Абдуллин Салауат Мөхәммәткамал улы
Абдуллин Салауат Мөхәммәткамал улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Төркмәнстан |
Тыуған көнө | 1934 |
Тыуған урыны | Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | бейеүсе, хореограф |
Абдуллин Салауат Мөхәммәткамал улы (март, 1934 йыл) — бейеүсе, «Алтын быуат» (Төркмәнстан) ордены кавалеры (2004), Төркмәнстандың халыҡ артисы, Ашхабад ҡалаһы Балалар һәм йәштәр һарайының «Шатлыҡ» балалар бейеү ансамбле етәксеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абдуллин Салауат Камал улы 1934 йылдың мартында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Үрген ауылында тыуа. 9 йәшендә үкһеҙ етем ҡала, ағалары Фуат һәм Байыҡ фронтта була. Өлкән апаһы Маһира һуғышҡа тиклем үк Үзбәкстанға китеп уҡытыусы булып эшләй, шунда тормошҡа сыға. Салауат ауылда 15 йәшлек Нәҡиә апаһы ҡарамағында ҡала. Бер аҙҙан еҙнәһе ҡәйнешен Ҡашҡадаръя өлкәһенә алып ҡайта. Малай уларҙа 3 йылдан ашыуыраҡ йәшәй, тик телде белмәү сәбәпле, мәктәпкә йөрөп уҡыуын дауам итә алмай.
1947 йылда Ленинград хореография училищеһына балалар йыйыу тураһында иғлан баҫыла. Педагогтар бейеү һәләте беленгәндәр араһынан 20 баланы һайлап ала. Салауат та улар араһында була һәм 9 йыл Ленинградта белем ала. Илдус Хәбиров, Алик Биксурин, Эльза Сөләйманова, Венера Ғәлимова, Эмма Тимерғазиналар менән бергә уҡый.
Училищены иптәштәре менән бергә тамамлай алмай, йәше еткәнлектән, хәрби хеҙмәткә алына. 1955—1958 йылдарҙа Румыниялағы совет ғәскәрҙәрҙең йыр һәм бейеү ансамблендә хеҙмәт итә. Әрме хеҙмәтен тултырыуға Үзбәкстанға, сик һаҡсыларының ошондай уҡ ансамбленә эшкә саҡырыла. 1964 йылда Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадтың Пионерҙар һарайында «Шатлыҡ» балалар бейеү ансамбленә етәксе итеп тәғәйенләнә һәм ошо вазифала 40 йылдан ашыу эшләй. Ансамбль һәм уның алмаштырғыһыҙ етәксеһе оло наградаға — Төркмәнстандың Ленинсы комсомолының премияһына лайыҡ була. Шулай уҡ ансамбль бик күп халыҡ-ара фестивалдәр һәм конкурстар лауреаты.
Наградалары һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ватанға һөйөү өсөн» миҙалы (2016)
- Төркмәнстандың халыҡ артисы
- «Алтын быуат» (Төркмәнстан) ордены кавалеры (2004)
- Төркмәнстандың Ленинсы комсомолының премияһы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салауат Абдуллин - Төркмәнстандағы башҡорт йондоҙо //«ВСЕМИРНЫЙ КУРУЛТАЙ (КОНГРЕСС) БАШКИР», 2014–2020.