Абдразаҡов Илдар Әмир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдразаҡов Илдар Әмир улы
Зат ир-ат[1]
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 26 сентябрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[2] (47 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Атаһы Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы
Бер туғандары Абдразаҡов Асҡар Әмир улы
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Йырсы тауышы бас[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр Опера
Тауыш яҙҙырыу лейблы Дойче Граммофон[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостандың халыҡ артисы Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Халыҡтар дуҫлығы ордены Золотая маска Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Салауат Юлаев ордены Грэмми
Рәсми сайт ildarabdrazakov.com
 Абдразаҡов Илдар Әмир улы Викимилектә

Абдразаҡов Илдар Әмир улы (26 сентябрь 1976 йыл) — опера йырсыһы (бас). 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 2000 йылдан — Санкт-Петербургтың Мариин театры солисы. Рәсәйҙең атҡаҙанған (2021), Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстандың (2013) халыҡ артисы. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2014) һәм Салауат Юлаев (2018) ордендары кавалеры. "Маска" шоуының 3 сезон еңеүсеһе (2022).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдар Әмир улы Абдразаҡов 1976 йылдың 26 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Актёр һәм режиссёр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әмир Абдразаҡовтың (1934—2008) улы.

2000 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған (2000; М. Ғ. Мортазина класы). 1994 йылдан алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, 2000 йылдан — Мариин театры (Санкт-Петербург) солисы.

Бәрхәт тембрлы һәм киң диапазонлы, төрлө регистрҙарҙа тигеҙ яңғырашлы, матур, көслө тауышҡа эйә. Башҡарыу үҙенсәлеге сағыу артистизм, хислелек, бөтә тасуирлау сараларының теүәллеге менән айырыла.

Операларҙа төп партиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сураман («Салауат Юлаев»; дебют, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1995)
  • Сурин («Пики дамаһы» — «Пиковая дама», Пётр Чайковский)
  • Дон Базилио («Севилья цирюльнигы» — «Севильский цирюльник», Дж. Россини)
  • Фигаро («Фигароның туйы» — «Свадьба Фигаро», Вольфганг Моцарт)
  • Руслан («Руслан һәм Людмила» — «Руслан и Людмила», М. И. Глинка)
  • Оровезо («Норма», В. Беллини)
  • Аттила (Дж. Вердиҙың шул уҡ исемдәге операһы)
  • Король Филипп II («Дон Карлос», Джузеппе Верди)[3]

Россиниҙың «Наполеон III һәм уның ҡыйыу халҡына гимн» («Гимн Наполеону III и его доблестному народу») гимнын тәүге башҡарыусы («Ла Скала», Милан ҡалаһы, Италия, 2000).

Концерт репертуарында — Пётр Чайковский, Сергей Рахманиновтың вокаль әҫәрҙәре, рус һәм сит ил композиторҙары операларынан ариялар. «Ковент‑Гарден» (Лондон), «Метрополитен‑опера» театрҙарында һәм «Карнеги‑холл» залында (Нью-Йорк ҡалаһы, АҠШ) һәм башҡа сәхнәләрҙә сығыш яһай.

Рәсәй һәм сит илдәр (Англия, Аргентина, Испания, Франция, Япония һәм башҡалар) буйлап гастролдәрҙә була.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Илдар Абдразаҡов сәнғәт өлкәһендә йәш талантарға ярҙам итеү һәм халыҡ-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү фонды булдырҙы[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (2021)[5]
  • Салауат Юлаев ордены (2018) ордены[6]
  • «BraVo» Беренсе халыҡ-ара профессиональ музыкаль премияһының «Ир-аттар араһында иң яҡшы классик вокал» номинацияһы еңеүсеһе[7].
  • Рәсәй «Casta Diva» опера премияһының «Йыл йырсыһы» номинацияһы лауреаты (2016)[8][9][10]
  • Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2014)
  • «Алтын битлек» («Золотая маска») Милли театр премияһы (2013)
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2013)[11]
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2000)
  • «Верди тауыштары» («Вердиевские голоса») V Халыҡ-ара конкурста Гран-при (Буссето ҡалаһы, Италия, 2000
  • Йәш опера йырсыларының Елена Образцова исемендәге конкурсында Гран-при (Санкт‑Петербург, 1999)
  • Н. А. Римский‑Корсаков исемендәге халыҡ-ара конкурста Гран-при (Санкт-Петербург, 1998)
  • Михаил Глинка исемендәге халыҡ-ара конкурс лауреаты (Ярославль, 1997)
  • Ирина Архипованың «Мәскәүҙең оло бүләге» («Большой приз Москвы») Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы (1997) лауреаты
  • НТВ телеканалындағы «Маска» шоуынын Аждаһа костюмында (2022) еңеүсе

Артист матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дудин В. Басовый инстинкт. Ведущий бас мира стал лауреатом премии Casta Diva[10].
  • Аралбаева Л. Илдар Абдразаҡов — Беренсе каналдағы «Голоса на миллион» фильмында төп геройҙарҙың береһе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 ноябрь[12]
  • Аралбаева Л. Ильдар Абдразаков одним из первых публично поздравил Дональда Трампа с победой. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 9 ноябрь[13].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Ildar Abdrazakov // Discogs (ингл.) — 2000.
  3. Илдар Абдразаҡов 20 йыл эсендә тәүге тапҡыр Ҙур театр спектаклендә йырлай. , 2016, 8 декабрь (Тикшерелеү көнө: 8 декабрь 2016)
  4. Ильдар Абдразаков открыл фонд поддержки и продвижения молодых талантов в области искусства. , 2017, 13 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2017)
  5. Ильдару Абдразакову присвоено звание Заслуженного артиста России. ИА «Башинформ», 16 марта 2021 года
  6. Рөстәм Хәмитов Илдар Абдразаҡовты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 28 апрель (Тикшерелеү көнө: 28 апрель 2018)
  7. Ильдар Абдразаков стал победителем Первой международной музыкальной премии «BraVo»
  8. Ильдар Абдразаков признан лауреатом оперной премии «Casta Diva» , 2016, 25 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2016)
  9. Илдар Абдразаҡов — «Casta Diva» опера премияһы лауреаты. , 2016, 26 декабрь (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2016)
  10. 10,0 10,1 «Российская газета», интернет-портал, 2017, 10 января (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2017)
  11. Башҡортостан Республикаһы мәҙәни доньяһы (рус.)
  12. Илдар Абдразаҡов — Беренсе каналдағы «Голоса на миллион» фильмында төп геройҙарҙың береһе. , 2016, 11 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 11 ноябрь 2016)
  13. , 2016, 9 ноябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2016)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]