Абдразаҡов Асҡар Әмир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Абдразаков Аскар Амирович битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Абдразаҡов Асҡар Әмир улы
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 11 июль 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (50 йәш)
Тыуған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Атаһы Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы
Бер туғандары Абдразаҡов Илдар Әмир улы
Һөнәр төрө йырсы, опера йырсыһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Йырсы тауышы бас[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Commons-logo.svg Абдразаҡов Асҡар Әмир улы Викимилектә

Абдразаҡов Асҡар Әмир улы (11 июль 1969 йыл) — опера йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Глинка исемендәге Бөтә Союз конкурсы (IV премия һәм «Өмөт призы»), Ф. Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара конкурстың Беренсе премияһы (1993), Преторияла булып үткән Халыҡ-ара Unisa Trensnet конкурсының Беренсе премияһы һәм Алтын миҙалы (1994) лауреаты, Афиналағы Халыҡ-ара Maria Gallas Grand Prix конкурсында Гран-при лауреаты. «Салауат Юлаев» ордены кавалеры (2019)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Асҡар Әмир улы Абдразаҡов 1969 йылдың 11 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын профессор Миләүшә Мортазина класын тамамлай, 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы һәм СССР-ҙың халыҡ артисы, профессор Ирина Архипова класы буйынса Мәскәү консерваторияһы аспиранты.

Pепертуары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йырсының репертуарында опера партиялары байтаҡ. Улар араһында В. Моцарттың «Реквием»ы, Дон Базилио (Дж. Россини, «Севилья цирюльнигы»), Спарафучилле (Дж. Верди, «Риголетто»), Бөйөк инквизитор (Дж. Верди, «Дон Карлос»), бас партия (Дж. Пуччини, «Месса Глория»), Гремин (П. И. Чайковский, «Евгений Онегин»), Кончак (Бородин, «Кенәз Игорь»), Варяг ҡунағы (Римский-Корсаков, «Садко»), Пимен (Мусоргский, «Борис Годунов») һәм башҡалар.

Дискография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1994 — сольный концерт, партия фортепиано Наталья Богелава (Финляндия)
  • 1995 — «Сказание о Невидимом граде Китеже» Николай Андреевич Римский-Корсаков, (гусляр), дирижёр Федосеев Владимир (Брегенц, Австрия)
  • 1997 — «Реквием» Джузеппе Верди памяти Марии Каллас (Афина)
  • 2000 — «Реквием» Джузеппе Верди, дирижёр Марк Эрмлер
  • 2008 — «Набукко» Джузеппе Верди (Захария), дирижёр Леви (Париж, Stade de France)
  • 2009 — Симфония № 8 Густав Малер (Pater Ecstaticus), дирижёр Д. Цинман (Цюрих).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостандың халыҡ артисы (1994 йыл),
  • Глинка исемендәге Бөтә Союз конкурсы (IV премия һәм Өмөт призы),
  • Ф. Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара конкурстың Беренсе премияһы (1993),
  • Преторияла булып үткән Халыҡ-ара Unisa Trensnet конкурсының Беренсе премияһы һәм Алтын миҙалы (1994)
  • Афиналағы Халыҡ-ара Maria Gallas Grand Prix конкурсында Гран-при
  • «Салауат Юлаев» ордены (2019)[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]