Абдуллин Тимерйән Ғабдрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдуллин Тимерйән Ғабдрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 декабрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Туҡтағол, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 август 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1] (95 йәш)
Вафат булған урыны Киров, Рәсәй
Һөнәр төрө табип, ғалим
Эш урыны НИИ микробиологии МО РФ[d]
Кировская государственная медицинская академия[d]
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Хәрби звание генерал-майор[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы СССР дәүләт премияһы

Абдуллин Тимерйән Ғабдрахман улы (16 декабрь 1926 йыл12 август 2022 йыл) — микробиология һәм эпидемиология өлкәһендә СССР хәрби медигы һәм ғалимы, медицина фәндәре докторы, профессор, медицина хеҙмәтенең генерал-майоры. СССР Оборона министрлығының микробиология ғилми-тикшеренеү институты начальнигы (1984—1991). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1982).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тимерйән Ғабдрахман улы Абдуллин 1926 йылдың 16 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ҡандра районы (хәҙер Туймазы районы) Туҡтағол ауылында күп балалы ғаиләлә һуңғы, туғыҙынсы бала булып тыуа. Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөнөң финанс-иҡтисади техникумына уҡырға инә, әммә уҡыу йылы ла тамамланып өлгөрмәй, һуғыш башлана. 1941 йылдың көҙөндә ул уҡыған техникум ябыла. Шул саҡта 17 йәше лә тулмаған егеткә армияға алыныуы тураһында повестка килә. Барлыҡ яңы алынған һалдаттар хәрби әҙерлек уҙырға тейеш була, Тимерйән дә Ырымбур өлкәһенә снайпер мәктәбенә ебәрелә[2]. 1944 йылдан снайпер мәктәбен тамамлағандан һуң, Бөйөк Ватан һуғышында уҡсылар часында снайпер булып ҡатнаша, Балтик буйындағы һуғыштарҙа һәм 4-се Украина фронтында һуғыша, һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була.

1948 йылдан 1953 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында уҡый, яҡшы уҡыуы өсөн Сталин стипендияһына лайыҡ була. Хәрби-медицина академияһында уҡыу менән бер үк ваҡытта Сит ил телдәре хәрби институтының ситтән тороп уҡыу бүлегендә инглиз теле кафедраһында уҡый[3][4][5].

1953 йылдан СССР Оборона министрлығының Ғилми-тикшеренеү институтында фәнни-тикшеренеү һәм етәкселек эштәрендә: 1953 йылдан алып 1954 йыға тиклем — махсус китапхананың тәржемәсе-референты, 1954 йылдан алып 1960 йылға тиклем — кесе ғилми хеҙмәткәр, 1960 йылдан 1961 йылға тиклем — ғилми хеҙмәткәр, 1961 йылдан 1969 йылға тиклем — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1969 йылдан 1974 йылға тиклем начальник урынбаҫары һәм 1974 йылдан алып 1982 йылға тиклем — фәнни бүлек етәксеһе. 1982 йылдан 1984 йылға тиклем фәнни эштәр буйынса был институттың начальнигы урынбаҫары һәм 1984 йылдан — 1991 йылға тиклем — СССР Оборона министрлығының микробиология Ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе[3][4][5].

1991 йылдан Киров дәүләт медицина университетында фәнни-педагогик эштә профессор сифатында, ә 1993 йылдан 1997 йылға тиклем — гистология, эмбриология һәм цитология кафедраһы мөдире, 1997 йылдан ҡабаттан был кафедраның профессоры һәм университеттың ғилми советы ағзаһы[4][5].

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге һәм фәнгә индергән өлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тимерйән Ғабдрахман улының төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге микробиология һәм эпидемиология, чуманы ҡуҙғытыусы биологияны өйрәнеү менән бәйле, уның етәкселегендә СССР Оборона министрлығының микробиология ғилми-тикшеренеү институтында ген инженерияһы өлкәһендә, шул иҫәптән молекуляр биологияла асыштар яһала, был асыштың нигеҙе булып хромосомаларҙа гендарҙың төрлө төрҙәренең яңы ярашыуҙарын конструкциялау тора, был асыш төрлө хәүефле сирҙәргә, шул иҫәптән чума, себер язваһы, бруцеллез һәм туляремияға ҡаршы диагностик препараттар һәм вакцина штаммдары булдырырға мөмкинлек бирә. Уның етәкселеге аҫтында чума микробының үз плазмидалары булыу буйынса тикшеренеүҙәр һәм ауырыу ҡуҙғытыусының мөһим билдәләрен асыҡлау үткәрелә[3][4][5].

1961 йылда «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, 1980 йылда — медицина фәндәре докторы. 1984 йылда СССР Юғары аттестация комиссияһы бойороғо менән уға «профессор» исеме бирелә.

Т.Ғ. Абдуллин йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт, егерме һигеҙ уйлап табыу һәм «йәшерен» грифы аҫтында егерме алты асыш авторы. Уның етәкселегендә ун һигеҙ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.

1982 йылда ябыҡ ҡарар менән СССР Дәүләт премияһы бирелә[4][5].

2022 йылдың 12 авгусында вафат була[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://kirovgma.ru/news/2022/08/tyazhelaya-utrata
  2. Тимерьян Абдуллин: о жизни, войне и медицинской службе(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Абдуллин Тимерьян Габдрахманович. Дата обращения: 12 апрель 2021.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Микешина К. Н., Загоскин Д. И. [Научная деятельность профессора Тимерьяна Габдрахмановича Абдуллина — пример высокого призвания и верного служения науке] / Гистология, клиническая и экспериментальная морфология: сборник трудов второй научно-практической конференции посвященной 30-летию Кировского ГМУ // Под ред. Н. К. Мазиной,- Киров: Кировский государственный медицинский университет, 2017. — 111 с
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 История и современность: 1928—2008. 48-й Центральный научно-исследовательский институт Министерства обороны России / Медведев Н. П., Погорельский И. П., Черкасов Н. А., Сапрыкин В. М. и др. — Киров: ОАО «Кировская областная типография», 2008. — 648 с
  6. 12 августа 2022 года ушёл из жизни доктор медицинских наук, профессор кафедры гистологии, эмбриологии и цитологии Тимерьян Габдрахманович Абдуллин
  7. Абдуллин, Тимерьян Габдрахманович. Дата обращения: 12 апрель 2021. 2018 йыл 4 октябрь архивланған.
  8. Абдуллин, Тимерьян Габдрахманович. Дата обращения: 12 апрель 2021. 2022 йыл 11 май архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • История и современность. 1928—2008. Федеральное государственное учреждение «48-й Центральный научно-исследовательский институт Министерства обороны России» / Медведев Н. П., Погорельский И. П., Черкасов Н. А., Сапрыкин В. М. и др. — Киров: ОАО «Кировская областная типография», 2008. — 648 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]