Абдуллина Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы
Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы Абдуллина | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
27 февраль 2002 (72 йәш) |
Вафат урыны | |
Ғилми даирәһе | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Рәйлә Абдуллина |
Абдуллина Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы (19 февраль 1930 йыл — 27 февраль 2002 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-фармакологы. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы Абдуллина 1930 йылдың 19 февралендә Башҡорт АССР-ының Арғаяш кантоны Арғаяш ауылында (әлеге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) тыуған.
1952 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын яҡшыға тамамлай һәм фармокология кафедраһы йүнәлешендәге аспирантураға уҡырға керә.
1955 йылда, «Оҙаҡ дарыуҙар ҡулланып йоҡлауҙың ашҡаҙандың эшмәкәрлегенә йоғонтоһо» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап, аспирантура тамамлай.
1955 йылдың сентябренән алып ассистент, ә 1966 йылдан алып фармакология кафедраһының доценты булып эшләй, уҡытыу хеҙмәткәрлеген интенсив ғилми хеҙмәте менән бергә алып бара.
1974 йылда ғалим «Региональ ҡан әйләнешенә төрлө гипотензив дарыуҙарҙың ҡатнаш йоғонтоһо үҙенсәлектәре» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1978 йылда профессор дәрәжәһенә лайыҡ була һәм был вазифала 1982 йылға тиклем эшләй.
1982 йылда педиатрия, санитар-гигиена, фармацевтика факультеттарының 2-се фармакология кафедраһын ойоштора һәм 1987 йылға тиклем уның мөдире, ә 1993 йылға тиклем – профессоры булып эшләй.
Рәйлә Абдуллина БДМУ диссертация советы ағзаһы. Ул 106 фәнни хеҙмәт, 2 монография, автор тикшереүҙәрен баҫтырып сығара. Уның етәкселеге аҫтында 5 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.
Рәйлә Абдуллинаның ғилми эшмәкәрлеге гипотензив дарыуҙарҙың йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына йоғонто яһау механизмын, ҡатнаш дарыуҙарҙың артериаль баҫымға, ҡан тамырҙары тонусына һәм региональ ҡан әйләнешенә йоғонто яһау үҙенсәлектәрен тикшереүгә, спазмолитик һәм бронхолитик тәьҫир итеүсе яңы биологик актив матдәләр эҙләүгә, бейек андыҙҙың һәм төрткөлө һары мәтрүштең дауалау үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә бағышланға.
1989 йылда Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы Абдуллинаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» почетлы исеме бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989)
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Фармакологическая коррекция кининовой системы организма при сердечно-сосудистых заболеваниях». Өфө, 1997 (авторҙ.).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдуллина Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2021)
- БДМУ мәғлүмәт архивында Р. Н. Абдуллина тураһында 2020 йыл 20 сентябрь архивланған.
- 19 февралдә тыуғандар
- 1930 йылда тыуғандар
- 27 февралдә вафат булғандар
- 2002 йылда вафат булғандар
- Медицина фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Арғаяш районында тыуғандар
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Өфөлә вафат булғандар