Эстәлеккә күсергә

«1-се Башҡорт атлы полкы «Любизар» – Төньяҡ амурҙары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«1-се Башҡорт атлы полкы «Любизар» – Төньяҡ амурҙары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Башланыу датаһы 2006
Цель проекта или миссии Тарихи реконструкция[d]

«1-се Башҡорт атлы полкы „Любизар“ — Төньяҡ амурҙары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы — физик һәм юридик шәхестәрҙең ирекле йәмәғәт берләшмәһе. Йәмәғәт ойошмаһының маҡсаты: башҡорт халҡының мәҙәни һәм тарихи мираҫын өйрәнеү, һаҡлау һәм популярлаштырыу.

Төп эшмәкәрлек төрө: 1812-14 йылдарҙағы башҡорт яугирҙары, 1917 — 19 йылдарҙағы Рәсәйҙә граждандар һуғышы осорҙарындағы, 1941 — 45 йылдарҙағы Икенсе донъя һуғышы осорондағы хәрби-тарихи сараларҙы реконструкциялауҙа ҡатнашыу; төрлө дәүерҙәрҙең хәрби-тарихи костюмдарын реконструкциялау һәм башҡорт яугирҙәренең һуғыш ҡоралдарын реконструкциялау менән әүҙем шөғөлләнә, шулай уҡ йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә йүнәлтелгән саралар ойоштора.

2006—2011 йылдарҙа йәмәғәт ойошмаһы «Төньяҡ амурҙары» клубы исеме менән теркәлә.

2013 йылда клуб «1-се Башҡорт атлы полкы „Любизар“ — Төньяҡ амурҙары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тигән юридик статусҡа эйә була. Төбәк йәмәғәт ойошмаһының етәксеһе , Рәсәй Дизайнерҙар союзы ағзаһы Шәйәхмәтов Илдар Ғиндулла улы.

2010 йылдың 4 сентәбрендә клуб үҙ көсө менән Можайск ҡалаһы (Марфин биҫтәһе) 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан 1-се Башҡорт атлы полкы яугирҙәре иҫтәлегенә арналған таҡтаташ асты. «Беҙ данлы „төньяҡ амурҙары“ ның исемен мәңгеләштереү эшенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек, бюджет сараларын ҡулланманыҡ. Был һәйкәл бөгөн Мәскәү өлкәһендә башҡорт халҡына арналған берҙән-бер һәйкәл тора!», — тип белдерҙе Илдар Шәйәхмәтов.


Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыу уңайынан һәм ошо һуғышта башҡорт халҡының күпләп ҡатнашыуын билдәләү маҡсатында ойошма «Башҡорт халҡының хәрби даны» миҙалын булдырҙы. Был йәмәғәт наградаһы менән «Төньяҡ амурҙары» йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзалары, хәрби-тарихи хәрәкәт үҫешендә файҙалы эштәр алып барыусылар, Башҡортостан Республикаһының имиджын күтәреү һәм таратыу өсөн ҙур өлөш индергән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан йәмәғәт, сәйәси һәм ғилми эшмәкәрҙәр; Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың милли-тарихи хәрәкәтен үҫтереү эшендә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшкән, Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтарының милли-тарихи-тарихи һәм патриотик клубтары һәм берләшмәләре өлгөһөндә танылған сәнғәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәре; Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы хәрби-тарихи һәм патриотик клубтар һәм берләшмәләре вәкилдәре; Башҡортостан һәм сит ил граждандары, меценаттар, Башҡортостан Республикаһында хәрби-тарихи һәм патриотик клубтар етәкселәре һәм ағзалары, Башҡортостан Республикаһының «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы эшенә тос өлөш индергән етәкселәр һәм ағзалары, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы хәрби-тарихи һәм патриотик клубтар һәм берләшмәләре етәкселәре бүләкләнә.[1]

Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары йыл һайын төрлө хәрби баталияларҙы реконструкциялауҙа ҡатнаша. 2013 йылдың сентябрендә Германияла Лейпциг ҡалаһы янындағы Халыҡтар һуғышы — Европаны Наполеон илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 200 йыллы билдәләнә. Был ваҡиғала «Любизар» беренсе атлылар полкы" хәрби-тарихи клубы ағзалары ла ҡатнаша[2]. Германияның Шварца коммунаһындағы Изге Лауренция сиркәүенең көмбәҙендәге шарға ҡаҙалған уҡ алтынға алмаштырылды. [3][4].

  1. ВОЕННО-ИСТОРИЧЕСКИЙ КЛУБ «СЕВЕРНЫЕ АМУРЫ» — АКТИВНЫЙ ПРОПАГАНДИСТ ВОИНСКОЙ СЛАВЫ БАШКИРСКОГО НАРОДА
  2. Башҡорт яугиры уғының яңы күсермәһе Германияның Шварца ҡалаһы сиркәү көмбәҙен биҙәйәсәк. ИА «Башинформ» (31 октябрь 2013). Дата обращения: 17 август 2015.
  3. В городке Шварц, область Тюрингия Германия проходит реконструкция церкви где в куполе находится железная копия стрелы башкирского воина. При реконструкции немецкая сторона решила заменить копию железной стрелы на золотую. Данная цель связанна с 200 летием увековечевании победы союзных войск над Наполеоном и участии башкирского народа в заграничном походе
  4. Реконструкция церкви в г. Шварц 2016 йыл 5 март архивланған.

Башҡорт йәмәғәт берекмәләре исемлеге