Эстәлеккә күсергә

Гельман Полина Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гельман Полина Владимировна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 24 октябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Бердичев[d], Киевская губерния[d], Украинская Народная Республика[d]
Вафат булған көнө 29 ноябрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө лётчик, сәйәсмән, яҙыусы, хәрби хеҙмәткәр
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание подполковник[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы, Битва за Кавказ[d], Крымская операция[d], Восточно-Прусская операция[d] һәм Берлинская наступательная операция[d]
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы Жуков миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
 Гельман Полина Владимировна Викимилектә

Гельман Полина Владимировна (24 октябрь 1919 йыл — 29 ноябрь 2005 йыл) — 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы (2-се Белорус фронты, 4-се һауа армияһы, 325-се төнгө бомбардировка авиация дивизияһы) авиация эскадрильяһының элемтә начальнигы, гвардия өлкән лейтенанты. 860 хәрби осош яһаған. Советтар Союзы Геройы.

Полина Владимировна Гельман 1919 йылдың 24 октябрендә Бердичев ҡалаһында (хәҙерге Украинаның Житомир өлкәһе) йәһүд ғаиләһендә тыуған[1]. Атаһы петлюровсылар ҡулынан һәләк булғандан һуң, Елена Львовна Гельман әсәһе менән Гомель ҡалаһына күсә.

Гомелдә мәктәп һәм Мәскәү дәүләт университеты тарих факультетының 3-сө курсын тамамлай.

1941 йылдың октябренән Ҡыҙыл Армия сафында. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбендә штурмандар курсын тамамлай. 1942 йылдың майынан ғәмәлдәге армияла. 1942 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиаполкының авиация эскадрильяһы элемтә начальнигы (2-се Белорус фронты, 4-се һауа армияһы, 325-се гвардия төнгө бомбардировка авиадивизияһы) гвардия өлкән лейтенанты П. В. Гельман 1945 йылдың майына, ПО-2 самолёты штурманы булараҡ, дошман позицияларын, кисеүҙәрҙе, йылға аша сығыу ҡоролмаларын, һуғыш ҡоралдары һәм төрлө мөлкәте һаҡланған келәттәрен, аэродромдарын, бомбаға тотоу маҡсатында 860 осош яһай. Немец-фашист илбаҫарҙары өҫтөнә 113 тонна бомба ырғыта; хәрби заданиены үтәп, 1300 сәғәт оса; 164 бомба һөжүме яһай, шул иҫәптән Ҡырымдағы дошман позицияларын бомбаға тота; Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре Нарев йылғаһын аша сыҡҡанда, Остроленка һәм Сероцк ҡалалары районында гитлерсылар оборонаһын бомбаға тота. Дошман урынлашҡан ерҙәрҙә 142 янғын сығара. Эльтиген тораҡ пунктында (хәҙерге Рәсәй, Ҡырым Республикаһы Керчь герой-ҡалаһы) урынлашҡан десантсыларға аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, медикаменттар килтерә.

Һуғышты Эльбала тамамлай. Берлин өҫтөндә һуңғы осоштарын яһай.

1946 йылдың 15 майында СССР Юғары Советы Президиумы указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгән һәм шул уҡ ваҡытта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн гвардия өлкән лейтенанты Гельман Полина Владимировнаға, «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 8962) һәм Ленин ордены тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

1951 йылда П. В. Гельман Сит ил телдәре хәрби институты тамамлай. 1951—1955 йылдарҙа эшләй. Мәскәү финанс институты ҡарамағындағы хәрби факультетта (хәҙер Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты) эшләй.[2][3][4].

1957 йылдан гвардия майоры Гельман — отставкала.

Кубала Плайя-Хирон районында йәйелдерелгән ваҡиғаларҙан һуң, унда тәржемәсе һәм тыныслыҡ илсеһе сифатында эшләй.

1970 йылдан - иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент. 1990 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем П. В. Гельман КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы ижтимағи фәндәр институтында уҡыта, сәйәси иҡтисад политэкономия кафедраһы доценты була.

Совет делегацияһы составында Израиль дәүләтенә бара. «СССР—Уругвай» Йәмғиәтенең идара ағзаһы була.

2005 йылдың 29 ноябрендә вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратындағы колумбарийҙа ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Полина Владимировна Гельмандың ата-әсәһе революционер була. Уның әсәһе, Гельман Еля Львовна (1893—1976), 1917 йылдың мартынан ВКП(б) ағзаһы, шулай уҡ Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында, ерләнгән, уларҙың иҫтәлекле таҡтаташтары йәнәшә ҡуйылған. Полина Владимировна атаһын хәтерләмәй, әммә әсәһе уның тураһында һөйләгәндәренән «башҡа кешеләр тураһында ҡайғыртыусы, улар өсөн үҙ ғүмерен бирергә әҙер һәм үҙе тураһында иң һуңғы сиратта уйлаусы көслө ихтыярлы кеше» тип белгән.

Полина Владимировна Сит ил телдәре хәрби институтында уҡыған осорҙа буласаҡ ире, Совет Армияһы офицеры, фронтовик Колосов Владимир Николаевич (1921—1994 йй.) менән таныша, Востряковский зыяратында ерләнгән. 1948 йылда өйләнешә улар.

1949 йылдың 21 майында уларҙың ҡыҙы — Галина Владимировна Колосова тыуа. Галина Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай, шләй Финанс академияһында Китапхана-мәғлүмәт комплексы секторы мөдире булып эшләй.[5]

1982 йылдың 29 майында Полина Владимировнаның тыуған ейәне Колосов Николай Владимирович тыуа. Николай юрист, дәүләт хеҙмәтенән 2009 йылда Дәүләт граждан хеҙмәтенең ГГС 3-сө класлы советнигы дәрәжәһендә китә, һөнәре буйынса эшләй әле.

  • Бердичев урамдарының береһе Полина Гельман исемен йөрөтә.
  • Гомель топонимика комиссияһы ҡарары буйынса, Гомель ҡалаһының 59-сы Шведская горка биҫтәһендә проектланыусы 3-сө урамды герой хөрмәтенә Гельман Полина урамы тип аталды.[6]
  • Гельман Полина Владимировна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 317. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в Российской книжной палате 87-95382.
  • Аронова Р. Тревожные ночи // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
  • Гельман П. В., Герой Советского Союза. О боях, пожарищах и друзьях-товарищах… М.: Финансовая академия, 2002. 52 с. УДК 947.0844.8, ББК 63.3(2) 722 Г32.