Эстәлеккә күсергә

Айтматова Нәғимә Хәмзә ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Абдулвалиева Нагима Хамзиевна битенән йүнәлтелде)
Айтматова Нәғимә Хәмзә ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 7 декабрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Ҡараҡул[d], Семиреченская область[d], Төркөстан генерал-губернаторлығы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 август 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Бешкәк, Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәләл ефете Торекул Айтматов[d]
Балалары Айтматов Сыңғыҙ Төрөкул улы, Ильгиз Торекулович Айтматов[d] һәм Розетта Тюракуловна Айтматова[d]
Һөнәр төрө йәмғиәт эшмәкәре

Айтматова Нәғимә Хәмзә ҡыҙы (7 декабрь 1904 йыл, Ҡараҡол, Рәсәй империяһы — 10 август 1971 йыл, Бешкәк) — Ҡырғыҙстандың йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Сыңғыҙ Айтматовтың әсәһе.

Нәғимә Хәмзә ҡыҙы Айтматова (ҡыҙ фамилияһы Абдувәлиева) 1904 йылдың 7 декабрендә Ысыҡ-Күлдәге Ҡараҡол (Пржевальск) ҡалаһында тыуған (Ҡырғыҙстан). Уның атаһы — сауҙагәр Хәмзә Абдувәлиев сығышы менән хәҙерге Татарстандағы Мачкара ауылынан. Әсәһе Ғәзизә ханым — Себер татарҙарынан. Оло ағаһы Сабир, Швейцарияла уҡып, Ҡараҡолда тәүге үҙешмәкәр театр ойошторған, Нәғимә был театрҙа ҡатын-ҡыҙ ролдәрен уйнаған[1].

Революциянан һуң Хәмзә Абдувәлиевтың мөлкәтен тартып алалар һәм ул Ташкент ҡалаһына күсеп китә һәм оҙаҡламай шунда вафат була.

Ҡараҡол тарлауығы

1925 йылда Нәғимә Абдувәлиева мәктәп-гимназия тамамлай, табип булырға хыяллана, тик синфи сығышы арҡаһында уҡыуын дауам итә алмай.

Ул стенографистар курсына яҙыла, унда комсомолға керә, артабан уны Ҡараҡол комсомол комитетының бүлек мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Нәғимә Хәмзә ҡыҙы Көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙары хоҡуҡтарын яҡлап, көрәшкә ҡушыла.

1926 йылда Нәғимә Абдувалиеваны Пишпеккә (Бешкәк) комсомол эше буйынса курстарға уҡырға ебәрләр, бында ул буласаҡ ире Төрөҡул (ҡырғыҙса исеменең яңғырашы) Айтматовты осрата. Айтматов ул ваҡытта ВКП(б) өлкә комитетының пропаганда һәм агитация бүлеген етәкләгән була. 1926 йылдың 3 сентябрендә Нәғимә менән Төрөҡул өйләнешә[2].

1927 йылда Төрөҡул ВКП(б)-ның өлкә комитеттың яуаплы секретары, Нәғимә — комсомолдың Жәләл-Абад ҡала комитеты секретары итеп һайлана.

1928 йылда уларҙың тәүге улдары — Сыңғыҙ Айтматов тыуа. Айтматовтарҙың биш балаһы була: 1931 йылда — Илгиз, 1934 — игеҙәктәр: улдары Рева (оҙаҡламай вафат була) һәм ҡыҙҙары Люция (Революция тигәндән), 1937 — Розетта тыуа.

1920 йылдар аҙағында Нәғимә Айтматова ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары өсөн көрәштә иң алғы һыҙыҡта була. Ҡалым, күп ҡатынлылыҡ, иртә никахтар, балаларҙы һатыу, пәрәнжәларен һалған ҡатын-ҡыҙҙарҙы эҙәрлекләүҙәрҙәргә ҡаршы көрәшә.

1935 йылдан ғаилә Мәскәүҙә йәшәй-Төрөҡул Ҡыҙыл профессура институтында уҡый. 1937 йылда уны партиянан сығаралар, Төрөҡул менән Нәғимә балаларын һаҡлап ҡалыр өсөн уларҙы Ҡырғыҙстанға алып ҡайтырға ҡарар итә. Нәғимә дүрт балаһы менән Ҡырғыҙстандағы Шекер ауылына иренең туғандары янына китә.

Айтматовтарҙың ир туғандары барыһы ла тиерлек атыла. 34 йәшлек Нәғимә эшһеҙ, торлаҡһыҙ, бер ярҙамһыҙ тороп ҡала. Сыңғыҙға ул саҡта туғыҙ йәш, ә Розеттаға биш ай ғына була.

Нәғимәне Отто Зюдельман эшкә ала һәм уға йәшәп торорға бараҡтан ике бүлмә бирә.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында үҫмер Сыңғыҙ ауыл Советы секретары булып эшләй, уға 30 сутый ер бирәләр, ғаилә был ерҙә йәшелсә үҫтереп көн күрә. Илгиз почтальон булып эшләй, «1941—1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Сыңғыҙ Айтматов

Нәғимә балаларын уҡытыр, кеше итер өсөн бар көсөн һала.

1947 йылда ул балаларын урыҫ мәктәбендә уҡытыр өсөн Покровка ауылына күсенә. Балаларҙы мәктәптә лә, ауылда ла ҡыйырһытмайҙар, сөнки бында репрессиянан ҡасып килгән Рәсәй кешеләре күп була.

Нәғимә Хәмзә ҡыҙының бөтә дүрт балаһы да юғары белем ала. Ул барлыҡ балалары һәм ейәндәре өсөн юғары әхлаҡ өлгөһө.

«Ҡырғыҙ ере ҡыҙҙары» («Дочери земли кыргызской») китабының Нәғимә Айтматоваға бағышланған бүлеге «Нәғимә Айтматова — Әсә, донъяға һоҡланғыс балалар бүләк иткән Ҡырғыҙстандың бөйөк ҡатын-ҡыҙы» тигән һүҙҙәр менән башлана.

Сыңғыҙ Айтматов уға «Әсә яланы» («Материнское поле») повесын бағышлап яҙа, унда «әсәйем тураһында ни әйтергә теләгән бөтә нимәне лә аңлаттым» ти:

«Поклон Матери нашей! Каким мужеством, мудростью и преданностью своему родительскому долгу обладала она! Все лучшее в нашей жизни и судьбах наших, включая наше образование, было достигнуто благодаря её труду и мужеству»

..

«Манас-Аталағы ҡарҙар» мәҡәләһендә ул: «…будь я скульптором или художником, жизнь посвятил бы тому, чтобы создать образ женщины военных лет, в котором попытался бы выразить в едином порыве все свои чувства благодарности, восхищения, гордости и сострадания к ней, к этой великой фигуре двадцатого века». «Мать — это начало Родины, Мать — это родной язык, Мать — это совесть, вкушенная вместе с материнским молоком» (С. Айтматов).

Нәғимә Хәмзә ҡыҙы Айтматова 1971 йылдың 10 авгусында вафат була. Уны һуңғы юлға оҙатырға бик күп кеше килә, иң билдәле ҡырғыҙ аҡындары уны сеңләүҙәр менән оҙата.

Нәғимә менән Төрөҡул Айтматовтың балалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сыңғыҙ Айтматов, бөтә донъяла билдәле яҙыусы.
  • Илгиз Айтматов — ғалим, академик. Техник фәндәр докторы. СССР Дәүләт премияһы лауреаты. Ҡырғыҙ ССР-ы Дәүләт премияһы лауреаты.
  • Люция Айтматова — инженер-энергетик, йәмәғәт эшмәкәре.
  • Розетта Айтматова — физика-математика фәндәре кандидаты. Ҡырғыҙ теленә Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата бөтә төр дискриминацияны бөтөрөү буйынса конвенцияны тәржемә иткән һәм уны нәшер иткән. "Ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү үҙәге " АЙ Президенты.
  • 1992 йылдың 4 февралендә халыҡ депутаттарының Жәләл-Абад ҡала Советы башҡарма комитеты ҡарары менән үҙәк ҡала аллеяһына Нәғимә Айтматова исеме бирелә.
  • 2004 йылда Ҡараҡоромда Нәғимә Айтматованың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы бер урамға уның исеме бирелә.
  • 2007 йылда К. А. Бекторғанованың «Ҡырғыҙ ере ҡыҙҙары» тигән китабы донъя күрә. Уның тәүге бүлеге Нәғимә Айтматоваға бағышланған («Ғүмер биреүсе»)[3].
  • 2015 йылдың ғинуарында Нәғимә Айтматованың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы «Туған тел» башҡорт-татар ойошмаһы һәм «Эне» («Мать») хәйриә фонды Ҡырғыҙстан баш ҡалаһы Бешкәктә тантаналы саралар ойошторҙо.
  • 2015 йылдың майында Ҡазанда Ф. Байрамованың Нәғимә Айтматова тураһында «Ана»(«Мать») тип аталған китабы донъя күрҙе.
  • Айтматова Р. А 37 Белые страницы истории: (Мои воспоминания). — Б.: ОсОО «V.R.S. Company», 2013. — 268 с. ISBN 978-9967-27-080-0
  • Бектурганова Кульбюбю Арыковна. Дочери земли кыргызской. — Б.: «Бийиктик», 2007. — 336 с. + 16 с. + 0,025 вкл. ISBN 978-9967-13-319-8

Нагима Абдувалиева, мать Чингиза Айтматова