Австрия Президенты
Австрия Президенты | |
Герб | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 10 ноябрь 1920 |
---|---|
Вазифа биләй | Александр Ван дер Беллен[d] |
Дәүләт |
![]() |
Юрисдикция таралышы | Австрия |
Официальная резиденция | Хофбург[d] |
Рәсми сайт | bundespraesident.at |
![]() |
Австрия федераль президенты (нем. Österreichischer Bundespräsident) — Австрия дәүләтенең фнедераль етәксеһе. Теоретик яҡтан ҡарағанда ул ҙур конституцион вәкәләттәргә эйә, ғәмәлдә иһә күбеһенсә тантана вәкиле сифатында ғына эш итә. Австрия Президенты алты йылға бер тапҡыр туранан-тура дөйөм һайлауҙарҙа һайлана. Президенттың офисы Венала Хофбург император һарайының Леопольд ҡабырғаһында урынлашҡан.
Күп кенә элекке президенттар үҙ вазифаһын башҡарған ваҡытта ҙур популярлыҡ яулай, икенсе срокҡа һайланыу өсөн кандидатураһын ҡуйған бер генә президент та һайлауҙарҙа бер ҡасан да еңелмәй. 1986 йылда президент итеп һайланған Курт Вальдхайм ғына 1992 йылда үҙ кандидатураһын икенсе срокҡа һайланыуға ҡуймай. Вазифаһын үтәгән ваҡытта биш президент вафат була, бөгөн элекке президент Хайнц Фишерҙан башҡалары баҡыйлыҡҡа күскән. 2016 йылдың 22 майында үткән президент һайлауҙарында, әллә ни ҙур булмаған өҫтөнлөк менән (50.3 %) Йәшелдәр партияһының элекке лидеры, иҡтисад профессоры Александр Ван дер Беллен еңә. Әммә Азатлыҡ партияһы (FPÖ) һөҙөмтәгә ялыу бирә, һәм 1 июлдә Австрия Конституцион суды ҡабаттан һайлауҙар үткәрергә тигән ҡарар ҡабул итә. Яңы президент һайланғанға тиклем ваҡытлыса президент вазифаһын Дорес Бурес етәкләгән Милли совет президиумы башҡара. Ҡабатлап һайлауҙар 2016 йылдың 4 декабрендә үткәрелә, унда, 53,3 % тауыш йыйып, Ван дер Беллен еңә һәм 2017 йылдың 26 ғинуарында вазифаһын башҡара башлай.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Barbara Ann Kipfe. The Order of Things: Hierarchies, Structures, and Pecking Orders. — Workman Publishing, 2008. — С. 236. — ISBN 0761166130, 9780761166139.
- L. Prakke, C. A. J. M. Kortmann. Constitutional Law of 15 EU Member States. — Kluwer, 2004. — С. 22—23. — ISBN 9013012558, 9789013012552.
- Peter Truhart. Eastern, Northern & Central Europe. Annex: International Organisations. — Walter de Gruyter, 2006. — С. 871, 873. — ISBN 311093910X, 9783110939101.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Bundespräsidentenwahl Historischer Rückblick (нем.). Bundesministerium für Inneres. Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 ғинуар 2009. 13 июнь 2014 тикшерелгән.
- Bundespräsidentenwahl - Historischer Rückblick (нем.). Bundesministerium für Inneres. 13 июнь 2014 тикшерелгән.
- Bundespräsidenten seit 1920 (нем.). Parlament. 13 июнь 2014 тикшерелгән.
- Bisherige Amtsinhaber (нем.). Österreichische Präsidentschaftskanzlei. 13 июнь 2014 тикшерелгән. 2013 йылдың 14 декабрь көнөндә архивланған.