Эстәлеккә күсергә

Аблайгәрәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аблайгәрәй
Зат ир-ат
Тыуған көнө XVI быуат
Вафат булған көнө билдәһеҙ
Биләгән вазифаһы Хан (дәрәжә)

Аблай-Гәрәй (шулай уҡ: Аблай, Абылай, Аблайкәрим) — себер ханы (1628—1631 йылдарҙа) йәки батша улы, Ишемдең улы[1], себер ханы Күсемдең ейәне.

1635 йылда Тәүәккүл менән бергә Өфөгә һөжүм яһай[1], ләкин ҡаланан 18 саҡрым алыҫлыҡта тар-мар ителеп, Фёдор Каловский[2][3] отряды әсирлеккә ала һәм Мәскәүгә алып китә.

Һуңыраҡ Аблай Ремезов йылъяҙмаһын булдырыуҙа эшлеклелек күрһәткән. Ульян Моисеевич Ремизовҡа ул биргән мәғлүмәт менән артабан уның улы — Семён.[4] файҙаланған.

Тарихи буталсыҡлыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле крайҙы өйрәнеүсе П И. Рычков Күсемиҙәрҙең[5] Өфөгә һөжүмен түбәндәгесә тасуирлаған:

Шундай дошманлыҡ һөжүмдәренең береһе булып (Өфөгә һәм уға яҡын урынлашҡан башҡорттарға) был ҡалаға себер батшаһы улдары Аблай һәм Тәүкәлдең атаҡлы һөжүме тора, Өфөнән Өфө йылғаһы аръяғына ебәрелгән хеҙмәт итеүсе кешеләре ҡаланан ун биш саҡрымдарҙа ике яҡтан да күп юғалтыуҙарға килтергн аяуһыҙ ҡаты һуғышҡа инә; батша улдарына (хәҙер Аблай урманы тип йөрөтөлгән) һөжүм ойошторола, һәм улар ун көн дауамында ҡамауҙа ултыра, һуңынан әсирлеккә алына һәм Мәскәүгә килтерелә. Ошо лайыҡлы хеҙмәте өсөн өфөлөләргә алтын тәңкәләр түләнә һәм айырым бер китапҡа яҙылып ҡуйыла, һәм ул Өфө провинциаль канцелярияһында һаман да һаҡлана һәм алтын тип атала

Әммә Рычков һуғыштың нисәнсе йылда булғанын күрһәтмәгән[6] Р. Г. Игнатьев был атаҡлы һуғышты 1574 йылда, йәғни Өфө тип аталасаҡ ҡалаға тәүге нигеҙ һалған дәүерҙә (Өфө эргәһендәге «Шайтан ҡаласығы») булған ти[7]. Һәм был хата күп белешмәләрҙә һәм баҫмаларҙа, мәҫәлән, "Славян энциклопедияһы"нда ҡабатлана. Өҫтәүенә, был тарихи персонаждың исемдәре сифатында Абай, Әбүләк, Аблаҡ телгә алыныуына һәм уның 1486 йылда мәрхүм булыуына ҡарамаҫтан, Аблай Арапша вариҫы, Йәдгәр-хан улы һәм Хәсәнҡолый хандың атаһы булараҡ күрһәтелгән.[8].[9].

Әммә А. Ница һәм В. А. Новиков Өфөгә һөжүм 1634—1635 йылдарҙа булған тип күрһәтә.[10][11] Был буталсыҡлыҡ тураһында Усманов Әбүбәкер Нурийән улы үҙенең хеҙмәтендә ентекле аңлатҡан.

  1. 1,0 1,1 Усманов А. «Присоединение Башкирии к Московскому государству 2014 йыл 23 октябрь архивланған.». Уфа. «Башгосиздат». 1949 год. Под редакцией проф. Б. Кафенгауза Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «autogenerated2» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. Условия формирования военно-административной системы Южного Зауралья в XVII
  3. [1] Васьков Д. А. ПОТОМКИ КУЧУМА В XVII В. И ИХ РОЛЬ В ОРГАНИЗАЦИИ АНТИРУССКИХ ВЫСТУПЛЕНИЙ НА ЮЖНОМ УРАЛЕ И В ЗАПАДНОЙ СИБИРИ
  4. Легенды седого Иртыша c.26: Привёз Ремезов кольчугу в шатровую
  5. П. И. Рычков. Топография Оренбургской губернии, стр. 60-61
  6. Волков «Материалы к истории г. Уфы», том 1, гл. II (основание Уфы), его же дополнения к первому тому, гл. 2.
  7. Сборник статистических и археологических сведений, изданных уфимским губернским статистическим комитетом в 1868 году, стр. 24-26
  8. Славянская энциклопедия. Киевская Русь-Московия. Т. 1: А-М — Владимир Вольфович Богуславский — Google Книги
  9. Абулек ум. 1486 — Родовод
  10. А. Ница «Предание о нападении на Уфу сибирских царевичей Аблая и Тевкеля». Вестник Оренбургского учебного округа за 1912 год, № 5, научный отдел.
  11. В. А. Новиков. Сборник материалов для истории уфимского дворянства. Уфа. 1903, стр. 47-48.