полина Владимировнаға, «Алтын йондоҙ»миҙалы (№ 8962) һәм Ленин орденытапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

1951 йылда П. В. Гельман Сит ил телдәре хәрби институты тамамлай. 1951-1955 йылдарҙа эшләй. Мәскәү финанс институты ҡарамағындағы хәрби факультетт<u>а</u> (хәҙер Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты) эшләй.[2][3][4]

1957 йылдан гвардия майоры Гельман — отставкала.

Кубала Плайя-Хирон районында йәйелдерелгән ваҡиғаларҙан һуң, унда тәржемәсе һәм тыныслыҡ илсеһе сифатында эшләй.

1970 йылдан - иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент. 1990 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем П. В. Гельман КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы ижтимағи фәндәр институтында уҡыта, сәйәси иҡтисад политэкономия кафедраһы доценты була.

Совет делегацияһы составында Израиль.дәүләтенә бара. «СССР—Уругвай» Йәмғиәтенең идара ағзаһы була.

2005 йылдың 29 ноябрендә.вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратындағы колумбарийҙа ерләнгән.

Наградалары

Ғаиләһе

Полина Владимировна Гельмандың ата-әсәһе революционер була. Уның әсәһе, Гельман Еля Львовна (1893-1976), 1917 йылдың мартынан ВКП(б) ағзаһы, шулай уҡ Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында, ерләнгән, уларҙың иҫтәлекле таҡтаташтары йәнәшә ҡуйылған. Полина Владимировна атаһын хәтерләмәй, әммә әсәһе уның тураһында һөйләгәндәренән «башҡа кешеләр тураһында ҡайғыртыусы, улар өсөн үҙ ғүмерен бирергә әҙер һәм үҙе тураһында иң һуңғы сиратта уйлаусы көслө ихтыярлы кеше» тип белгән.

Полина Владимировна Сит ил телдәре хәрби институтында уҡыған осорҙа буласаҡ ире, Совет Армияһы офицеры, фронтовик Колосов Владимир Николаевич (1921-1994 йй.) менән таныша, Востряковский зыяратында ерләнгән. 1948 йылда өйләнешә улар.

1949 йылдың 21 майында уларҙың ҡыҙы — Галина Владимировна Колосова тыуа. Галина Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай, шләй Финанс академияһында Китапхана-мәғлүмәт комплексы секторы мөдире булып эшләй.[5]

1982 йылдың 29 майында Полина Владимировнаның тыуған ейәне Колосов Николай Владимирович тыуа. Николай юрист, дәүләт хеҙмәтенән 2009 йылда Дәүләт граждан хеҙмәтенең ГГС 3-сө класлы советнигы дәрәжәһендә китә, һөнәре буйынса эшләй әле.  

Хәтер


  • Бердичев урамдарының береһе Полина Гельман исемен йөрөтә.
  • Гомель топонимика комиссияһы ҡарары буйынса, Гомель ҡалаһының 59-сы Шведская горка биҫтәһендә проектланыусы 3-сө урамды герой хөрмәтенә Гельман Полина урамы тип аталды.[6]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Гельман Полина Владимировна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 317. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Аронова Р. Тревожные ночи // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
  • Гельман П.В., Герой Советского Союза. О боях, пожарищах и друзьях-товарищах... М.: Финансовая академия, 2002. 52 с. УДК 947.0844.8, ББК 63.3(2) 722 Г32.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар