Австриялы Леопольд Вильгельм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Австрия эрцгерцогы Леопольд Вильгельм 

Леопольд Вильгельм Австрийский  (нем. Leopold Wilhelm von Österreich; 5 ғинуар 1614(16140105), Венер-Нойштадт, Австрия20 ноябрь 1662, Вена, Австрия) — Австрия эрцгерцогы, империяның фельдмаршалы (1639), Тевтон орденының 46-сы бөйөк магистры, Утыҙ йыллыҡ һуғыштың баш командующийы. Ул Леопольд Вильгельм фон Габсбург исемен йөрөтөүе менән билдәле.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фердинанд II Габсбург һәм Бавария герцогы Вильгельм V ҡыҙы Мария-Анна Баварскаяның кесе улы , император Фердинанд III бер туған ҡустыһы. Императорҙың кесе улы булғанлыҡтан , ул сиркәү карьераһын һайларға тейеш булған: ул Тевтон орденының бөйөк магистры, Бремендың (1635-45) һәм Магдебургтың  (1631-38) кенәз -архиепископы , Оломуцтың (1637-62), Хальберштадтың (1628-48), Пассауҙың (1625-62), Бреслауҙың (1656-62) һәм Страсбургтың (1626-62) кенәз-епископы. Шулай ҙа ул тормошоноң  ҙур өлөшөн  император армияһының полководецы булып торған. Ике тапҡыр уның ағаһы  Фердинанд III Утыҙ йыллыҡ һуғыш (сентябрь 1639 — февраль 1643  һәм май 1645 — декабрь 1646) ваҡытында уны армия менән үҙ урынына етәкселек итергә ҡалдырған. Нидерландта 1647—1656 йылдарҙа ул штатгальтерлыҡ иткән сағында Леопольд Вильгельм Францияға ҡаршы һуғышҡан ғәскәрҙәр менән етәкселек иткән .

Утыҙ йыллыҡ һуғыш барышында эрцгерцогтың ғәскәрҙәре  1640 йылда  шведтарҙы  Богемиянан ҡыуып сығарған, 1645 йылда шведтар Вена янындағы Бригиттенау биҫтәһенә еткәс, ул шведтарҙың  авангардына ҙур ҡаршылыҡ күрһәткән.1648 йылда Испан Нидерландының штатгальтеры сифатында ул  Берләшкән провинциялар менән ярашыу төҙөгән. 

Ағаһы Фердинанд III вафат булғас, эрцгерцог, император тәхетәнә кандидат булып торһа ла , ул Фердинандтың улы  Леопольдҡа императорлыҡ власын  биргән, һәм  1658 йылда Леопольд Австрияның императоры булып киткән.

Сәнғәттәге роле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эрцгерцог Леопольд Вильгельм  үҙенең  Брюсселдәге галереяһында
(Давид Тернирс., 1650 йыл, Веналағы сәнғәт тарихы музейы)

Эрцгерцог вафат булғандан һуң уның хәрби тимер кейем кейгән, ҡулында маршал жезлы тотоп төшөрөлгән бик күп портреттары һәм һындары тороп ҡалған.Ул үҙе итальян телендә бик күп талантлы шиғырҙар яҙған, ләкин  ил мәҙәниәтенә индергән иң ҙур өлөшө булып уның Нидерландта йөрөгәндә йыйған сәнғәт коллекцияһы торған. Уның коллекцияһының нигеҙен Нидерландия һәм Венеция оҫталарының эштәре тәшкил иткән. XVI быуаттың таныҡлы голланд рәссамы   Давид Тенирс (бәләкәй) яҙған бик күп  әҫәрҙәре эрцгерцогтың коллекцияһында булған.Тенирс уның өсөн картиналар яҙып ҡына ҡалмаған, ә уға коллекциялар ойошторорға ла ярҙам иткән.Эрцгерцогтың коллекцияларының күп өлөшөн Англиялағы революциянан һуң илдән сығып киткән инглиз роялистарынан һатып алынған картиналар тәшкил иткән. Хәҙер ул картиналар коллекцияһының төп өлөшө Веналағы сәнғәт тарихы музейында һаҡлана.