Эстәлеккә күсергә

Абдуллин Хәмзә Ильяс улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдуллин Хәмзә Ильяс улы
Тыуған көнө

7 ғинуар 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе, Үрге Наҙарғол ауылы

Вафат булған көнө

31 июль 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (90 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡортостан, Хәйбулла районы, Бүребай ауылы

Гражданлығы

СССР

Наградалары һәм премиялары

Абдуллин Хәмзә Ильяс улы (7 ғинуар 1918 йыл31 июль 2008 йыл) — педагог. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971).

Абдуллин Хәмзә Ильяс улы 1918 йылдың 7 ғинуарында Башҡортостан мөхтәриәте Үҫәргән кантоны (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Үрге Наҙарғол ауылында тыуған.

1938 йылдан Башҡортостан АССР-ы Хәйбулла районы Аҡъяр урта мәктәбендә, 1939 йылдан Әбеш ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта.

1945 йылда Совет-япон һуғышында ҡатнаша.

1946 йылдан Хәйбулла районы Мәмбәт ете йыллыҡ мәктәбенең директоры була.

1950 йылдан КПСС-тың Хәйбулла район комитетында партия кабинеты мөдире, пропаганда һәм агитация бүлеге мөдиренең урынбаҫары, 1953—1954 йылдарҙа «Красное знамя» колхозының партия ойошмаһының сәркәтибе вазифаларын башҡара.

1958 йылда Өфө юғары партия мәктәбен тамамлай. 1958 йылдан Хәйбулла район Советы башҡарма комитеты рәйесенең урынбаҫары була.

1960 йылдан Бүребай һигеҙ йыллыҡ башҡорт мәктәбенең директоры вазифаһын үтәй. 1964 йылда Ырымбур педагогия институтын тамамлай.

1976—1979 йылдарҙа Бүребай урта мәктәбендә, 1979—1986 йылдарҙа Татыр-Үҙәк урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

2008 йылдың 31 июлендә Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы Бүребай ауылында вафат була.

Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 648 с. — ISBN 978-5-88185-243-6.