Абзал (исем)
Абзал |
Абзал — башҡорт һәм төрки исем, мосолман ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абзал исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм «иң яҡшы, иң һәйбәт» тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абзалов Дмитрий Габит улы — Билдәле Рәсәй политологы., стратегик коммуникациялар үҙәге президенты вазифаһын биләй.
Абзалов Рем Абзалович (15 июнь 1914, Даръя өлкәһе, Рәсәй империяһы — 7 февраль 1983, Ташкентта, Үзбәк ССР-Ы) — майор, Советтар союзы геройы (1945).
Абзалимов Рәмил улы. Физика-математика фәндәре кандидаты, доцент кафедра математика, Өфө дәүләт нефть техник университеты]]
Абзалов Ралит Мөнир улы (1939—1985). Географ, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (1974). Сығышы менән Мәсетле районы Әжекәй ауылынан.
Абзалов Фәтих Р .(1912—1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкының 3-сө эскадронында отделение командиры. Сержант.
Атаһының исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәхәбетдинов Зәнфир Абзал улы. (7 октябрь 1951 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абзал (рус. Абдан) — Рәсәйҙәге йылға. Ырымбур өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ҡыялы Бүртә йылғаһына һул яҡтан тамағынан 46 км алыҫлыҡта ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 15 км тәшкил итә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |